Список материалов
ГИДРАЗИНДАР
ГИДРАЗИНДАР, гидразин молекулаһында (H2N—NH2) бер йәки бер нисә водород атомын R1, R2, R3, R4=H, Alk, Ar һ.б. алыштырып барлыҡҡа килгән R1R2N—NR3R4 дөйөм формулалы химик берләшмәләр. Органик булмаған (гидразоний сульфаттары, хлоридтары, тетрафторгидразин, карбазидтар) һәм органик; органиктарҙы алыштырыусылар...
ГИДРИРЛАУ
ГИДРИРЛАУ, гидрогенлау, органик берләшмәләрҙең молекулаларына водород ҡушылыуы. Башҡарылыу шарттары б-са — каталитик гомогенлы Г. (катализаторҙар – ҡайһы бер үҙгәреүсән металдар, уларҙың берләшмәләре) һәм гетерогенлы Г. (палладий, платина, никель, үҙгәреүсән металдарҙың ҡайһы бер оксидтары, сульфидтары...
ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ
ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ,...
ГИДРОКРЕКИНГ
ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа...
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау)...
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә...
ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович
ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы...
ГЛИКОЗИДТАР
ГЛИКОЗИДТАР, молекулалары углеводлы (гликозид) һәм углеводһыҙ (агликон) фрагменттарҙан торған органик берләшмәләр. Моно‑ йәки олигосахаридтарҙың циклик формала‑рының спирттар (фенолдар), тиолдар (ҡара: Меркаптандар) һәм аминдар м‑н конденсирланған продукттары булып тора; ярашлы рәүештә O‑, S‑, N‑Г....
ГЛИКОЛДӘР
ГЛИКОЛДӘР, д и о л д а р, ике атомлы спирттар. Түбән (моно‑, ди‑, три‑ этиленгликолдәр; 1,2‑ һәм 1,3‑пропиленгликолдәр һ.б.) һәм юғары (полиэтиленгликолдәр) Г. айыралар. Түбән Г. — төҫһөҙ, татлы, еҫһеҙ ҡуйы шыйыҡсалар, tҡайнау 190°С юғарыраҡ, tтуңыу ‒4°С түбәнерәк, һыу, альдегидтар, аминдар һ.б. м‑н...
ГЛИЦЕРИН
ГЛИЦЕРИН (гр. glykeros — тәмле),1,2,3‑триоксипропан, пропантриол-1,2,3, HOCH2CH(OH)‑CH2OH, өсатомлы спирт. Хайуан һәм үҫемлек майҙары составына инә; Г. сығарылмалары (моно‑, ди‑ һәм триглицеридтар) төрлө биол. процестарҙа ҡатнаша (ҡара: Липидтар). Төҫһөҙ, еҫһеҙ, татлы, сироп һымаҡ шыйыҡлыҡ; tиреү 17,9°С,...
ГРУДНИКОВ Игорь Борисович
ГРУДНИКОВ Игорь Борисович (19.3.1938, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1990). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында эшләй (1973 й. алып лаб. мөдире), 1995 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть сеймалының төрлө төрҙәренән...
ГУДРОН
ГУДРОН (фр. goudron), нефттән бензин, кәрәсин, дизель фракцияларын һәм май фракцияһының байтаҡ өлөшөн ҡыуҙырғандан һуң ҡалған ыҫмала рәүешендәге ҡара масса. Төп компоненттары: углеводородтар, нефть ыҫмалалары, асфальтендар һәм ш. уҡ нефттә булған металдар. Тығыҙлығы 960—1050 кг/м3, һыуҙа эремәй, бензинда...
ГУТТАПЕРЧА
ГУТТАПЕРЧА (ингл. Guttapercha), 1,4‑транс‑полиизопрен, һыҙыҡлы гомосылбырлы полимер; тәбиғи каучуктың изомеры. Тәбиғи (ҡарама япраҡлы эвкоммия ағасы һәм сөйәлле зелпе латексының коагуляцияһы продукты) һәм синтетик Г. була. Синтетик Г. төҙөлөшө һәм кристаллығының бик даими булмауы, мол. м. ҙурыраҡ һәм...
ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы
ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы (11.9.1930, ТАССР‑ҙың Нөнәгәр а. — 2.10.2013, Ҡазан ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Фәнни-производство эшмәкәрлеге дегидрирлау һәм хлорорганик синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү, күп көкөртлө ҡуйы нефттәрҙе, битумлы тоҡомдар эшкәртеүҙең...
ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы
ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы [19.10.1948, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Рәтамаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рәтамаҡ а.) — 23.5.2010, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1965—67 йй. “Башзападнефтеразведка” тресының Бәләбәй быраулау контораһында...
ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы
ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы (3.3.1959, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан а.), химик. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Химпром” ПБ‑нда (Өфө ҡ.), 1986 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап Өфө химия институтында (2004 й....
ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы
ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы (3.5. 1962, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.) инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). И.Ә.Ғәбитовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы...
ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы
ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы (12.9.1935, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а. — 28.11.2010, Ҡазан ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1986). Ю.Х. Ғәзизовтың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1962) РФА Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институтында эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1986...
ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы
ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы (25.6.1937, ТАССР- ҙың Симәк а. — 4.2. 2008, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. БР ФА-ның почётлы акад. (1995), техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). РФ-тың (1993) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. химигы. Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Стәрлетамаҡта “Авангард”...
ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы
ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы [13.3.1938, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Байҡы-Юныс а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.4.2002, Тула ҡ.], аппаратсы. 1956 й. алып “Щёкиноазот” ААЙ‑нда (Тула өлк.) эшләй. Ғ. ҡатнашлығында пр‑тиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең һәм производствоны интенсивлаштырыуҙың Щёкин ысулы...