Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы [15.1.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнбәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.2.1988, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1939—40 йй. советфинлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Үзбәк ССР‑ында эшләй. 1934 й. башлап Баймаҡ р‑нында: 1938 й. тиклем механик, 1941 й. алып трактор...

ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы

ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы [15.10.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 9.2.1990, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: “Ударник” к‑зында, 1941—42 йй. һәм 1944 й. алып Ҡарайерек а/с рәйесе, 1950—70 йй....

ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы

ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы (15.6.1943, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай-Гәйнә а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1978). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995). БАХИ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зында баш агроном, 1967 й. — Ишембай зона агрохимия лаб. (1970 й. башлап өлкән агрохимик)....

ЗӘЙҘУЛЛИН Хәмит Вәли улы

ЗӘЙҘУЛЛИН Хәмит Вәли улы [12.5.1934, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Сөйәрмәт а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 23.11.1993, ТР‑ҙың Яңы Зареченск ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1946—90 йй. ТАССР‑ҙың Баулы р‑ны “Баулы” с‑зында тракторист булып эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Әҙәб.: Керженевич Р. Зайдуллин...

ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ Сәлих Насретдин улы

ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ Сәлих Насретдин улы (15.8.1931, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Әлмәкәй утары), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1970). 1957 й. алып Мәләүез р‑нының В.И.Ленин ис. к‑зында эшләй (1959 й. башлап рәйес); 1985—98 йй. Мәләүез районы әҙерләүҙәр...

ЗӘЙНӘШЕВ Үзбәк Нәзих улы

ЗӘЙНӘШЕВ Үзбәк Нәзих улы [17.8.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 19.5.1986, ш. уҡ райондың Баҙытамаҡ а.], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—75 йй. Илеш р‑нының Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхоз рәйесе. З. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары...

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Хисмәтулла улы

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Хисмәтулла улы (15.4.1931, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Иҡсан а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңы Ихсан а., — 1.11.2000, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1946 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: 1948 й. — Саҡмағош МТС‑ында, 1958—88 йй. М.В.Фрунзе ис. к‑зда (1973—77 йй. комплекслы бригада...

ЗИННӘТУЛЛИН Рифғәт Зиннәтулла улы

ЗИННӘТУЛЛИН Рифғәт Зиннәтулла улы [15.12.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Татар Мәнәүезе а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 15.11.2005, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1945 й. алып Илеш р‑нында эшләй: 1955 й. башлап Егерме икенсе партсъезд ис. к‑здың һарыҡсылыҡ фермаһы мөдире, 1957—88 йй. комплекслы бригада...

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич [15.9.1928, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР-ҙың Әлшәй р-ны) — 11.3.1998, БР-ҙың ш. уҡ р‑ны Раевка ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1942 й. алып Әлшәй р‑нында эшләй: тракторсы, 1963—83 йй. “Ленин васыяты” к‑зының комплекслы бригадаһы бригадиры. З. етәкс. бригада...

ЗООТЕХНИЯ

ЗООТЕХНИЯ (зоо... һәм гр. téchnе — сәнғәт, оҫталыҡ), а.х. малдарын үрсетеү, ашатыу, аҫрау һәм файҙаланыу т‑дағы фән; малсылыҡтың теоретик нигеҙе. Дөйөм (ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, ауыл хужалығы малдарын ашатыу, малдарҙы аҫрау бүлектәренән тора) һәм айырым (ҡара: Йылҡысылыҡ, Һарыҡсылыҡ, Ҡошсолоҡ,...

ЗООЦИДТАР

ЗООЦИДТАР (зоо... һәм лат. сaedo — үлтерәм, итәм), зарарлы умыртҡалы хайуандарҙы юҡ итеү өсөн ҡулланылған пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик препараттар. Кимереүселәргә, башлыса ҡомаҡтарға (ратицидтар) ҡаршы ҡулланылған родентицидтар, ҡоштарға ҡаршы — авицидтар, балыҡтарға ҡаршы ҡулланылған ихтиоцидтар...

ЗЫКИН Владимир Александрович

ЗЫКИН Владимир Александрович (15.2.1935, Бөрө ҡ.), агроном. Рәсәй а.х. фәндәре акад. академигы (1989). А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФтың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Ҡаҙаҡ ССР‑ында эшләй. 1963 й. алып Бөтә Рәсәй (Бөтә Союз) үҫемлекселек ҒТИ‑ның (Ленинград)...

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы (21.11.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 25.6.2001, Өфө), урмансы. Биол. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1973), БАССР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлаған (1953), 1956 й. алып...

ИВАНОВ Василий Николаевич

ИВАНОВ Василий Николаевич [28.12.1896, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡушйылға а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 20.11.1979, Симферополь ҡ.), агроном. А.х. ф. д‑ры, проф. (икеһе лә — 1951). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1928). 1926 й. алып Сыуаш АССР‑ының игенселек...

ИВАНОВ Николай Михайлович

ИВАНОВ Николай Михайлович [7.12.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Булгаков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1.9.1987, ш. уҡ р‑ндың Искин а.], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—83 йй. Өфө р‑нында эшләй: 1946 й. алып А.Д.Цюрупа ис. с‑зда, 1956 й. — “Родина” к‑зында (1956—75 йй. рәйес). И. етәкс....

ИВШИН Аркадий Игнатьевич

ИВШИН Аркадий Игнатьевич (24.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Таҙтүбә а. — 29.3.1988, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1971). 1953—54 йй. Асҡын МТС‑ында агроном. 1957 й. алып Дыуан р‑нында: ВЛКСМ һәм КПСС‑тың район ком‑ттарында эшләй, 1961—88 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. И. етәкс. к‑з үҫемлекселектә...

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, иген алыу өсөн үҫтерелгән бажат һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәре һәм ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенән ҡарабойҙай. И.к. ашлыҡ (арпа, арыш, бойҙай, кукуруз, тритикале, һоло һ.б.), ш. иҫ. ярма культуралары, һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленә. Үҫеш төрө б‑са И.к. ужым культураларына (арыш,...

ИГЕНСЕЛЕК

ИГЕНСЕЛЕК, 1) а.х. культураларын үҫтереү һәм юғары тотороҡло уңыш алыу өсөн тупраҡҡа тәьҫир итеү ысулдары системаһы. Тотороҡло (төрлө а.х. культураларын уңайлы тупраҡ-климат шарттарында үҫтереү), ҡоро йәки тотороҡһоҙ (дым етешмәгән һәм һауа торошо тотороҡһоҙ булған райондарҙа) И., һуғарыулы игенселек,...

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ, 1) игенселек өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең тарихи барлыҡҡа килгән органик-технологик формаһы; 2) ерҙе рациональ файҙаланыуға, тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу‑хужалыҡ, агротехник, мелиоратив саралар йыйылмаһы. И.с. хужалыҡта һәм ер терр‑яһында...

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ, тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са үҙ‑ара бәйле ойоштороу, агротехник, урман‑мелиорация, гидротехник саралар комплексын ҡулланыуға нигеҙләнгән игенселек системаһы. БР‑ҙа һәр ауыл хужалығы зонаһы өсөн эшләнә. Һыу эрозияһына дусар булған тау‑урман зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш...