Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НОВИКОВ Юрий Олегович

НОВИКОВ Юрий Олегович (25.3. 1957, Өфө), невролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1988 й. тиклем Өфөнөң 10‑сы дауаханаһында эшләй, 1990 й. алып ӨДАТУ ҡарамағындағы “Спектр” ҒПБ‑ның лаб. мөдире, 1994 й. — Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы...

НОВИКОВА Лилиә Барый ҡыҙы

НОВИКОВА Лилиә Барый ҡыҙы (26.10.1946, Канск ҡ.), невролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) 1974 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тының неврология...

НОВИКОВКА, ауыл, алып Өфө эсендә

НОВИКОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә. Ауылға 1857 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Новиковтарҙың Боғорослан өйәҙе Новиковка (Покровский) а. күсерелгән крәҫтиәндәре нигеҙһала. Шулай уҡ Валентиновка, Тау аҫты Новиковкаһы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 6 йортта 48 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н...

НОВИКОВТАР

НОВИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Гаврилович Н. (1730—?), Ырымбур пехота полкында хеҙмәт итә. 1780 й. Боғорослан өйәҙ суды заседателе. Боғорослан өйәҙендә Новиковка а. хужа була. Уның улдары: Алексей Иванович Н. (1765—?), титулярный советник. 1790 й. Өфө выждан суды ағзаһы;...

НОВОБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

НОВОБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 187 кеше; 1959 — 109; 1989 — 160; 2002 — 152; 2010 — 136 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сермән...

НОВОЖЁНОВ Иван Иванович

НОВОЖЁНОВ Иван Иванович (19.11. 1914, Пенза губ. Иҫке Мурава а. — 20.8.1944, Латвия ССР‑ы Викснас утары янында, Букайши ҡсб ерләнгән), артиллерист, капитан (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1941). 1933 й. алып Өфө шырпы ф‑каһында...

НОВОЖИЛОВ Владимир Вениаминович

НОВОЖИЛОВ Владимир Вениаминович (23.7.1952, Сумы ҡ. — 8.8. 1994, Ишембай ҡ.), тренер. Биатлон б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1990). 1972 й. алып саңғы ярыштары б‑са уҡытыусы‑тренер, 1975 й. — 5‑се ДЮСШ дир., 1977 й. — Н.Ф.Гастелло ис. спорт клубының уҡытыусы‑тренеры...

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич (9.10.1951, Свердловск ҡ.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2001), физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1996). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) Математика ин‑тында эшләй: 1981 й. алып өлкән, 1988 й. – төп, 1994 й. башлап hәм 2014 й. – баш ғилми...

НОВОКЩЕНОВ Василий Сергеевич

НОВОКЩЕНОВ Василий Сергеевич (30.12.1899, Царицын ҡ. — 21.12. 1975, Өфө), инженер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дон политехник ин‑тын тамамлаған (Новочеркасск ҡ., 1929). 1922—23 йй. Царицын ҡ., 1930—41 йй. Краснодар, Грозный ҡҡ. эшләй; 1943 й. алып Өфө НЭЗ‑ында: 1951 й. тиклем һәм 1955—64 йй. баш инженер...

НОВОПОКРОВСКИЙ Иван Васильевич

НОВОПОКРОВСКИЙ Иван Васильевич (25.11.1880, Рязань губернаһы Михайлов ҡ. — 2.9.1951, Ленинград ҡ.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (1936), профессор (1919). Мәскәү университетын тамамлаған (1904). Фәнни хеҙмәттәре СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, астра һымаҡтар...

НОВОСЁЛКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

НОВОСЁЛКА, У р а л, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 830 кеше; 1920 — 1071; 1939 — 945; 1959 — 786; 1989 — 671; 2002 — 625; 2010 — 558 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

НОВОСЁЛОВ Виктор Фёдорович

НОВОСЁЛОВ Виктор Фёдорович (2.3.1929, Урал өлк. Новосёлов а. – 14.3.1997, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1973). РСФСР‑ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1973) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1953). 1956...

НОВОСЁЛОВ Владимир Викторович

НОВОСЁЛОВ Владимир Викторович (15.2.1956, Мәскәү өлк. Павельцево ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). В.Ф.Новосёловтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (1997 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). 2001 й. башлап Мәскәүҙә....

НОВОСЁЛОВА Евдокия Ивановна

НОВОСЁЛОВА Евдокия Ивановна (12.8.1958, Ульяновск өлкәһе Кивать а.), эколог. Биология фәндәре докторы (2008), профессор (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Биология институтында эшләй, 1994 й. алып БДУ‑ла уҡыта: 2001 й. — биология факультеты деканы урынбаҫары, 2008—17 йй. экология кафедраһы мөдире....

НОВЫЙ МИР, Миәкә р‑нындағы ауыл

НОВЫЙ МИР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Сүлле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 323 кеше; 1959 — 224; 1989 — 329; 2002 — 355; 2010 — 304 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

НОВЫЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

НОВЫЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Бекетов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 35 км һәм Приют т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 261 кеше; 2002 — 315; 2010 — 313 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Приютовоагрогаз” ЯСЙ‑нда (ҡара: “Газпром трансгаз Уфа”) эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ...

НОГАРЁВ А. ЙОРТТАРЫ

НОГАРЁВ А. ЙОРТТАРЫ, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡылары; архитектура комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 19 б. аҙ. – 20 б. башында сауҙагәр А.А.Ногарёв заказы б‑са билдәһеҙ архитектор проекты б‑са төҙөлә. Дөйөм терр‑я, архитектур-художество ниәте һәм тәғәйенләнеше б‑са берләшкән...

НОҒМАНОВА Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы

НОҒМАНОВА Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы (22.8.1972, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2001) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.А.Кәримов), А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. (С.‑Петербург, 2008; педагогы Н.Б.Тарасова) тамамлаған. 1990—2013 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре...

НОҒОМАНОВ Барый

НОҒОМАНОВ Барый (Борис Миңлеғәлим улы; 8.4.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. һәм 1966—67 йй. “Башҡортостан пионеры” гәз. хеҙм‑ре, 1962—66 йй. Бүздәк, Иглин, Ауырғазы р‑ндарында...

НОҒОМАНОВ Дәйләғи Сирай улы

НОҒОМАНОВ Дәйләғи Сирай улы [6.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түбәнге Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 12.10.1944, Михалув а. янында, Варшаваға (Польша) күсереп ерләнгән], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған...