Список материалов
ШАМАНЛЫҠ
ШАМАНЛЫҠ (эвенкса шаман, саман — ярһыған кеше), диндең тәүге формаларының береһе; ҡамлау ваҡытында шамандың (культ башҡарыусы) рухтар м‑н аралашыуы т‑дағы күҙаллауға нигеҙләнә. Анимизм, магия, тотемизм, фетишизм м‑н бәйле; элементтары төрлө дини системаларҙа бар. Ш. ҡорбан килтереү хас. Ҡамлау ваҡытында...
ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ
ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ [ысын исеме Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы; 1876, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 1957, шунда уҡ], дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Дауалау эше м‑н шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Хажға барған. З.Х.Рәсүлев,...
ШИҒИСЫЛЫҠ
ШИҒИСЫЛЫҠ, исламдағы төп (сөнниселек м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 8 б. уртаһында тулыһынса формалаша. Ш. юлынан барыусылар Ғәли хәлифә м‑н Фатима (Мөхәммәттең ҡыҙы) нәҫеленең имаматҡа хоҡуғын таный, тәүге хәлифәләрҙең (Ғосман, Ғүмәр, Әбү Бәкер) идара итеү законлығын...