Список материалов

ОМФАЦИТ, минерал
ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6;...

ОНИКС
ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге...

ОПОКА, тау тоҡомо
ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы...