Список материалов
АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы
АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы [29.3.1925, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай районы)] — 21.8.1998, Стәрлетамаҡ ҡ.), журналист. РСФСР-ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Журналистар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары...
АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы
АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы [27.7.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1981 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 2001 й. — “Башҡортостан”...
БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы
БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22.12.1965, Өфө), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире, 1999—2010 йй. ижт.‑сәйәси тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, 2011 й. алып “Боронғо Өфө”...
БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит
“БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 4 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 6,5 мең дана (2015). 1917 й. июненән Ырымбур ҡ. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме аҫтында...
БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы
БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы (3.5.1950, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а.), журналист. Филол. ф. канд. (2010). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Ҡыйғы р‑нының Иҙрис 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, дир., 1983 й....
БЕЗБОЖНИК (“Аллаһыҙ”)
“БЕЗБОЖНИК” (“Аллаһыҙ”), гәзит. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының (ҡара: Атеизм) Башҡ‑н өлкә советы органы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1931 й. мартынан нәшер ителә. Барлығы 29 һаны билдәле. “Б.” дингә ҡаршы, фәнни‑популяр мәҡәләләр, ш. уҡ халыҡ араһында наҙанлыҡты бөтөрөү б‑са материалдар баҫыла.
Тәрж. Р.М.Шәрипова...
БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ИЗВЕСТИЯ, гәзит
“БЕЛЕБЕЕВСКИЕ ИЗВЕСТИЯ” (“Бәләбәй хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Белебеевские известия” — “Бәләбәй хәбәрҙәре” — “Бәләбәй хәбәрләре” гәзите редакцияһы » ҡаҙна пр‑тиеһы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, татар (“Бәләбәй...
БЕЛЕМ
“БЕЛЕМ” Башҡортостан Республикаһы йәмғиәте, йәмәғәт ойошмаһы. 1948 й. Өфөлә Бөтә Союз сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1963 й. алып РСФСР “Б.” йәмғиәтенең Башҡ-н респ. ойошмаһы, 1995 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Рәсәйҙең “Б.” йәмғиәте составына инә....
БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ, ижт.‑сәйәси гәзит
“БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ” (“Белорет эшсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Белорет ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1928 й. сент. алып Белорет металлургия з‑ды гәзите (1923—28 йй....
БРЕХОВА Галина Николаевна
БРЕХОВА Галина Николаевна (4.6.1945, Находка ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1969). 1965 й. алып “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; ҡара: “Белебеевские известия”) Бәләбәй р‑н гәзите эргәһендәге радиотапшырыуҙың хәбәрсе‑ойоштороусыһы....
БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы
БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы (19.6.1958, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Молодёжная газета” гәз. эшләй, 1997—2005 йй. “Ватандаш” ж. бүлек мөхәррире. Хәрби‑патриотик һәм спорт темаларына мәҡ., Чечнялағы хәрби бәрелештәр (1994—96)...
ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ
ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ, билдәле бер ваҡыт эсендә, бер баш аҫтында сыҡҡан йәки сығарылған баҫмалар (гәзиттәр, журналдар, бюллетендәр, йыйынтыҡтар һ.б.); иң мөһим киң мәғлүмәт сараларының береһе. В.м. мәғлүмәт бирә, йәмәғәтселек фекерен тыуҙыра, идара итеү системаһында халыҡ м‑н бәйләнеш булдырырға ярҙам итә,...
ВӘХИТОВ Радик Шакир улы
ВӘХИТОВ Радик Шакир улы (17.8.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Ҡаратаулы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), инженер, журналист. Техник ф. канд. (1975). Журналистар союзы ағзаһы (2008). Ш.Ҡ.Вәхитовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус...
ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы
ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы [1.2.1933, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Ҡотлоғужа а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (1969). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1967). 1961 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; Туймазы ҡ.), 1963 й. — “Ленинский путь” (Салауат ҡ.)...
ГӘЗИТ
ГӘЗИТ, ағымдағы ваҡиғалар т‑да материалдар сығарыусы баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат; киң мәғлүмәт сараларының береһе. Г. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары, айырым кешеләр тарафынан сығарыла. Аҙнаһына 1—7 тапҡыр сығырға мөмкин, күләме — 1 һәм унан күберәк бит. Тибы...
ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы
ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы (10.5.1936, БАССР-ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), журналист. Филос. ф. канд. (2010). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы ағзаһы (1957). М.А.Ғафуровтың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1964) Өфөлә эшләй: ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының, 1966 й. алып “Ленинец”...
ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы
ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.2.1956, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Абзан ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Знамя труда” гәз. хәбәрсеһе булып эшләй. 1986 й. алып “Кызыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе. “Тыуған...
ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы
ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1.1.1954, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Имәндәш а.), тележурналист. РФ‑тың (2005) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1985). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1981). 1973 й. башлап Ғафури р‑нының Красноусол башланғыс мәктәбе...
ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы
ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы (14.8.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Ибрай а., — 2.11.1993, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1942) тамамлаған. 1935 й. алып — “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”)...
ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна
ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна (7.1.1935, Горький ҡ.), журналист, яҙыусы. . БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Журналистар союзы (1959), Яҙыусылар союзы (1994) ағзаһы. Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Горький ҡ. киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире,...