Список материалов
ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла
ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла [1875, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 4.6.1936, Өфө], дин әһеле, БАССР Үҙәк диниә назараты мөфтөйө (1924—36). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Ҡоншаҡ а. 1‑се мәхәллә мәсетенең имам-хатибы. 1923 й. алып БАССР Үҙәк диниә назараты (ҡара: Диниә...
ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм
ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...
ҒОСМАНОВ Хәйрулла
ҒОСМАНОВ Хәйрулла, У с м а н о в Х. [1848 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846), Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а. — 1907, Өфө], дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме...