Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДМИТРИЕВ Юрий Константинович

ДМИТРИЕВ Юрий Константинович (23.6.1949, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2007). БР-ҙың атҡ. химигы (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1970 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: 1995 й. — производство‑техник бүлек, 1996 й. фәнни-техник үҙәк нач., 1997 й. — баш инженеры, 2005 й. — ген. директоры....

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ. — 13.7.2018, Өфө ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология факультеты деканы). Фәнни хеҙмәттәре...

ДУПЛАУ

ДУПЛАУ, тире эшкәртеү, тире, күн эшкәртеү производствоһындағы төп процестарҙың береһе; коллаген (ҡыл һәм тире аҡһымы) молекулаларын дуплау матдәләре ярҙамында химик бәйләнештәр һәм арауыҡлы структуралар төҙөп бәйләү. Дуплау алдынан сеймалды беренсел эшкәртәләр (ебетәләр, көлләйҙәр, йөндән таҙарталар)....

ЕРҘӘ ҺИРӘК ЭЛЕМЕНТТАР

ЕРҘӘ ҺИРӘК ЭЛЕМЕНТТАР, Д.И.Менделеев периодик системаһының III төркөмөнә ҡараған 17 химик элемент (скандий, иттрий, лантан, еңел лантаноидтар — церий, празеодим, неодим, прометий, самарий, европий һәм ауыр лантаноидтар — гадолиний, тербий, диспрозий, гольмий, эрбий, тулий, иттербий, лютеций). Металдар...

ЕРЁМЕНКО Игорь Леонидович

ЕРЁМЕНКО Игорь Леонидович (13.6.1950, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. РФА акад. (2006), химия ф. д‑ры (1986). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлаған (1973). 1976 й. алып Мәскәү физика-техника ин-тының өлкән ғилми хеҙм-ре, 1981 й. башлап РФА‑ның Н.С.Курнаков ис. Дөйөм һәм органик булмаған...

ЕФИМОВА Әминә Кәрим ҡыҙы

ЕФИМОВА Әминә Кәрим ҡыҙы (7.11.1917, Ҡазан — 18.11.2000, Өфө), химик-органик. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), БАССРҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1947) Өфө ҒТИ‑нда (1950 й. алып лаб. етәксеһе), 1956—77 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (1962 й. алып...

ЖИРНОВ Борис Семёнович

ЖИРНОВ Борис Семёнович (20.10.1942, ТАССР‑ҙың Алексеевка а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй (1986 й. алып химик‑технологик процестар каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре углерод материалдарының актив газдар м‑н химик...

ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович

ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович (15.2.1910, Вятка губернаһы Ижевский Завод ҡсб — 9.2.1984, Өфө ҡ.), химик-неорганик. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь университетын тамамлағандан һуң (1936) шунда уҡ, 1964 й. алып Воронеж политехник институтында эшләй. 1969...

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР, алтын, көмөш, ағалтын һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VIII төркөмдөң ағалтын төркөмө металдары — платиноидтар (иридий, осмий, палладий, родий, рутений). Аҡһыл һоро йәки көмөш төҫлө (алтындан башҡалары) ауыр иреүсе металдар, көмөш м‑н алтын — 960,5°С һәм 1063°С, платиноидтар...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы [20.2.1940, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БРҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Л.Н.Заһиҙуллинаның ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып “Каустик”...

ЗӘЙНУЛЛИН Радик Әнүәр улы

ЗӘЙНУЛЛИН Радик Әнүәр улы (2.4.1961, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Химия ин‑тында эшләй. 1990 й. алып ӨДИСА‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йй. аспирантура бүлеге мөдире,...

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы (16.11.1944, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Арҡауыл а. — 21.1.2003, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (2000). ӨНИ‑не тамамлаған (1968), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй. 1995 й. — БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын...

ЗЕНЦОВ Вячеслав Николаевич

ЗЕНЦОВ Вячеслав Николаевич (4.6.1955, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н). 1984—98 йй. БР‑ҙың төҙөлөш комплексы пр‑тиеларында эшләгән. Фәнни хеҙмәттәре ер аҫты коммуникацияларын электрохимик...

ЗИМИН Юрий Степанович

ЗИМИН Юрий Степанович (1.7.1958, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңы Троевка а.), химик. Химия ф. д‑ры (2006), проф. (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре окисланыу процестары (ш. иҫ. Озон тәьҫирендәге) химияһын һәм химик кинетикаһын өйрәнеүгә, ш. уҡ химик экология мәсьәләләрен...

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич (4.5.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин‑тында: 1986 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — төркөм етәксеһе. 1999 й. башлап сит илдә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡҡа, химик тәьҫиргә...

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы

ИБРАҺИМОВ Әсхәт Ғабдрахман улы (4.4.1950, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көктал а. — 26.10.2021, Өфө ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Ҡазан химия‑технология институтын тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1976 й. алып...

ИВАНОВА Светлана Романовна

ИВАНОВА Светлана Романовна (6.10.1943, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1968), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре полиолефиндарҙың йүнәлешле деструкцияһы процестары катализын тикшереү һәм кондициялы булмаған полиолефиндарҙы эшкәртеү,...

ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна

ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна (6.12.1918, Екатеринбург ҡ. — 29.3.2005, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1941) Өфө НЭЗ‑ында...

ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович

ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович (17.9.1939, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Ҡарсаҡбай ҡсб — 5.2.2002, Салауат ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1973), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1964—69 йй. Салауат...

ИЗОМЕРҘАР

ИЗОМЕРҘАР (гр. isos — бер төрлө һәм meros — өлөш, бүлеү), составы һәм мол. м. бер төрлө, ләкин төҙөлөшө һәм атомдарының арауыҡта урынлашыуы төрлөсә булған химик берләшмәләр. Структуралы һәм арауыҡлы И. айыралар. Структуралы булғандары терәклеләргә (углерод атомдарының бәйләнештәре төрлө тәртиптә), үҙ‑ара...