Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЁХИН Тихон Егорович

АЛЁХИН Тихон Егорович (21.5.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ждановка а. — 27.5.1970, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. Дәүләкән р‑нының “Возрождение” һәм “Дәүләкән” с‑здарында бригадир, Ҡаҙанғол орлоҡ с‑зында тракторсы, комбайнсы, Әлшәй р‑нының Раевка с‑зы Ворошилов...

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы (29.5.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Тарҡаҙы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Йәрмәкәй р‑ны хужалыҡтарында зоотехник, 1970 й. алып Баҡалы р‑нының “Волга” к‑зы баш зоотехнигы. 1972—2010 БНИИСХ‑ла эшләгән: 1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р,...

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювий (ташылдыҡ) ултырмаларынан барлыҡҡа килгән тупраҡ төрө. Башҡортостанда аллювийҙың тупланыу процесына, кәҫ, глей һәм торф барлыҡҡа килеүенә ҡарап, йылға үҙәне буйында — аллювиаль кәҫле (ҡатламлы ябай, ҡатламлы йоҡа) һәм аллювиаль болон (ярмалы‑ҡатламлы);...

АЛМАҒАС

АЛМАҒАС (Malus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25—30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Урта һәм Көнсығыш Азияла, Кавказда таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. 5—10 м бейеклектәге япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры тармаҡлы, олоно аҡһыл һоро йәки көлһыу ҡайырлы. Бер...

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА, һөрөнтө ерҙең бер үк урынында бер төр үҫемлектәрҙе туҡтауһыҙ оҙаҡ үҫтереү. А.к. ваҡытында тупраҡтың структураһы боҙола, серетмә миҡдары кәмей, тупраҡ ашлама элементтарының береһенә ярлылана, специфик ҡоротҡостар, ауырыу тыуҙырыусылар, ҡый үләндәре артыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә а.х. культураларының...

АЛТАЙ ТОҠОМО

АЛТАЙ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың нәҙек йөнлө, йөн‑ит йүнәлешле тоҡомо. 1930—49 йй. Алтай крайы хужалыҡтарында урындағы меринос һарыҡтарын рамбулье, австралия мериносы, аскания, кавказ тоҡомдары тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанда А.т. һарыҡтар 60‑сы йй. аҙ. үрсетелә. Малдар эре, кәүҙәһе...

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ, һаҡлау осоронда иген һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ‑түлеккә зыян килтереүсе, юҡҡа сығарыусы хайуандар төркөмө. А.ҡ. уларҙың ауырлығын кәметә (йыллыҡ юғалтыу 10—15%), бысрата, был, үҙ сиратында, орлоҡтоң сығышын кәметә, аҙыҡ‑түлек сифатын түбәнәйтә. А.ҡ. күпселеге инфекцион ауырыуҙарҙы...

АНДРИАНОВ Денис Андрианович

АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә районы Сурай а. — 9.11.2020, Өфө ҡ.), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы....

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ, төп культуралар үҫтереүҙән буш ваҡытта ултыртыла торған культуралар. А.к. бер ер майҙанынан йылына 2 уңыш алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәп сәселгән (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр), ужым (көҙөн уңыш йыйып алынғандан һуң сәселә һәм яҙын төп культураларҙы сәскәнгә тиклем йыйып алына),...

АРОНИЯ

АРОНИЯ (Aronia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә үҫә. Ҡара А., йәки ҡара миләш, Рәсәйҙә культураға индерелгән, Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫтерелә. 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, бөтөн. Сәскәһе аҡ, ал төҫтә,...

АРЫШ

АРЫШ (Secale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6—8) билдәле, Евразияла һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү А., йәки культура А. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — эсе ҡыуыш һалам, 5—6 быуын араһынан тора, бейеклеге...

АРЫШБАШ

АРЫШБАШ (Agropyron), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала, Австралияла, Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кикрекле А., ҡырлы А., мурт йәки себер А., сүллек А. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки төбөндә быуынлы‑бөгөлгән,...

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы [6.5.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡамышлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.3.2001, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Шишмә р‑нының Ленин ис. к‑зында баш агроном булып эшләй; 1964 й. алып “Луч” к‑зының баш...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, агросәнәғәт комплексының үҙәк звеноһы, матди етештереүҙең халыҡты аҙыҡ‑түлек, сәнәғәтте сеймал м‑н тәьмин итеүсе мөһим тармағы; үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын алыу өсөн а.х. культураларын эшкәртеү һәм а.х. малдарын үрсетеү. А.х. ш. уҡ үҫемлек һәм хайуан продукттарын беренсел эшкәртеүҙең...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, ауыл хужалығы өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда а.х. белгестәре әҙерләүсе тәүге проф. уҡыу йорттары Өфө ир балалар гимназияһы эргәһендәге ер үлсәү-таксатор класы (1859—74) һәм Ер үлсәү училищеһы...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, а.х. продукцияһын етештереү өсөн систематик рәүештә ҡулланылған ер биләмәләре. А.х.е. һөрөнтө ер (ш. иҫ. йәшелсә баҡсалары һәм парҙар), күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртылған ерҙәр (виноградлыҡтар, емеш питомниктары, емеш баҡсалары, еләк баҡсалары һ.б.), ҡалдау ерҙәр (йылдан ашыу сәсеү...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ, малдарҙы урынлаштырыу, ашатыу, уларға ҡулай зоогигиеник шарттар (ҡара: Зоогигиена) тыуҙырыу, көн тәртибен үтәүҙе үҙ эсенә алған мал тәрбиәләү саралары комплексы. Малсылыҡтың интенсивлаштырылыу кимәле һәм зо­наларҙың тәбиғи‑иҡт. үҙенсәлектәренән сығып аҙбарҙа (малдар йыл...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ, 1) малсылыҡтағы производство процесы, был осраҡта мал аҙыҡтары малс‑ҡ продукттары алыу өсөн ҡулланыла. 2) Зоотехнияның малдарҙың нормаль үҫеүен, юғары продуктлылығын, һаулығын, үрсеү функцияларын, тоҡом сифаттарын тәьмин иткән мал аҙыҡтарын рациональ ҡулланыуҙың фәнни...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ, тоҡом малдарын тоҡомлолоғо, сығышы, продуктлылығы, үҫеше, конституцияһы, кәүҙә төҙөлөшө һәм тоҡом сифаты б‑са комплекслы баһалау. Бонитировкалағанда малдарҙың күрһәткестәре балдарҙа баһалана, уларҙың дөйөм суммаһы б‑са класы (элита‑рекорд, элита, 1-се класс, 2-се...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН ҮРСЕТЕҮ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН ҮРСЕТЕҮ, зоотехния бүлеге; а.х. малдарын үрсетеү, уларҙың нәҫел сифаттарын яҡшыртыу, хайуандарҙың яңы тоҡомдарын, типтарын һәм линияларын сығарыу һәм булғандарын камиллаштырыу; ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеге. Малсылыҡта тоҡомсолоҡ эшенең теоретик һәм практик алымдарын,...