Список материалов
ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы
ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы (8.9.1941, БАССР‑ҙың Өфө районы Алексеевка а. — 22.12.2012, Өфө ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1960 й. алып Омск ҡ., Үзбәк ССР‑ының, Печора ҡ. төрлө предприятиеларында; 1970 й. башлап “Башсантехмонтаж” тресында эшләй. 1985—88 йй. “Вечерняя...
ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы
ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы (24.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Уҫман‑Ташлы а. — 17.9.2017, Ҡазан ҡ.), драматург. ТССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Ҡазан педагогия институтын (1971), ГИТИС эргәһендәге Юғары театр курстарын (1979), М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге...
ХӨСӘЙЕНОВ Айҙар Гайдар улы
ХӨСӘЙЕНОВ Айҙар Гайдар улы (27.2.1965, БАССР-ҙың Ейәнсура р-ны Күгәрсен а.), шағир, драматург, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БАХИ-ны (1987), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин-тын (1995, Мәскәү) тамамлаған. 1989—90 йй. Яңы Өфө НЭЗ-ының “Нефтепереработчик” (“Нефть эшкәртеүсе”) гәз., 1996—98 йй. “Башҡортостан”...
ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы
ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы [10.4.1928, БАССР-ҙың Өфө кантоны Үтәгән а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 27.7.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2008). РФ-тың (1992) һәм БАССР-ҙың...