Список материалов
ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ
ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ, юғары продуктлы мал алыуға йүнәлтелгән зоотехник саралар комплексы. Башҡортостанда Й.м.ү. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Ауыл хужалығы институтында һ.б. алып барыла. Респ. хужалыҡтарында, уларҙың махсуслашыуын иҫәпкә алып, Й.м.ү. төрлө схемаларын ҡулланалар. Йәш һыйыр...
ЙӘШЕЛ КОНВЕЙЕР
ЙӘШЕЛ КОНВЕЙЕР, йәшел мал аҙығы етештереү һәм уны иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа ҡулланыу системаһы. Тәбиғи, яҡшыртылған, культуралы көтөүлектәр һәм сабынлыҡтарҙың, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең, мал аҙығы ҡауын‑ҡарбуз культураларының, тамыраҙыҡтарҙың...
ЙӘШЕЛ КУЛЬТУРАЛАР
ЙӘШЕЛ КУЛЬТУРАЛАР, япрағы, япраҡ һабағы һәм йәш һабаҡтары аҙыҡ итеп ҡулланылған йәшелсә. Й.к. һуған (ҡыяҡлы), пекин кәбеҫтәһе, ирәүән, салат, әнис, шпинат, ҡуҙғалаҡ һ.б. инә. Тиҙ өлгөрә (йәшел һуған — 20—35, салат — 30—45, әнис 40 көн эсендә өлгөрә), һалҡынға бирешмәй, уңдырышлы һәм дымлы тупраҡта яҡшы...
ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ
ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ, мал ашаған көтөүлектәге йәки сабып алынған (йәшел өҫтәмә аҙыҡ) үҫемлектәр. Й.м.а. тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, культуралы көтөүлектәрҙең, бер һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең үләндәре; ш. уҡ тамыраҙыҡтарҙың һабағы, көтөүлектәрҙәге ҡыуаҡтарҙың япраҡтары һәм йәш ботаҡтары инә. Й.м.а. —...
ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ
ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ, йәшелсә алыу өсөн үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле. Й.к. япраҡлыларға (кәбеҫтә, салат, укроп, шпинат, япраҡлы петрушка һ.б.), емешлеләргә (баклажан, борос, борсаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ, томат, фасоль һ.б.), һуғанбашлыларға (һарымһаҡ,...
ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК
ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК, 1) үҫемлекселектең йәшелсә культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. Асыҡ һәм ябыҡ тупраҡ Й. айырыла. Асыҡ тупраҡта баҫыу шарттарында йәшелсә, ябыҡ тупраҡта ултыртыу миҙгеле булмаған осорҙа йәшелсә һәм асыҡ тупраҡ өсөн үрсетмә үҫтерелә. Башҡортостанда Й. үҫеше колхоз һәм совхоздар...
ЙОҠА ҠАТЛАМЛЫ ТУПРАҠ
ЙОҠА ҠАТЛАМЛЫ ТУПРАҠ, йырғыланған рельефлы райондарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡ төркөмө. Тупраҡ профиленең ҡыҫҡартылғанлығы һәм горизонттар йыйылмаһының тулы булмауы, серетмә запасының түбән, ҡырсынташлы, ташлы булыуы м‑н билдәләнә. Антропоген йөкләнешкә тотороҡһоҙ, деградацияға тиҙ бирелә (ҡара: Тупраҡтың...
ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ
ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ (Onobrychis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 130‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ғәҙәти, йәки кәрешкә япраҡлы Й.б. һәм ҡомлоҡ Й.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән, тармаҡлы, яҡшы япраҡланған (яҡынса 40%‑ы),...
ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ
ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ат үрсетеү һәм уларҙы файҙаланыу; малсылыҡ тармағы. Ат а.х. һәм транспорт эштәрендә, ат спортында һәм туризмда, һөт, ит һәм тире алыу өсөн, ш. уҡ медицинала һәм ветеринарияла ҡулланылған дауалау сывороткалары һәм препараттары (ашҡаҙан һуты, грипҡа, дифтерияға, ботулизмға ҡаршы һ.б. сывороткалар)...
КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР
КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн калий сығанағы булараҡ ҡулланылған минераль матдәләр. К.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — составында калий минералдары булған тау тоҡомдары. К.а. сей калий тоҙҙарына (сильвин, карналлит һ.б.), концентрат ашламаларға (калий хлориды йәки сульфаты һ.б.),...
КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ
КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, агросәнәғәт пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составында йәш һыйыр малын үҫтереп еткереү һәм һимертеү фермаһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 6 һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомсолоҡ репродукторы) һ.б. Колхозда...
КАРП
КАРП (Cyprinus carpio), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ, һаҙандың һыу ятҡылыҡтарында үрсетелгән, эйәләштерелгән формаһы. К. тәңкәле (бөтә кәүҙәһе тәңкә м‑н ҡапланған), көҙгөлө (тәңкәләре кәүҙә буйлап таралған), һыҙыҡлы (тәңкәләре ян һыҙығы б‑са урынлашҡан), яланғас (тәңкәһеҙ)...
КАРТУФ
КАРТУФ (Solanum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенең эт ҡарағаты затына ҡараған күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек төрө. Яҡынса 150 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала таралған. Культурала (бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ) башлыса 2 оҡшаш төрө бар: андия һәм чили К., йәки бүлбеле К. Башҡортостанда бүлбеле К. үҫтерелә....
КӘБЕҪТӘ
КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө —...
КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ
КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша,...
КӘЗӘ ҮЛӘНЕ
КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем....
КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ
КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ, һыу режимының йыуынты тибында карбонатһыҙ элювиаль‑делювиаль ҡатламдарҙағы көньяҡ тайга ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ тибы. Башҡортостанда К.к.т. 2 ярым тибы айырыла: кәҫле көлһыу һәм кәҫле һары көлһыу. Аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н берлектә уртаса һәм...
КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ
КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ, рендзиндар, һыу режимының йыуынты йәки ваҡыт‑ваҡыт йыуынты тибында карбонатлы тоҡомдарҙағы (доломит, эзбизташ, мергель һ.б.) ылыҫлы, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ төрө. Башҡортостанда К.‑к.т. ярым типтағы ике төрө айырыла: типик һәм йыуылған. Типик К.‑к.т....
КИРИЛЛОВА Галина Борисовна
КИРИЛЛОВА Галина Борисовна (28.7.1961, Вологда өлк. Анкимар а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). Вологда һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Вологда өлк. эшләй. 1999—2013 йй. БДАУ‑ҙа (2005—08 йй. ғилми-тикшеренеү бүлеге нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнешендә ашламалар системаһын, ашламаларҙың а.х....
КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна
КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна [15.4.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Илек а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.7.2005, ш. уҡ райондың Баҡалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—83 йй. Баҡалы р‑нының “Ленин юлы” к‑зында эшләй (1958—82 йй. өлкән ҡош ҡараусы). Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: тауыҡтарҙан...