Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НУРМӨХӘМӘТ ЙОМРАНИ

НУРМӨХӘММӘТ ЙОМРАНИ, Н у р м ө х ә м м ә т с ә с ә н [ысын исеме Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы; 1882, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Йомран а. – 1934, БАССР‑ҙың Иҫке Балтас р‑ны Төлгөҙбаш а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны)], шағир‑импровизатор. Мәҙрәсәлә уҡый. Революцияға (1917) тиклем ҡаҙаҡ ауылдарында, тыуған...

НУРМӨХӘМӘТОВ Әнүәр Әбүбәкер улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Әнүәр Әбүбәкер улы (9.5.1943, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Яңы Уҫман а. – 18.3.2009, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин, Р.С.Сыртланов курсы), ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған....

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Ниғәмәтйән Мөхөтдин улы (10.5.1936, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Ҡаранай а. — 26.6. 2011, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), агроном. А.х. ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин р‑нының 20‑се партсъезд ис. к‑зында баш агроном; 1963—1964 йй. Өфө колхоз‑совхоз...

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы

НУРМӨХӘМӘТОВ Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4.9.1925, Өфө — 23.8. 1986, шунда уҡ), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1970), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1968) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1950; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И. Урядов), В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын...

НУРМӨХӘМӘТОВА Диана Дауыт ҡыҙы

НУРМӨХӘМӘТОВА Диана Дауыт ҡыҙы (1918, Ҡаҙағстан — ?), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; А.К.Аскочинский һәм М.В.Владимирова класы) БДОБТ, 1943 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу...

НУРТДИНОВ Марат Әҡдәс улы

НУРТДИНОВ Марат Әҡдәс улы (19.6.1968, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Суслов а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны (1993), Көнсығыш Европа психоанализ ин‑тын (С.‑Петербург, 2014) тамамлаған. 1993 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургия, аяҡ‑ҡул сегменттарын...

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы (6.5.1948, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Туҡай а. — 17.6.1992, Нефтекама ҡ.), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1974). 1966—67 йй. Борай р‑ны Оло Баҙраҡ урта мәктәбе, 1974 й. алып 1‑се Борай урта мәктәбе физик культура уҡытыусыһы,...

НУРХӘМИТОВ Харис Ғарип улы

НУРХӘМИТОВ Харис Ғарип улы (2.10.1931, ТАССР‑ҙың Туҡай а. — 10.10.1998, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Илеш р‑нының Йәркәй МТС‑ында өлкән ветеринар врач, 1958 й. алып Илеш район ветеринар дауаханаһының ветеринар врачы. 1960—65 йй. Стәрлетамаҡ...

НУТРИЯ

НУТРИЯ, һ а ҙ ҡ о н д о ҙ о (Myocastor coypus), кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда яраҡлашҡан. Кәүҙә...

НУХОВ Салауат Йәүҙәт улы

НУХОВ Салауат Йәүҙәт улы (20.4.1953, Верхнеурал ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007), Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1975) 1‑се Верхнеурал урта мәктәбендә...

НУХОВ Фәрит Әйүп улы

НУХОВ Фәрит Әйүп улы (21.3.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Меңйетәр а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Меңйетәр а., — 19.3.1990, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1948—50 йй. һәм 1954—90 йй. ӨМЭПБ‑ла слесарь-йыйыусы булып эшләй. БАССР ЮС‑ының 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1975), Окт. Революцияһы (1971)...

НЫҒЫТМАЛЫ СИК ҺЫҘЫҠТАРЫ

НЫҒЫТМАЛЫ СИК ҺЫҘЫҠТАРЫ, 16—19 бб. Рәсәй дәүләтенең көньяҡ, көньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш сиктәрендәге фортификация ҡоролмалары. Сик буйын нығытыу, яңы ҡушылған ерҙәрҙә Рәсәйҙең адм. һәм хәрби йоғонтоһон көсәйтеү, сик буйындағы ерҙәрҙе үҙләштереү һәм кешеләр күсереп ултыртыу (ҡара: Колониялаштырыу) өсөн...

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИТ

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИИТ, Б ю р г е р а у ы р ы у ы, магистраль, башлыса ваҡ һәм уртаса ҡан тамырҙарының иммунопатологик шеш ауырыуы, ҡан тамырҙары киңлегенең тулы бөтәшкәнгә тиклем (окклюзия) тарайыуы һәм аяҡтың дисталь өлөшөнөң ҡан м‑н тәьмин ителеүе боҙолоуы м‑н билдәләнә. О.т. периферик (аяҡтың...

ОБНОВЛЕНЕЦТАР

ОБОЛЕНЦЕВ Роман Дмитриевич (1.11.1906, Харьков губ. Алексеевка а. — 27.10.1968, Киев), нефтехимик. Химия ф. д‑ры (1951), проф. (1953). РСФСР‑ҙың (1964), БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре. ЛДУ‑ны тамамлаған (1936). 1935 й. алып “Хим‑ газ” ғилми‑тикшеренеү эксперименталь з‑дында (Ленинград ҡ.), 1941...

ОБОЛЕНЦЕВ Роман Дмитриевич

ОБОЛЕНЦЕВ Роман Дмитриевич (1.11.1906, Харьков губ. Алексеевка а. — 27.10.1968, Киев), нефтехимик. Химия ф. д‑ры (1951), проф. (1953). РСФСР‑ҙың (1964), БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре. ЛДУ‑ны тамамлаған (1936). 1935 й. алып “Химгаз” ғилми‑тикшеренеү эксперименталь з‑дында (Ленинград ҡ.), 1941 й. —...

ОБРЕЗКОВА Ольга Константиновна

ОБРЕЗКОВА Ольга Константиновна (11.5.1980, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры П.И.Никитин). Ырғым, күтәреү һәм икебәйгелә Рәсәй чемп. (2001—02),...

ОБРЕИМОВ Иван Васильевич

ОБРЕИМОВ Иван Васильевич (24.2.1894, Аннеси ҡ., Франция — 2.12.1981, Мәскәү), физик. СССР ФА акад. (1958). Петро‑ град ун‑тын тамамлаған (1915). Фәнни хеҙмәттәре кристалдар физикаһы һәм молекуляр спектроскопия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. О. тарафынан иретмәлә монокристалдарҙы үҫтереп алыу...

ОБРУЧЕВ Владимир Афанасьевич

ОБРУЧЕВ Владимир Афанасьевич (1793, Архангельск ҡ. — 1866 й. апр.), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1851). Дворяндарҙан. 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй. сит ил походтарында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Инженерҙар мәктәбен...

ОБСЕРВАТОРИЯ астрономик

ОБСЕРВАТОРИЯ а с т р о н о м и к, астрономик күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҡорамалдар м‑н йыһазландырылған махсуслаштырылған учреждение, ш. уҡ бина йәки биналар һәм ҡоролмалар комплексы. Башҡортостанда Ерҙең яһалма юлдашта‑ рын күҙәтеү өсөн 1957 й. БДУ‑ла ойошторолған (Д.Т.Емасов, В.С.Сөләймәнов)...

ОБУХОВ Михаил Иванович

ОБУХОВ Михаил Иванович (29.10. 1871, Түб. Новгород губ. Пешелань а. — 4.10.1943, Өфө), педагог. 1891 й. алып Түб. Новгород губ. мәктәптәрендә эшләй. 1906—07 йй., 1910—13 йй. Архангел һәм Әстерхан губ. һөргөндә була. 1907—08 йй. М.Шорин исеме м‑н Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре...