Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠАЙ КҮСЕМОВ

АҠАЙ КҮСЕМОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән. 1735 й. июнендә Өфө ҡ. эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек...

АҠБАЛЫҠ

АҠБАЛЫҠ (Stenodus leucichthys), алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Каспий диңгеҙе басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см, ауырлығы 20 кг тиклем. Ҡабырғалары аҡ, көмөш төҫлө, тимгелдәре юҡ, тәңкәләре эре. Ауыҙы ҙур, яңаҡ һөйәктәрендә, төрәне һәм телендә ваҡ ҡына тештәре бар. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан 5—7 йылда...

АҠБАРЫҪ

АҠБАРЫҪ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 523 кеше; 1920 — 658; 1939 — 650; 1959 — 703; 1989 — 496; 2002 — 534; 2010 — 437 кеше. Мариҙар йәшәй...

АҠБАҪАР, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АҠБАҪАР, Таллыя, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 505 кеше; 1939 — 520; 1959 — 441; 1989 — 167; 2002 — 131; 2010 —149 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

АҠБАШ СЫПҠАЙ

АҠБАШ СЫПҠАЙ (Podiceps griseigena), сыпҡай һымаҡтар отрядының сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—50 см, ауырлығы 400—950 г (ата ҡоштар бер аҙ ҙурыраҡ), ҡанаттарының ҡоласы 77—85 см. Ҡауырһын ҡапламы шырт, тығыҙ, арҡаһы көрәнһыу һоро, ҡорһағы...

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Заһит а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 6.2.2019, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], драматург, прозаик. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын...

АҠБЕЙЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт

АҠБЕЙЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына...

АҠБИРҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл

АҠБИРҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 — 581; 1939 — 745; 1959 — 510; 1989 — 231; 2002 — 778; 2010 — 1009 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы (11.12.1951, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Бәләкәй Моҡас а.), тракторсы. 1968 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. АХПК‑нда эшләй: 1976 й. башлап механизацияланған звено етәксеһе, 1998 й. алып бүлексә идарасыһы, 2001-08 йй. механик. 1983 й. А. звеноһы 442 ц/га шәкәр сөгөлдөрө...

АҠБУҘАТ

АҠБУҘАТ, башҡ. мифологияһында батыр арғымаҡ, толпарҙар тоҡомо башлығы. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары һәм ҡайһы бер әкиәттәр (“Урал батыр”, “Зәйнулла менән Красата”) персонажы. Күктә тыуған, ерҙә һәм һыу аҫтында йәшәй ала, утта янмай, һыуҙа батмай, тояҡтары м‑н тауҙарҙы емерә һәм диңгеҙҙе айыра. Булат...

АҠБУЛАТ МӘМЕРЙӘҺЕ

АҠБУЛАТ МӘМЕРЙӘҺЕ. Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә, Бөрйән р‑ны Аҡбулат а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта, “Алтын Солоҡ” заказнигында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле юлдар системаһы булып тора. Оҙонлоғо 1160 м,...

АҠБУЛАТ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

АҠБУЛАТ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 398 кеше; 1920 — 452; 1939 — 487; 1959 — 497; 1989 — 369; 2002 — 338; 2010 — 308 кеше. Татарҙар...

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1.2.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Үрнәк а.), яҙыусы, журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы (1995), Журналистар союзы (1999) ағзаһы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1991 й. алып “Башҡортостан”...

АҠБУР

АҠБУР, аҡбур системаһы (осоро), мезозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 145±3 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. 1822 й. Бельгия геологы Ж.Омалиус д’Аллуа айырып күрһәтә. А. аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) берриас, валанжин, готерив, баррем, апт һәм альб ярустарына, өҫкө бүлеге сеноман,...

АҠБУР, тау тоҡомо

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы...

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы [9.10.1955, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], журналист. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре. 1978 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, 1990 й....

АҠБҮЛӘКАРҠА, һырт

АҠБҮЛӘКАРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет районы буйлап Рау һәм Соҡаяҙ йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) башынан меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 5 км; һырттың абсолют бейеклеге 583 һәм 575 м еткән 2 түбәһе бар. Төньяғында төньяҡ,...

АҠДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АҠДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 105 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 185; 1939 — 158; 1959 — 151; 1989 — 114; 2002 — 115; 2010 — 84 кеше....

АҠКҮҘ, Илеш р‑нындағы ауыл

АҠКҮҘ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 131 км алыҫлыҡта Ташйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 955 кеше; 1920 — 1003; 1939 — 623; 1959 — 436; 1989 — 478; 2002 — 555; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

АҠКҮЛ ЗАКАЗНИГЫ

АҠКҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1957 й. Ағиҙел й. һәм Аҡкүл күле туғайындағы уникаль тәбиғәт комплексын һаҡлау, ш. уҡ йылға ҡондоҙо популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Ғафури р‑ны Красноусол а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 8 мең га,...