Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕСӘН

БЕСӘН, сабылған үләнде 15—17% дымы ҡалғанға тиклем киптереү юлы м‑н алынған ҡоро мал аҙығы. Б. әҙерләү өсөн тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, күп йыллыҡ, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар һәм уларҙың ҡатнашмаһы сәсеүлектәренең үҫемлектәр япмаһы файҙаланыла. Иң файҙалы Б. люцерна, клевер, көнсығыш козлятнигынан...

БИБИНУР, люцерна сорты

БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү юлы м‑н алынған люцернаның гибридлы популяцияһынан индивидуаль‑ғаиләле һайлап алыу ысулы м‑н сығарған. Ярым төҙ ҡыуаҡ, бейеклеге...

БИКБУЛАТОВ Зиннур Ғизелхаҡ улы

БИКБУЛАТОВ Зиннур Ғизелхаҡ улы (20.1.1947, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Исламғол а. — 26.4.2009, шунда уҡ), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зы баш зоотехнигы, һыйыр малы һимертеү комплексы нач., 1980 й. алып КПСС‑тың Мәләүез ҡала ком‑ты секретары,...

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы (25.3.1944, Чкалов өлкәһе Ғабдрафиҡ а. — 23.7.2016, Өфө ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1971—2004 йй. “БЭТО” ААЙ‑ында механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй. Цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Махсус техника аппаратураһы...

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы [15.5.1920, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 25.10.2000, шунда уҡ], селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1942). 1946 й. алып Йоматау умартасылыҡ техникумында уҡыта, 1952 й. —...

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК, химиялаштырыу сараларын (минераль ашламалар, пестицидтар) кәметеп йәки бөтөнләй ҡулланмай а.х. биологик факторын интенсификациялауға нигеҙләнгән игенселек системаһы. Б.и. органик ашламаларҙың (ш. иҫ. йәшел ашлама, һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары), бактериаль ашламаларҙың бөтә төрөн ҡулланыуҙы;...

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР, ауыл хужалығында: ветеринарияла һәм үҫемлекселектә ҡулланылған биол. сығышлы матдәләр. Ветеринар практикала ҡулланылыусы Б.п. ддиагностик (аллергендар, антигендар, диагностик сывороткалар), дауалау (гаммаглобулиндар, специфик гипериммун сывороткалар һ.б.), иҫкәртеү (анатоксиндар,...

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты. 1993 й. В.И.Казачук, Р.С.Йәнекәев (БНИПТИЖиК) тарафынан БР флораһы үрнәктәренән күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуағы ярым киң, уртаса тығыҙлыҡта, һабағы йомро, төҙ, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япраҡлылығы тигеҙ (52—83%). Япрағы уртаса йомшаҡлыҡта, эре,...

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты. 1969—71 йй. В.Ф.Погодин һәм А.И.Сызранцева (БНИИСХ) тарафынан Калининская һәм Богатырь сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге яҡынса 1 м, йәшел, япраҡлылығы уртаса. Япрағы шыма, аҫ яҡтан бер аҙ төклө. Сәскәһе...

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич (29.9.1935, БАССР‑ҙың  Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) БНИИСХ‑ла эшләй (1967—72 йй. лаб. мөдире). 1973 й. һәм 2010 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1978—97 йй. айырым зоотехния...

БОЙҘАЙ

БОЙҘАЙ (Triticum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Донъяның күп илдәрендә таралған яҡынса 30 ҡырағай һәм культуралы төрө билдәле. Башҡортостанда йомшаҡ һәм ҡаты Б. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 30—200 см бейеклектәге һалам. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — ҡатмарлы...

БОЛОН ТУПРАҒЫ

БОЛОН ТУПРАҒЫ, ваҡытлыса һыу баҫҡанда рельефтың түбән урынындағы насар дренажланған һыубаҫар туғайҙан юғары тигеҙлектәрҙә һәм һөҙәк битләүҙәр итәгендә формалашҡан тупраҡ төркөмө. Б.т. профиленә глейланыу хас. Башҡортостан тупраҡ япмаһының структураһында болон‑һаҙ һәм болон‑ҡара тупраҡ, ш. уҡ аллювиаль‑болон...

БОЛОНСОЛОҠ

БОЛОНСОЛОҠ, 1) үҫемлекселектең тәбиғи һәм сәселгән сабынлыҡтарҙа, көтөүлектәрҙә бесән, йәшел мал аҙығы әҙерләү м‑н шөғөлләнеүсе тармағы; болон‑көтөүлек хужалығын алып барыу системаһы. 2) Болон-көтөүлек хужалығының теоретик нигеҙҙәрен эшләүсе фән. Б. төп бурысы — көтөүлек мал аҙығы, бесән һ.б. төр мал...

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна [28.7.1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡырпы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 23.3.1984, Мәскәү], селекционер. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Кушнаренко тәж. баҡсаһында эшләй; 1937 й. башлап БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—56 йй. бүлек мөдире. Фәнни...

БОРОС

БОРОС (Capsicum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ йәки күп йыллыҡ үлән заты. Яҡынса 20 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле: перу Б., колумбия Б., төклө Б., мексика Б. һәм башҡалар. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Американың тропик райондарында осрай. Мексика Б. бер йыллыҡ йәшелсә...

БОРСАҠ

БОРСАҠ (Pisum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6—7 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫтерелә, уның аҙыҡ (һыҙырыла торған һәм йәшелсә) һәм мал аҙығы сорттары айырып йөрөтөлә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы беленер‑беленмәҫ дүрт ҡырлы,...

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Мул уңыш биреүсе арыш, бойҙай, борсаҡ, мал аҙығы культуралары орлоғон етештереүгә һәм бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша....

БУЛАТОВ Анатолий Павлович

БУЛАТОВ Анатолий Павлович (14.9.1939, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Түбәнге Ләмәҙ а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994). Ҡурған а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ҡурған өлк. Белозёрск р‑нының “Маяҡ” к‑зы баш зоотехнигы, 1968 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тының зоотехния...

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич (29.12.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Силәбе өлк. Эҫем ҡ., — 11.10.1982, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1925). 1930 й. алып Ҡурған зона һөт хужалығы тәж. станцияһында...

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ, балыҡсылыҡ быуаларында яһалма рәүештә балыҡ үрсетеү һәм үҫтереү. Производство технологияһы б‑са тулы системалы (балыҡты ыуылдырыҡтан тауар массаһына тиклем үҫтереү; бөтә категория быуалары ҡулланыла) һәм тулы булмаған системалы (селбәрәләрҙе һәм тауар балығын ситтән килтерелгән балыҡ...