Список материалов
АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы
АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы [4.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үрнәк ҡсб (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 23.4.1999, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1950). 1943 й. ноябренән...
АРХЕОГРАФИЯ
АРХЕОГРАФИЯ (архео... һәм ...графия), ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу, тасуирлау һәм нәшер итеү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарихи дисциплина. Сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, палеография, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Ялан (ҡулъяҙмалар, боронғо баҫма китаптар һ.б. эҙләү...
АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ
АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ, ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм нәшер итеү учреждениеһы. Император Николай I 1834 й. 24 дек. указы м‑н С.‑Петербургта Халыҡ мәғарифы министрлығы эргәһендә ойошторола. 1917 й. алып — РСФСР Мәғариф ХК, 1922 й. — Рәсәй ФА, 1925 й. СССР ФА эргәһендә: 1926 й....
АРХИВТАР
АРХИВТАР (лат. archivum), ҡулланыусылар мәнфәғәтендә документтар ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән учреждениелар йәки учреждение, ойошма, пр‑тиеларҙың структур бүлектәре, ш. уҡ дәүләт учреждениелары, пр‑тиелары, ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар һәм айырым кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә...
ӘСФӘНДИӘРОВ Әнүәр Закир улы
ӘСФӘНДИӘРОВ Әнүәр Закир улы (15.5.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сыңғыҙ а. — 4.2.2014, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2004). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1‑се Башҡ....
БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ
БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ, АСБР ҮБК‑ның 1922 й. 16 февр. ҡарары м‑н Стәрлетамаҡ ҡ. Мәғариф ХК (ҡара: Академүҙәк) эргәһендә Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1922 й. сент. Көньяҡ Уралды өйрәнеү йәмғиәте м‑н берләштерелә, Өфөгә күсерелә һәм Башҡортостанды...
БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы
БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы (25.12.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙер БР‑ҙың Әлшәй районы Әбдрәшит а., — 8.10.2006, Өфө ҡ., Әбдрәшит а. ерләнгән), танкист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977)....
ВАЛИВАЧ Меркурий Матвеевич
ВАЛИВАЧ Меркурий Матвеевич (25.12.1914, Томск губ. Васильчуки а. — 11.10.1995, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1986), проф. (1987). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1946 й. алып Томск мед. ин‑тында уҡыта, 1963 й. — Томск...
ВӘЛИУЛЛИН Ҡәҙим Барый улы
ВӘЛИУЛЛИН Ҡәҙим Барый улы [24.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Бал‑ тас р‑ны Иҫке Тимкә а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1996). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1949—51 йй., 1954—55 йй. Балтас р‑ны мәктәптәрендә, 1960—62 йй. Бәләбәй...
ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич
ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич (р.12.2.1961, Ырымбур өлк. Грачёвка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып тарих һәм культурология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре тарих методологияһы, Уралда...
ВЯТКИН Михаил Порфирьевич
ВЯТКИН Михаил Порфирьевич (21.8.1895, Ырымбур ҡ. — 7.12.1967, Ленинград), тарихсы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1954), тарих ф. д‑ры (1944), проф. (1945). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Петроград ун‑тында уҡыған (1913—17), Томск ун‑тын тамамлаған (1921). 1917—18 йй. — Шадринск реаль уч‑щеһында,...
ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич
ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Озеро а., — 19.12.2020, Екатеринбург ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск педагогия институтын...
ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна
ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна (16.8.1937, Краснодар ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы бүлеге мөдире, 1971 й. алып ТТӘИ‑лә (1998 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре...
ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович
ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович (1879, С.‑Петербург губ. Кронштадт ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. 1900‑сө йй. — РСДРП, 1917 й. Хеҙмәт халыҡ-соц. партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. 1907 й. алып Кронштадт ҡала башҡармаһы хеҙм‑ре; 1913—17 йй. Өфө губ. земство башҡармаһының бойороҡ биреү бүлеге секретары....
ГЕРБТАР
ГЕРБТАР (полякса — herb, нем. erbe — мираҫ), эйәһенең тарихи традицияларын сағылдырыусы символик әһәмиәт бирелгән эмблемалар, фигуралар һәм предметтар берләшмәһе. Флагтарға, тәңкә аҡсаларға, мисәттәргә, рәсми документтарға һ.б. төшөрөлә. Дәүләт (дәүләттәр, идара иткән династиялар Г.), төбәк йәки өлкә...
ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ
ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫтырып сығарыу эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы урындағы дәүләт органдары. 1834 й. алып губерна һәм өлкә идаралары эргәһендә эшләгәндәр, ЭЭМ‑дың — Статистика бүлегенә, 1858 й. башлап Үҙәк статистика ком‑тына...
ГУДКОВТАР
ГУДКОВТАР, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ирле-ҡатынлы. Георгий Фёдорович Г. (8.1.1916, Өфө — 24.12.1995, шунда уҡ), БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлаған (1941). Өфөнөң төҙөлөш ойошмаларында һәм уҡыу йорттарында эшләгән....
ГУРВИЧ Николай Александрович
ГУРВИЧ Николай Александрович (1828, Гродно ҡ. — 20.5.1914, Өфө), табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Действительный статский советник (1880). Император мед.‑хирургия акад. тамамлаған (С.-Петербург, 1852). 1853 й. алып Ырымбур удел контораһы табибы, 1854 й. — Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком-ты дир.,...
ҒАЙСИН Усман Барый улы
ҒАЙСИН Усман Барый улы (12.1.1954, Төрөкмән ССР‑ы Байробан а.), тарихсы. Тарих ф. д-ры (2000), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1997 й. тиклем һәм 2000 й. алып ӨДНТУ уҡытыусыһы, 2002 й. — ӨДАТУ‑ның тарих һәм культурология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре совет дәүләтенең йәштәр сәйәсәтенә,...