Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ, 1959 й. Иглин р‑ны Оло Теләк а. Оло Теләк йәнлекселек хужалығы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып ЯСЙ, 2000 й. — МУАХП, 2002 й. — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһының “Иглин” йәнлекселек бүлексәһе, 2004 й. — “И.й.х.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына көлһыу ҡара төлкө, вуалле аҡ төлкө,...

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ, болон тимофеевкаһының урындағы селекция сорты. Һабағы цилиндр рәүешендә, бейеклеге 100 см тиклем, ҡыуағы кәүшәк, төҙ. Япраҡлылығы 50%‑ҡа тиклем. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Орлоғо ваҡ, оҙонса овал формала. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,4—0,5 г. Һуң өлгөрөүсән, уртаса...

ИЗУМРУДНАЯ, судан үләне сорты

ИЗУМРУДНАЯ, судан үләне сорты. 1986 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИЗиС) тарафынан ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағы төҙ, цилиндр рәүешендә, бейеклеге 2,0 м тиклем. Япраҡлылығы 75—86%. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12,5—14,0 г. Иртә өлгөрөүсән, һыуыҡҡа,...

ИЛЬИН Сергей Семёнович

ИЛЬИН Сергей Семёнович (17.3.1905, Ҡазан губ. Сөнчәләй а. — 1978, Ярославль ҡ.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1952), проф. (1952). Ҡазан а.х. һәм урмансылыҡ ин‑тын тамамлаған (1930). 1957—62 йй. БДУ‑ның ботаника каф. мөдире, 1966—70 йй. Биология ин‑тының (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡта...

ИЛЬИЧЁВ Дмитрий Андреевич

ИЛЬИЧЁВ Дмитрий Андреевич (7.11.1901, Кострома губ. — окт. 1973, Өфө), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград урман‑техника акад. тамамлаған (1930). 1926 й. алып Тубыл ер идаралығында, 1929 й. — Урал урман‑техника ин‑тында...

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ, ашатыусы эшсе ҡорттарҙың өҫкө яңаҡ һәм йотҡолоҡ биҙҙәре секреты. Бер инә көбөнә бал ҡорттары 0,2—0,5 г И.ҡ.һ. һала. Химик составы бал ҡорттары туҡланған һеркәгә бәйле. И.ҡ.һ. ҡоро матдәһендә 10—58% аҡһым, 5—18% май, 5—15% углевод, минераль матдәләр, витаминдар һ.б. биологик актив матдәләр...

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы (19.8.1946, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Костин а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында ғилми хеҙм‑р, баш зоотехник. 1986 й. алып БАССР А.х. министрлығының баш зоотехнигы, 1991 й. — БР МС‑нда баш белгес,...

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы [26.7.1948, Чкалов өлк. Бәшир а. (Ырымбур өлк.)], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында, 1973 й. алып Баймаҡ р‑нының Ҡуянтау урта мәктәбендә...

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы (25.3.1951, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), а.х. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2010). Р.С.Исмәғилевтең улы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман үҫемлектәрҙе...

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы [13.8.1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 29.6.1992, ш. уҡ райондың Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: 1942 й. тиклем “Салауат батыр” к‑зында, 1945 й. башлап “Ҡыҙыл...

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы (5.6.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а. — 4.08.2009, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һамар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1946—92 йй. Әбйәлил р‑нының “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зында эшләй (1949 й. алып механизатор). Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы —...

ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы

ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы (15.5.1935, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Түбән Таҡыя а. — 30.11.1998, Салехард ҡ.), агроном. а.х. ф. д‑ры (1995). Новосибирск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Томск өлк. хужалыҡтарында эшләй. 1977 й. алып Ханты‑Манси а.х. тәжрибә ст.: өлкән агроном, 1978—80 йй. фермалар идарасыһы....

ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңлеәхмәт улы

ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңләхмәт улы [22.5.1960, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әлимғол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2003). БАХИ‑ны тамамлаған (1984 й.). 1988 й. алып (өҙөклөк м‑н) БНИПТИЖиК‑ла эшләй (1996 й. —...

ИШЕМЙӘРОВ Айрат Шәрифҡол улы

ИШЕМЙӘРОВ Айрат Шәрифҡол улы (10.11.1937, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Абҙан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. канд. (1966), проф. (1997). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1964 й. тиклем Стәрлетамаҡ тәжрибә‑производство хужалығында эшләй. 1966—2002 йй. (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 1970 й. алып ғилми‑тикшеренеү лаб....

ИШМОРАТОВ Хәләф Ғәбделхәй улы

ИШМОРАТОВ Хәләф Ғәбделхәй улы (19.8.1957, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Бүреҡаҙған а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зында баш зоотехник. 1987 й. алып бригадир, 1988 й. — баш зоотехник, 1996 й. — В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ...

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Гөблөкөсөк ауылы. Составында һыйыр малының 2 һөтсөлөк фермаһы бар. 2012 й. 61 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3799 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр  — 2525 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы (12.2.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 16.8.2007, Өфө, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. ерләнгән), селекционер. БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ҡустыһы. БАХИ-ны...

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы (9.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 17.4.2000, БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иванай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Саҡмағош, Дүртөйлө,...

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы (29.1.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 17.12.1984, Мәскәү), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-емеш ин‑тын тамамлаған...

ЙӘНЛЕКСЕЛЕК

ЙӘНЛЕКСЕЛЕК, тире (ҡиммәтле тире) алыу өсөн ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Й. продукцияһы тиренән эшләнгән изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Й. төп объекттары — шәшке, аҡ төлкө, аҡһыл ҡара төлкө, нутрия, көҙән һ.б. 20 б. 50‑се йй. Учалы йәнлекселек хужалығында...