Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЛАУКОМА

ГЛАУКОМА (гр. glaucoma — күҙ яҫмығының күкһелләнеп томаланыуы), һары һыу, күреү нервыһының трофик боҙолоуы һәм күҙ эсе баҫымы күтәрелеүе хас булған күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, беренсел (асыҡ һәм ябыҡ мөйөшлө; күҙ эсе шыйыҡсаһының ағып сығыуы ауырлашыу һөҙөмтәһендә үҙенән-үҙе барлыҡҡа...

ГЛАЗЕНАП Карл Иванович

ГЛАЗЕНАП Карл Иванович (Карл Рейнгольд; 19.9.1745, Рига губ. — яҡынса 1802, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1800), ген.-майор (1797). Дворяндарҙан. 1760—98 йй. рус армияһында. 1791 й. алып Херсон еңел кавалерия полкы командиры. 1799 й. башлап Волынск, 1800 й. июне — 1802 й. Ырымбур граждан...

ГЛАДЫШЕВТАР

ГЛАДЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Гордей Иванович Г., баяр балаларынан. 16 б. аҙ. — 17 б. башында түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1633 й. ҡарата Ағиҙел й. буйында 300 сирек ер биләгән. Уның улдары: Иван Гордеевич Г., башҡорттар отряды башында 1635 й....

ГЛАДЫШЕВА Светлана Алексеевна

ГЛАДЫШЕВА Светлана Алексеевна (13.9.1971, Өфө), спортсы. Тау саңғыһы спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.П.Финк), 1987–98 йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн...

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы...

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич (19.7.1899, Борисоглебск ҡ. — 20.9.1968, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1962), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). Практик а.х. ин‑тын (Борисоглебск, 1921) һәм К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1925) тамамлаған. 1925 й. алып Аксёнов а.х. техникумы дир., 1927 й. —...

ГЛАДКОВ Александр Серафимович

ГЛАДКОВ Александр Серафимович (12.5.1959, Свердловск өлкәһе Махнёво а. – 16.5.2013, Өфө ҡ.), спортсы. Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). “Хеҙмәт резервтары” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ., тренерҙары В.А.Борман, В.И.Севрюков). РСФСР чемпионы (1980—86),...

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы (13.6.1954, Омск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2005). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй. 1983 й. алып өлк. ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — ИПТЭР‑ҙа лаб. мөдире. 1993 й. алып “Поиск” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Өфө технология б‑са дир., бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДАТУ-ла...

ГЛАДКИЙ

ГЛАДКИЙ, Салғыя рифы, ҡалдыҡ тау, көньяҡ-көнбайыш өлөшө – тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Ярославка һәм Салғыя аа. араһында Мәләкәҫ й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 364,6 м. Конус формаһында, түбәһе яҫы. Битләүҙәре текә. Ташҡа әйләнгән диңгеҙ риф фаунаһы ҡалдыҡтары м‑н көңгөр ярусының карбонатлы...

ГИСТОЛОГИЯ

ГИСТОЛОГИЯ (гр. histos, histion — туҡыма һәм ...логия), хайуан һәм кеше туҡымалары т‑дағы фән. Дөйөм (туҡымалар үҫешенең һәм төҙөлөшөнөң төп принциптарын, уларҙың функцияларын өйрәнә) һәм айырым (туҡыма комплекстары үҙенсәлектәрен һәм ағзаларҙың микроскопик төҙөлөшөн тикшерә) бүлектәрҙән тора. Анатомия,...

ГИРУДОТЕРАПИЯ

ГИРУДОТЕРАПИЯ (лат. hirudo — һөлөк һәм терапия), һөлөк менән дауалау, мед. һөлөктәрен файҙаланып дауалау. Һөлөктәрҙең шайыҡ биҙҙәре секретында ҡан ойоуын тотҡарлаған, иммун системаһын, ҡан һәм лимфа әйләнешен, матдәләр алмашыныуын активлаштырған, бактерицид һәм яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған биологик...

ГИРОСКОП

ГИРОСКОП (гр. gyreuo – әйләнәм, өйөрөләм һәм skopeo – ҡарайым, күҙәтәм), симметрия күсәре тирәһендә шәп әйләнеүсе, әйләнеү күсәре арауыҡта үҙенең йүнәлешен үҙгәртә алған ҙур массалы ҡаты есем. Әйләнеү күсәренең иреклеге 2 һәм 3 дәрәжәле, механик йәки шыйыҡлыҡлы роторлы, вибрацион, микромеханик, лазер,...

ГИРКО Евгений Иванович

ГИРКО Евгений Иванович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р-ны Воздвиженка а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са СССР‑ҙың спорт мастеры (1960). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе; 1960—70 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Б.И.Мосиевич). РСФСР чемп. (1960, 1962, 1963, 1966—69), РСФСР халыҡтары...

ГИПС

ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә...

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ, эссенциаль артериаль гипертензия, артыҡ артериаль баҫым (АБ) һәм ҡан тамырҙарының тонусы боҙолоуы м-н билдәләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуы. АБ кимәленә, хәүеф факторҙары булыуына, ауырыу тыуыуға сәбәпсе булған ҡайһы бер ағзаларҙың – “сәптәрҙең” зарарланыуына...

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР (гр. hyper — артыҡ һәм витаминдар), организмдың артыҡ витамин ҡабул итеүҙән ағыуланыуы. А һәм Д Г. айыралар (башҡа витаминдарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан Г. барлыҡҡа килеү ихтималлығы етерлек өйрәнелмәгән). Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен А Г. төп симптомдары: баш ауыртыу, йөҙ...

ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, бүлендек сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Г.т. ысын коэффициентлы 1‑се тәртип тигеҙләмәләре һәм 2‑се тәртип тигеҙләмәләренең ҡайһы бер типтары (тулҡын тибы, мәҫ., ҡыл тирбәлеүе тигеҙләмәһе) инә. Төрлө тәбиғәтле тулҡын күренештәрен тасуирлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Г.т....

ГИНИН Николай Степанович

ГИНИН Николай Степанович [10.12.1925, Урал өлк. Тысяцково а. (Пермь крайы) — 15.8.1999, Нефтекама ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1966). 1942—86 йй. “Уралэнергомонтаж” тресында (Свердловск ҡ.) эшләй: слесарь, 1946 й. алып бригадир, 1966—81 йй. слесарь-бригадир....

ГИНЕВСКИЙ Виктор Петрович

ГИНЕВСКИЙ Виктор Петрович (1884, Өфө — 1937), революцион хәрәкәт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Брюссель ун‑тын тамамлаған (1908). 1903 й. башлап Пенза, 1906 й. алып Әстерхан губ. һөргөндә була. 1906 й. аҙағынан Бельгияла йәшәй. 1911 й. алып Өфө өйәҙ земство...

ГИНДМАН ЭПИТЕМИЯҺЫ

ГИНДМАН ЭПИТЕМИЯҺЫ (Epithemia hyndmannii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡ төрө. Ҡапҡасы ураҡ рәүешендә, параллель ситле, оҙонлоғо 120—230, киңлеге 20—26 мкм. Ҡапҡас остары киң, йомро, ҡыҫҡа; һырттары радиаль, тупаҫ, 10 мкм 2—4 штрих тура килә, улар араһында 2—3‑әр рәт тупаҫ ареола бар, 10 мкм 6—7 бөртөк...