Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ. Башҡортостанда ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙарына геол. разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: Сибай һәм Учалы филиалдары, үҙәк комплекслы лаборатория. 1200 м тиклем тәрәнлектә эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыу өсөн быраулау ҡулайламалары...

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, предприятие

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, ААЙ. Нефть һәм тәбиғи газдарға эҙләнеү-разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 14 сейсмик разведка партияһы (ш. иҫ. Башҡортостанда 3, Төмән өлк. 11), 3 геофизика эштәре идаралығы, экспедициялар. Өфөлә Геофизика материалдарын эшкәртеү һәм интерпретациялау үҙәге, тематик...

“ГЕОФИЗИКА”

“ГЕОФИЗИКА” ғилми-производство фирмаһы, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “БашНИПИнефть”, “ТатНИПИнефть”, Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы (ҡара: Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институты) ғилми бүлектәре нигеҙендә Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ булараҡ ойошторола,...

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”

“ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”, тәбиғи алтын киҫәге. 1992 й. Йылайыр свитаһының вулканоген‑ултырма тоҡомдарын ҡаплаған делювиаль ултырмаларҙа, Баймаҡ районы Күсей а. янында элекке Һунар‑Үҙәк руднигынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә “Ирәндек” совхозы механизаторы Р.И.Үтәғолов...

“ИШИМБАЙНЕФТЬ”

“ИШИМБАЙНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Ишембай нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын һәм Архангел, Ауырғазы, Бишбүләк, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Әлшәй р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү...

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ”, предприятие

“КРАСНОХОЛМСКНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, ЯСЙ. Игровка, Уръябаш, Борай нефть ятҡылыҡтарын һәм Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Яңауыл ҡ. урынлашҡан. Составына 6 нефть һәм газ сығарыу цехы, ҡатламда баҫымды тотоу,...

“ОКТЯБРЬСКНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы

“ОКТЯБРЬСКНЕФТЬ” н е ф т ь һ ә м г а з с ы ғ а р ы у и д а р а л ы ғ ы, ЯСЙ. Серафимов, Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Стахановка нефть ятҡылыҡтарын һәм Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Туймазы р‑ны Серафимов а. урынлашҡан....

“ЧЕКМАГУШНЕФТЬ”, нефть һәм газ сығарыу идаралығы.

“ЧЕКМАГУШНЕФТЬ”, нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Маншыр нефть ятҡылығын, Бөрө, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Саҡмағош р‑ны терр‑яһындағы Мәнәүез, Таймырҙа, Андреевка, Илеш, Саҡмағош һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнә. Дүртөйлө ҡ. урынлашҡан. Составына нефть сығарыу...

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы (5.4.1942, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа а.), гидрогеолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). БР‑ҙың (2000) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып Балаҡатай районында мәктәп директоры, 1968 й. башлап...

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (29.11.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ы Олотау ҡсб — 12.6.2010, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), геолог. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (1979), БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1973). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән...

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет райондары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ тимер юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт...

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (франц. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АҠБУР

АҠБУР, аҡбур системаһы (осоро), мезозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 145±3 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. 1822 й. Бельгия геологы Ж.Омалиус д’Аллуа айырып күрһәтә. А. аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) берриас, валанжин, готерив, баррем, апт һәм альб ярустарына, өҫкө бүлеге сеноман,...

АҠБУР, тау тоҡомо

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы...

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары менән тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре менән...

АҠЫҠ, тау тоҡомо

АҠЫҠ (гр. acátēs), халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынса А. бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер...

АЛАТАУ СВИТАҺЫ

АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й....