Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠСУЛПАНОВТАР

АҠСУЛПАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Аҡсулпан а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны Күсәрбай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсәрбай А., кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы. Дворян (1793 й. алып). 1798 й. — 19 б. башында 7‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдары: Аралбай А.,...

АНИЧКОВТАР, Оничковтар

АНИЧКОВТАР, Оничковтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Берк мырҙа, ул 14 б. башында Мәскәү кенәзе Даниил Александровичҡа хеҙмәткә инә һәм Оникий исеме м‑н суҡына. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Владимир Александрович А. 1590 й. алып Ҡазан стрелецтары башлығы. 1603 й. ҡалмыҡтарға барған илселеккә...

АРТЕМЬЕВТАР

АРТЕМЬЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич А., Дума дворяны. Баяр балаларынан. Ҡазанды алыуҙа (1552) ҡатнаша. 16 б. 70‑се йй. Өфө ҡәлғәһен төҙөүгә урын һайлау һәм хеҙмәтле кешеләргә ер бүлеү өсөн ике тапҡыр Башҡортостанға ебәрелә. Уның ейәндәре: Гаврила Захарович А....

БАТЫРШИНДАР

БАТЫРШИНДАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Батырша, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат а. башҡорттарынан. Уның улы — Әлүк Б., штабс‑капитан. 1794 й. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1799 й. А.В.Суворовтың Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнашыусы. Мәскәү гренадер, 1796 й. алып лейб‑гвардия...

БИКТИМЕРОВТАР

БИКТИМЕРОВТАР, кантон башлыҡтары. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Сибай а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Биктимер Мотаев, тархан Мотай Айытҡоловтың улы, Бөрйән улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Йылайыр ҡәлғәһе...

БУЛГАКОВТАР

БУЛГАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Николай Михайлович Б., статский советник. 1791 й. алып — Быҙаулыҡ өйәҙ, 1794—96 йй. — Өфө өйәҙ, 1797—1803 йй. Ырымбур губерна дворяндар йыйылышы башлығы. Бәләбәй өйәҙендә, Боғорослан өйәҙендә, Быҙаулыҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә башҡорттарҙың...

ВАВИЛОВТАР

ВАВИЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Вавила Фролов, Ҡасим татарҙарынан. Свияжск ҡ. хеҙмәт итә. Нуғайҙарға әсирлеккә эләгә, азат ителгәндән һуң, 17 б. башында Әстерхан ҡ., артабан Өфөгә килә, бында суҡына. Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне була, 1616 й. стрелецтар рәтенә яҙыла....

ВЕТОШНИКОВТАР

ВЕТОШНИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Фёдор Петрович һәм Осип Петрович В., яҙылыу б‑са хеҙмәтле кешеләр. 1590 й. Өфө тупсылары. 1592 й. Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдығы Соҡалаҡ й. буйында ер биләгәндәр. Билдәлеләре: Пётр Григорьевич В. (? — 1687 й. һуң), 1654 й. — яңы суҡындырылған...

ВОЛКОВТАР

ВОЛКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий (Пороша) Андреевич В. (?—1618). Баяр балаларынан. 1589 й. поместье һәм аҡсалата эш хаҡына хәрби хеҙмәткә алына. 1602 й. нуғайҙар м‑н Рәсәй подданныйлығын раҫлау т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. 1613 й. ҡарай Ҡариҙел й. буйында һәм Брызгалово...

ГЛАДЫШЕВТАР

ГЛАДЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Гордей Иванович Г., баяр балаларынан. 16 б. аҙ. — 17 б. башында түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1633 й. ҡарата Ағиҙел й. буйында 300 сирек ер биләгән. Уның улдары: Иван Гордеевич Г., башҡорттар отряды башында 1635 й....

ГЛУМИЛИНДАР

ГЛУМИЛИНДАР, дворяндар нәҫеле. Василий Филиппович Г., титулярный советник. 18 б. һуңғы сирегендә рус армияһында, подпоручик (1792). 18 б. аҙ. алып Өфө өйәҙе Анненково а. (ҡара: Глумилин) хужаһы була. Уның улы — Михаил Васильевич Г., надворный советник. Бөгөлмә өйәҙенең Яковлевка а., 19 б. 50‑се йй....

ДИВАЕВТАР

ДИВАЕВТАР, Деваевтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ди(е)вай Неваев (1679—1756). Уҫы даруғаһы мишәрҙәренән. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы (1738). Уның улы — Сөләймән Д. (1718—14.2.1757, С.‑Петербург), башҡорт ихтилалдарын (1735—40), ихтилалды (1747), башҡорт ихтилалын (1755—56)...

ДУРАСОВТАР

ДУРАСОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван Дмитриевич Д., 15 б. аҙ. Польша короллегенән Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә күсеп килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Алексей Фёдорович Д., секунд-майор. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1734 й. алып Ырымбур драгун полкында хеҙмәт...

ИБРАҺИМОВТАР

ИБРАҺИМОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ибраһим Мерәҫов. Уның атаһы Өршәк-Мең улусы старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов билдәле, ул башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ихтилал ваҡытында Ҡыҙрас Муллаҡаев м‑н берлектә эш итә, улар...

ЙӘНЕКӘЕВТӘР

ЙӘНЕКӘЕВТӘР, 1) кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Йәнекәй Тенишев, кенәз Бейхан нәҫеленән. 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим ханлығының Темников ҡалаһында кенәз һәм воевода була. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы нигеҙендә мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II...

КАДОМЦЕВТАР

КАДОМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шувалко Кадомец, Өфө янындағы Богородский а. нигеҙ һалыусы һәм уның старостаһы (17 б. башы). Уның вариҫтарынан киң билдәлеләре: Самуил Евменьевич К. (1854, Златоуст ҡ. — 1942, Өфө), 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губерна казначействоһы чиновнигы....

КАЛОВСКИЙҘАР

КАЛОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Польша шляхтаһынан. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Иван Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., Өфө воеводаһы (1614; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1614—15). 1601 й. Себер ханы улдарының рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑дағы ярлыҡтары м‑н М.А.Нагой тарафынан Б.Годуновҡа...

КАРПОВТАР

КАРПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Уның улдары: Никифор Иванович К., 1657 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Өфө өйәҙендә Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында...

КЕЙЕКОВТАР

КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем)...

КИРЖАЦКИЙҘАР

КИРЖАЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван К., Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне. Өфө атлы стрелецы. Уның улы — Кирилл Иванович К., Өфө атлы стрелецы. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1645 й. Өфөлә майҙан подьячийы булып хеҙмәт итә, ш. уҡ йылда яңы суҡындырылған...