Список материалов
МӨҘӘРИСОВ Ринат Мансаф улы
МӨҘӘРИСОВ Ринат Мансаф улы (1.5.1953, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Туҡмаҡлы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). 1973 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм-р, 1985 й. — уҡытыусы, 1994—97 йй. зооинженерия ф‑ты деканы урынбаҫары, 1998— 2002 йй. уҡытыу‑методика...
МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ
МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ (ингл. mulch — һалам, тиреҫ һ.б. м‑н ҡаплау), агро‑ техник алым, тупраҡты мульча м‑н тотошлай йәки рәт аралаш ҡаплау. М.й. тупраҡтың кибеүен кәметә, эрозиянан һаҡлай, ҡыртышланыуын иҫкәртә, файҙалы микрофлораның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, т‑ра режимын көйләй, ҡый үләндәренең шытып сығыуын...
НУТРИЯ
НУТРИЯ, һ а ҙ ҡ о н д о ҙ о (Myocastor coypus), кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда яраҡлашҡан. Кәүҙә...
ОРГАНИК АШЛАМАЛАР
ОРГАНИК АШЛАМАЛАР, составында башлыса үҫемлек йәки хайуан сығышлы органик берләшмәләр рәүешендә үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы булған химик макро- һәм микроэлементтар сбар. О.а. йәшел ашламалар (ҡара: Сидерация), компостар, тиреҫ, тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге, һалам (ҡара: Ҡоро мал аҙыҡтары), торф һ.б. инә....
ОРЛОҠСОЛОҠ
ОРЛОҠСОЛОҠ, үҫемлекселектең сортлы орлоҡтарҙың таҙа сортлылығын, биол. һәм уңыш сифаттарын һаҡлап үрсетеү м‑н шөғөлләнгән тармағы. О. селекция һәм орлоҡ өйрәнеү м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда О. Шишмә а.х. тәжрибә ст. асылыу м‑н үҫеш ала (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге). Иң тәүҙә урындағы сорт...
ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ
ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡы үрсетеү ысулы, көтөүҙә (өйөрҙә) ауыл хужалығы малдарын аҫрауға нигеҙләнгән. Ҙур тәбиғи көтөүлектәр булған райондарҙа үҫешкән. Йыл әйләнәһенә көтөүҙә (продукция йылҡысылығында, эш аттарын үрсетеүҙә ҡулланалар) һәм культуралы‑өйөрҙә (йәй — көтөүлектә, ҡыш — бинала; тоҡом, спорт...
ӨФӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ
ӨФӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ-көнсығыш урман‑дала зонаһы һәм көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында эшкәртеү, асыҡ һәм һаҡлау грунттарындағы йәшелсә культураларының, картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтереүгә тәҡдим итеү м-н шөғөлләнә....
ӨФӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ
ӨФӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың көньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн селекция, үҫемлекселек, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона һәм ҡара‑сыбар тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша....
ПЕСНЯ КУРАЯ
ПЕСНЯ КУРАЯ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н. Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡыуаҡ, бейеклеге 55 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта,...
ПЕСТИЦИДТАР
ПЕСТИЦИДТАР (лат. pestis — йоғошло ауырыу һәм caedo — юҡҡа сығарыу), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары, ҡый үләндәре, амбар ҡоротҡостары, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын таратыусылар һ.б. м‑н көрәшеүҙең химик саралары. Тәғәйенләнеше б‑са гербицидтар, зооцидтар,...
ПРОДУКЦИЯ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ
ПРОДУКЦИЯ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡысылыҡтың төп үҫеш йүнәлештәренең береһе. П.й. өйөр йылҡысылығы зонаһында үҫешкән. Төп бурысы — йылҡы ите, һөт етештереү, аттарҙың итле тоҡомдарын экспорт өсөн үҫтереү. Бейәһөтө башҡа а.х. малдары һөтөнән айырыла, уның составына яҡынса 2% аҡһым, 1,2—2,8% май, 6,5% һөт шәкәре...
РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ
РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ, “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ филиалы. Әлшәй р‑ны Раевка а. урынлашҡан. Составына 5 элеватор (1‑һе 1914 й. асылған, 1‑һе — 1937 й., 3‑әүһе — 1975 й.), складтар (1937—67), механизацияланған келәт (1975), ҡатнаш мал аҙығы цехы (1994) инә. 2006 й. 87 кеше эшләгән. Р.э. дөйөм һыйҙырышлығы...
РАПС
РАПС (Brassica napus), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге. Ялан кәбеҫтәһен баҡса кәбеҫтәһе м‑н һеркәләндереү һөҙөмтәһендә сығарыла. Ҡырағай рәүештә осрамай. Ҡытайҙа, Канадала, Германияла, Францияла һәм РФ‑та үҫтерелә. Башҡортостанда яҙғы Р. (кольза)...
РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ
РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ, урман фондының ял итеү, һаулыҡты нығытыу һ.б. маҡсаттар өсөн тәғәйенләнгән бер өлөшө (ҡара: Рекреацион ресурстар). Р.а.у. ҡалалар һәм ауылдар, урман парктары, йәшел (һаҡлана торған) зона, шифахана- курорт учреждениелары һ.б. эсендә ултыртылған ағастар инә. Шулай уҡ пляжға,...
САБЫНЛЫҠТАР
САБЫНЛЫҠТАР, системалы рәүештә бесәнгә, сенажға, силосҡа, үлән онона йәки йәшел өҫтәмә аҙыҡҡа сабып алынған үҫемлектәр м‑н ҡапланған ер биләмәләре. Сәселгән һәм тәбиғи С. (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) айырыла. Сәселгән С. баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә йәки сәсеү әйләнешенән тыш, күп йыллыҡ...
САЛАВАТ, лимон сорты
САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше...
САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ
САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Мәләүез р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ергән ауылы. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 3 һөтсөлөк фермаһы, сусҡасылыҡ фермаһы, һөт һәм макарон цехтары, көнбағыш эшкәртеү цехы, тирмән һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто бар. 2006 й. 356 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...
САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы
САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы (7.5.1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Волга ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Волга а., — 30.9.2016, Дәүләкән ҡ., шул уҡ райондың Ташлы-Шәрип а. ерләнгән), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). 1948—97 йй. Дәүләкән районында...
СӘСЕҮ
СӘСЕҮ, орлоҡтар шытып сыҡһын өсөн уларҙы тупраҡтың өҫкө ҡатламдарына күмеү. С. ы с у л д а р ы үҫемлектәр биологияһын, үҫемлектәр тәрбиәләүҙе механизациялау кәрәклеген, уңыштың тәғәйенләнешен иҫәпкә алып һайлана. Башҡортостанда башлыса С. түбәндәге ысулдары ҡулланыла: иген культуралары үҫтергәндә —...
СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ
СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ, ваҡыт һәм баҫыуҙар б‑са а.х. культураларын һәм таҙа парҙы (ҡара: Пар баҫыуы) фәнни яҡтан нигеҙләп сиратлаштырыу. С.ә. нигеҙендә — сәсеү майҙандарының структураһы. С.ә. — игенселек системаһының үҙәк звеноһы, уның бөтә элементтарын берләштерә (ер эшкәртеү һәм уны һыу эрозияһынан һәм дефляциянан...