Список материалов
ЛЕННЫХ Иван Васильевич
ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. —...
ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич
ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич (19.6.1947, Свердловск өлк. Кузино ҡсб), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2004). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...
ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович
ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович (28.1.1891, Санкт‑Петербург — 14.12.1967, шунда уҡ), геолог, палеонтолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Петроград тау институтын тамамлаған (1921). 1941—44 йй. Башҡортостан дәүләт геология идаралығының өлкән геологы. Фәнни тикшеренеүҙәре...
ЛИМОНИТ
ЛИМОНИТ (грекса léimṓn — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан тороуы мөмкин. Балсыҡлы һәм онтаҡ массалар, жеодтар, конкрециялар, оолиттар, кристалдар барлыҡҡа килтерә; агрегаттары үҙәктән ситкә...
ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо
ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы...
ЛИТОЛОГИЯ
ЛИТОЛОГИЯ (лито... һәм ...логия), тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге. 1910‑сы йй. дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Л. үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә. Л. бүлектәре:...
ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ
ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ, плейт-тектоника, Ер литосфераһын хәрәкәт итеүсе плиталар системаһы булараҡ ҡараған геол. теория. Континенттарҙың күсеп йөрөүе теорияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә (А.Вегенер, 1912), 1968 й. концепция рәүешендә формалаша (Б.Изакс, К. Ле Пишон, Дж.Морган, Дж.Оливер, Л.Сайкс һ.б.)....
ЛОЗИН Евгений Валентинович
ЛОЗИН Евгений Валентинович (19.9.1937, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1961)...
ЛОХКОВ ЯРУСЫ
ЛОХКОВ ЯРУСЫ, девондың аҫҡы бүлегенең түбәндәге беренсе бүлексәһе. Силурҙың пржидоль ярусында ята, прага ярусы менән ҡапланған. Кручек тарафынан айырып күрһәтелә (1877), Чехиялағы Лохков а. исеме менән аталған. Стратотибы һоро, ҡуйы һоро аргиллиттарҙан, эзбизташ һәм алевролит ҡатыш мергелдәрҙән тора;...
ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич
ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич (23.10.1913, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡсб, хәҙер Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Айҙарәле ҡсб, — 1.2.1983, Учалы ҡ.), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған (1936)....
МАГМАТИЗМ
МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...
МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР
МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...
МАГНЕЗИТ
МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...
МАГНЕТИТ
МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...
МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ
МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар...
МАГНИТОРАЗВЕДКА
МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар менән комплекста майҙандарҙың...
МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы
МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы) — 13.8.1989, Өфө ҡ.], инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡортостан нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй. 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте...
МАКСИМОВ Владимир Павлович
МАКСИМОВ Владимир Павлович (4.10.1934, Дәүләкән ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 12.11.1982, Мәскәү ҡ.), тау инженеры‑геолог. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1963 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1964 й. — “Гидротюменьнефтегаз”...
МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич
МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич (29.5.1904, Варшава ҡ. — 16.5.1979, Пермь ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1945), профессор (1934). Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1926). Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһы, гидрогеологияһы, гидрогеохимияһы һәм геоморфологияһы,...
МАЛАХИТ
МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3....