Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АБЗЕЛИЛ”, гәзит

“АБЗЕЛИЛ” (“Әбйәлил”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР-ҙың «“Осҡон” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1957 й. “Осҡон” гәз. тәржемә баҫмаһы булараҡ “Искра” исеме м‑н нәшер ителә башлай,...

“АВАНГАРД”, гәзит

“АВАНГАРД”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Авангард” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Яңа көн” — “Яңы көн”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан татар телендә “Яңа җиңүләргә”...

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ”

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ” (“Агроном һәм һабансы”), “Власть труда” гәзитенә ҡушымта. Өфө ҡ. аҙнаһына бер тапҡыр урыҫ телендә баҫыла. 1924 й. 5 апреленән 21 авгусына тиклем нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Баҫмала ауыл хужалығы темаһына материалдар, республикала сәсеү эштәре барышы хаҡында мәғлүмәттәр яҡтыртыла. Тәрж....

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), гәзит

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын‑ҡыҙҙар бүлеге органы. Уралда ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән‑бер һаны Стәрлетамаҡ ҡ. 1921 й. 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға. Мәҡәләләр революция (1917) юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ...

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфө ҡ. 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр,...

“АЛГА”, гәзит

“АЛГА” (“Алға”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Алға” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Борай р‑ны Борай а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. 1930 й. февр. алып Бөрө ҡ. (1930 й. авг. башлап — Борай а.) “Ленин планы өчен” (“Ленин...

“АЛҒА”, гәзит

“АЛҒА”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1917 й. авгусынан алып ноябренә тиклем Өфө ҡ. иҫке төрки телендә сыға, “Тормош” гәзите типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 ноябрҙә; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ....

“АЛЬШЕЕВСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит

“АЛЬШЕЕВСКИЕ ВЕСТИ” (“Әлшәй хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Әлшәй р‑ны Раевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Әлшәй хәбәрҙәре”), татар (“Әлшәй хәбәрләре”) телдәрендә...

“АРМИЯ И НАРОД”, гәзит

“АРМИЯ И НАРОД” (“Армия һәм халыҡ”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Халыҡ армияһы штабының матбуғат бюроһы, 1918 й. декабренән алып Рус армияһының Кама төркөмө органы. Өфө ҡ. 1918 й. көн һайын урыҫ телендә сыға. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр һәм материалдар, хәрби бойороҡтар һәм ҡарарҙар,...

“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит

“АРХАНГЕЛЬСКИЙ ВЕСТНИК” (“Архангел хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР‑ҙың «“Архангел хәбәрҙәре” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Архангел р‑нының ш. уҡ исемле ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. июленән урыҫ телендә...

“АСКИНСКАЯ НОВЬ”, гәзит

“АСКИНСКАЯ НОВЬ” (“Асҡын яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары –БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Асҡын р‑ны Асҡын а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ышаныч” –“Ышаныс”) телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып урыҫ һәм...

“АСҠЫНЫМ-ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит

“АСҠЫНЫМ — ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Асҡын районы Асҡын а. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыҡҡан. 2002 й. ноябренән алып “Йәнтөйәк”, 2007—16 йй. “А.-Й.” исеме менән нәшер ителгән. Тәрж. Р.М.Шәрипова      ...

“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”

“АУЫЛ ГАЗЕТАҺЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге органы. 1921 й. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. Гәзит биттәрендә илдәге сәйәси, иҡтисади һәм хәрби хәл, ауылда наҙанлыҡты бөтөрөү проблемалары яҡтыртыла. Тәрж. Р.М.Шәрипова  ...

“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сентябрендә Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” һәм “Тормош” гәзите типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы,...

“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Һамар губерна башҡарма комитеты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡ.‑тат. бюроһы, 1923 й. алып РКП(б)‑ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге башҡ.‑тат. бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1922 й. мартынан башлап...

“АШҠАҘАР”, гәзит

“АШҠАҘАР”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1990 й. ғин. “Стерлитамакский рабочий” гәз. ҡушымтаһы булараҡ “Стәрле таңдары” исеме м‑н нәшер ителә башлай, дек. алып хәҙ. исемен йөрөткән үҙ аллы...

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК” (“Баймаҡ хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. “Ҡыҙыл Баймаҡ” булараҡ башҡ. телендә нәшер ителә башлай. 1955 й. “Баймакский рабочий” гәз. [“Баймаҡ эшсеһе”; урыҫ...

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ”, гәзит

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ” (“Баҡалы таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ауыл таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Авыл таңнары” – “Ауыл таңдары”) телдәрендә сыға. 1931 й....

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ”, гәзит

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ” (“Балтас таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. 1931 й. сент. башҡ. телендә “Генераль һыҙыҡ өсөн”...

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), гәзит

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), иҡтисади гәзит. БАССР‑ҙың халыҡ хужалығын, финанстар ХК‑н, ер эшкәртеү ХК‑н, сәнәғәт ХК‑н планлаштырыу буйынса Башҡортостан дәүләт советы органы. Өфө ҡ. 1923 й. 18 февраленән алып 1924 й. 15 майына тиклем урыҫ телендә сыға. 1923 й. барлығы 15 һаны сыға, 1924 й. — 5....