Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХОРҘАР

ХОРҘАР (гр. choros), 1) вокаль музыканы инструменталь ҡоралдарға ҡушылып йәки уларһыҙ (a capрella) башҡарған проф. йәки һәүәҫкәр йыр коллективтары (ҡара: Үҙешмәкәр хорҙар). Тауыш составы б-са бер төрлө (ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, балалар) һәм ҡатнаш (4 хор партияһын үҙ эсенә ала: сопрано, альт, тенор, бас);...

ЧАЙКОВСКИЙ П.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘСКӘҮ КОНСЕРВАТОРИЯҺЫ ЭРГӘҺЕНДӘГЕ БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ

ЧАЙКОВСКИЙ П.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘСКӘҮ КОНСЕРВАТОРИЯҺЫ ЭРГӘҺЕНДӘГЕ БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ, 1932 й. Ғ.С.Әлмөхәмәтов инициативаһы б-са башҡорт опера йырсыларын һәм композиторҙарын әҙерләү өсөн асыла (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә урынлашҡан). Вокал һәм композитор (1936 й. башлап) бүлектәре була. Вокал бүлеге...

ЧИПЕНКО Сергей Геннадиевич

ЧИПЕНКО Сергей Геннадиевич (3.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), пианист, композитор. РФ-тың атҡ. артисы (2002). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1984; А.Д.Франк класы) шунда уҡ, 1986 й. алып Өфө сәнғәт уч-щеһында уҡыта. “Транс-Атлантик” төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (Өфө, 1989). 1992 й. башлап Мәскәүҙә (1994...

ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы

ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы (2.1.1962, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Әхмәт а.), эстрада артисы, йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы, БР‑ҙың атҡ. артисы (2012). Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1983), Ҡазан театр уч‑щеһын (И.З.Хәйруллин курсы), Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (Ф.Х.Хәмитова...

ШАКИРОВА Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы

ШАКИРОВА Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы (5.6.1965, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрге Аташ а.), йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (1998) артисы, БР‑ҙың атҡ. артисы (2012). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Ф.Ф.Сәғитова класы), БДПУ‑ны (2005) тамамлаған. 1990 й. алып Татар филармонияһы, 1995 й. — “Илһам” театр‑студияһы (икеһе...

ШӘЙМӨХӘМӘТОВА Людмила Николаевна

ШӘЙМӨХӘМӘТОВА Людмила Николаевна (12.11.1951, Свердловск ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск, 1976) Свердловск пед. ин‑тында эшләй. 1978—2015 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк...

ШӘЙХЕТДИНОВ Рөстәм Рәжәп улы

ШӘЙХЕТДИНОВ Рөстәм Рәжәп улы (5.5.1976, Өфө), пианист, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2001), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). Р.Ю.Шәйхетдиновтың улы. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад. (Мәскәү, 1998; М.С.Гамбарян класы) тамамлағандан һуң ӨДСИ‑лә уҡыта (2003—16 йй. махсус фп. каф. мөдире),...

ШӘМСЕТДИНОВА Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы

ШӘМСЕТДИНОВА Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1.7.1955, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡышлауйылға а.), композитор. Филос. ф. канд. (2001). ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). РФ һәм ТР (1982), Вашингтон штаты (АҠШ, 2002) Композиторҙар сою­зы ағзаһы. Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1979; А.Б.Луппов класы). 1996—97 йй....

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы (14.8. 1959, Ишембай ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1998) артисы. 1977 й. алып Ишембайҙың төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй. 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы, 2000 й. — Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы, 2013 й. — Стәрлетамаҡ театр‑концерт...

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич (25.9.1906, С.‑Петербург — 9.8.1975, Мәскәү), композитор, пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1954), БАССР‑ҙың (1964) халыҡ артисы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (1965), проф. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1923, Л.В.Николаевтың...

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ, киң аудиторияға күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө. Башҡортостанда эстрада мәҙәниәте формалашыуына урындағы артистарҙың һәм танылған йырсыларҙың, инструменталистарҙың, драма труппаларының концерттары, Волковтар, Пекарскийҙар, Тимашевтар һ.б. имениеларында крепостной...

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

ЮЛСУРИНА Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (2002) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1983; Ә.К. Мәсәлимова класы) Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 й. алып Башҡорт филармонияһының артист‑вокалисы....

ЮРЛОВ Александр Александрович

ЮРЛОВ Александр Александрович (11.8.1927, Ленинград — 2.2.1973, Мәскәү), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1954), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Әзербайжан ССР‑ының (1972) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Мәскәү хор уч‑щеһын (1945) һәм Мәскәү консерваторияһын...

ЯРЦЕВ Виктор Александрович

ЯРЦЕВ Виктор Александрович (21.1.1965, Ырымбур ҡ. — 15.5.2021, Өфө ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2015), БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; педагогы Р.Ю.Шәйхетдинов) Урта махсус музыка колледжында (Өфө ҡ.) уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып “Мираҫ” ансамбленең...