Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы [20.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңыбай а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) — 9.8.1994, ш. уҡ р‑ндың Иҙелбәк а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940—86 йй. “Ейәнсура” с‑зында эшләй: 1943 й. алып һарыҡ көтөүсеһе, 1951 й. — өлкән һарыҡ көтөүсеһе. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә...

ҠАБАҠ

ҠАБАҠ (Cucurbitа), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда ҡаты тышлы һәм эре емешле Ҡ. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Ҡаты тышлы Ҡ. һабағы ҡырлы, бураҙналы. Япрағы биш айырсалы, тәрән ҡырҡылған,...

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы (21.5. 1954, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.), зооинженер. А.х. ф. д‑ры (2007). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ тоҡомсолоҡ берекмәһендә, 1977 й. алып Күгәрсен район- ара тоҡомсолоҡ берекмәһендә эшләй. 1978 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 2000 й. алып малсылыҡ...

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Melilotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25‑кә яҡын төрө билдәле, Европала, Азияның, Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ Ҡ.ү., буйһыу Ҡ.ү., дарыулы (һары) Ҡ.ү., иҙел Ҡ.ү., тешле Ҡ.ү. Ике йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы...

ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР

ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР, төп (ҡаплаған) культура м‑н бер үк майҙанда бер йәки күберәк а.х. культураһын сәсеү. Ҡ.а.с. сәсеү майҙанын, тупраҡ дымын һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе маҡсатҡа ярашлыраҡ итеп ҡулланырға, бер участканан 2 тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда дым етерлек булған райондарҙа...

ҠАР ТОТОУ

ҠАР ТОТОУ, тупраҡта дым запасын арттырыу һәм ҡышлаған үҫемлектәрҙе (ужым иген культураларын, күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һ.б.) һаҡлау өсөн баҫыуҙарҙа ҡар йыйыу. Ҡар м‑н ҡапланған тупраҡ ҡыш көнө ел эрозияһына бирелмәй, аҙыраҡ туңа һәм юғары дым арҡаһында яҙғы елдәрҙең тәьҫиренә яҡшыраҡ ҡаршы тора. Ҡ.т....

ҠАРА АЛАБУТА

ҠАРА АЛАБУТА (Atriplex), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑гә яҡын төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Бер өйлө, һирәк осраҡта ике өйлө бер йыллыҡ үлән (ялтыр А., оҙонъяпраҡ А.) һәм ярым ҡыуаҡлыҡ (ялман ҡолаҡ А., һоро А.,...

ҠАРА ТУПРАҠ

ҠАРА ТУПРАҠ, болонло дала һәм дала үҫемлектәре аҫтында карбонатлы делювиаль һәм элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта йыуылмаған йәки ваҡыты-ваҡыты м‑н йыуылған һыу режимында һәм дым етешмәгәндә уртаса континенталь йәки континенталь климат шарттарында барлыҡҡа килгән тупраҡ тибы. Башҡортостанда...

ҠАРА ҺОЛО

  ҠАРА ҺОЛО (Аvena fatua), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япрағы ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәле, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башағы 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында,...

ҠАРАБОЙҘАЙ

ҠАРАБОЙҘАЙ (Fagopyrum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 16 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: татар Ҡ. һәм сәсеү Ҡ. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йәшел йәки ҡыҙғылт төҫтә, бейеклеге 60— 120 см тиклем. Япрағы өсмөйөш‑йөрәк формаһында. Сәскәһе...

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ. Благовар р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, а.х. машиналары һ.б. бар. 2011 й. 6 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 60 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): арыш — 20, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 40; етештереү (т): иген — 5,6. Һыйыр малы һаны — 7, һарыҡ...

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҙыҡ, мал аҙығы итеп ҡулланыу һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелгән ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.‑ҡ.к. ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын инә. Йылы яратыусандар, үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм емеш биреүе өсөн иң ҡулай т‑ра 23—28°С, ҡоролоҡҡа сыҙамлылар. Башҡортостанда башлыса ҡабаҡ...

ҠӘЙЕПОВ Яхъя Зәйнулла улы

ҠӘЙЕПОВ Яхъя Зәйнулла улы (18.6.1955, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2009). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ р‑нында эшләй: 1977 й. алып һәм 1981—85 йй. “Йылайыр” совхоз-техникумында (Яковлевка а.) уҡыта, 1979 й. башлап В.И.Ленин ис. к‑здың баш агрономы, 1979 й. дек....

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы (2.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Сереккүл а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны, — 23.5.2006, Дүртөйлө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Силәбе совет-партия мәктәбен (1963), БАХИ‑ны (1974) тамамлаған. 1947—50 йй. Илеш р‑нында эшләй: Йәркәй МТС‑ы тракторсыһы,...

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ, составында ҙур күләмдә күҙәнәклек булған ҡоро үҫемлек мал аҙыҡтары. Ҡ.м.а. бесән, һалам, кәбәк һ.б. инә. Ҡ.м.а. — үлән ашаған хайуандарҙың ҡышҡы рационының мотлаҡ компоненты. Был төркөмгә ҡараған мал аҙыҡтары аҙыҡ массаларының кәрәкле күләмен һәм кәүшәк консистенцияһын тәьмин итә,...

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ, ҡоролоҡта үҫемлектәрҙең һыуһыҙ һәм туҡымаларҙың үтә ҡыҙыу булыуына бирешмәү һәләтлеге. Үҫемлек төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре (тамыр системаһының оҙонлоғо һәм ҡеүәте, йөнтәҫлеге һ.б.), ш. уҡ ҡоролоҡтоң интенсивлығы һәм оҙайлығы м‑н билдәләнә. Иң юғары Ҡ.с. ксерофиттар эйә. Культуралы...

ҠОШСОЛОҠ

ҠОШСОЛОҠ, ҡош үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Төп йүнәлештәре: йомортҡа һәм ит. Аҙыҡ итеп ҡулланылған йомортҡалар йомортҡа тоҡомло тауыҡтарҙан һәм кростарҙан алына. Ит етештереү өсөн бройлер, өйрәк, күркә, ҡаҙ, мысыр тауығы, ит тауығы, күгәрсен үрсетелә. Мамығын, ҡауырһынын — еңел сәнәғәт өсөн сеймал, ҡоштарҙы...

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҡһымға бай иген алыу өсөн үҫтерелгән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.и.к. борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, ноҡот, соя, торна борсағы, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ һ.б. инә. Борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, соя — дым яратыусы; ноҡот, торна борсағы, фасоль — ҡоролоҡҡа сыҙамлы...

ҠУЯНСЫЛЫҠ

ҠУЯНСЫЛЫҠ, ит, тире һәм йөн алыу өсөн йорт ҡуяндарын үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Ҡуян ите — диетик продукт. Йорт ҡуяндарының тиреһе ысын йәки ҡиммәтле төрҙәргә оҡшатып эшләнгән тире алыу өсөн ҡулланыла. Продуктлылығының йүнәлеше б‑са йорт ҡуяндары иттире, ит һәм йөн тоҡомдарына бүленә. Ит-тире йүнәлешендәге...

ҠЫЯР

ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы,...