Список материалов
ГУТИН Илья Львович
ГУТИН Илья Львович (2.12.1918, Могилёв губ. Рогачёв ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлаған (1956). 1935—41 йй. Дин һәм атеизм тарихы музейында (Ленинград) эшләй. 1943 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй:...
ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы
ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы (16.2.1946, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Бәләкәй Бәлзүгә а. — 12.10.1998, Ижевск), рәссам. Проф. (1996). РСФСР-ҙың атҡ. рәссамы (1991), Удмурт Респ. халыҡ рәссамы (1996). РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Удмурт пед. ин‑тын (Ижевск, 1967), Мәскәү полиграфия ин‑тын (1976; педагогтары...
ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы
ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы (3.10.1959, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеше вәкиле. “V тамғалары” (1993), “Һауыттар 24” (1999), “Балыҡтар” (2000) эштәрендә үҙенең мифлаштырылған йыһанын төҙөй, уның сикһеҙлек идеяһы бер үк мотив-символдарҙы бер нисә тапҡыр...
ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы
ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы (14.5.1941, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а. — 7.3.2015, Өфө), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1996) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; педагогы Э.М.Сәйетов) 1987 й. тиклем БДХМ директоры. 1997—2013 йй. ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2001—04...
ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы
ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы (19.3. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). Свердловск художество уч‑щеһын тамамлаған (1982; педагогы Г.С.Метелёв). 1986 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ғ. жанр һәм тематик яҡтан төрлө булған ижады оптимистик, тулы тормош тойғоһо м‑н һуғарылған....
ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы
ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы (17.9.1946, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). П.П.Беньков ис. Респ. художество уч-щеһын (Ташкент) тамамлаған (1972). Ғ. ижадында 20 б. авангард сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә, примитивлыҡ һәм кубизм һыҙаттарына өҫтөнлөк бирелә. Үҙенең эштәрендә рәссам көндәлек...
ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы
ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы (6.1.1956, Октябрьский ҡ. — 7.5.2017, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлешенең күренекле вәкиле. Ассамбляж, станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫ. авторы. Ғ....
ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы
ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы (25.8.1961, Өфө ҡ. — 13.12.2020, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; педагогы М.А.Назаров). Рәсем сәнғәте, графика, скульптура өлкәһендә эшләй. Ғ. тыуҙырған образдар еңелсә ирония менән һуғарылған, йыш ҡына гротеск стиленә (“Кеше башҡалар...
ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы
ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы (22.10.1938, Өфө — 10.2.1983, шунда уҡ), график. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлаған (1966; педагогы А.М.Кудрявцев), 1973—75 йй. ӨДСИ-ла уҡыған. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Акварель техникаһы, пейзаж, портрет, натюрморт жанрҙарында эшләй. Рәссамдың ижади алымы төҫ һәм һыҙаттарҙың...
ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы
ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы (1.4.1956, Өфө ҡ. — 18.4.2021, Стәрлетамаҡ ҡ.), сценограф. БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). Х.Ғиләжевтең улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогы М.Н.Арыҫланов). 1984 й. СССР‑ҙың Бәләкәй театрында (Мәскәү ҡ.; етәксеһе — баш...
ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ
ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы...
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы (9.12.1949, Ишембай ҡ. — 15.7.2017, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1979). П.П.Беньков ис. Ташкент художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969) Ташкентта, 1980 й. алып Ишембайҙа эшләй. 1992—96 йй. Рәсәй һынлы сәнғәт...
ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы
ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911, Өфө — 15.8.2003, шунда уҡ), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1962). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыған (педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). 1936—41 һәм 1945—71 йй. Башҡ-н китап...
ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы
ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы (20.1.1949, БАССР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а.), рәссам. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарында үҙенсәлекле эшләгән рәссам. Д. эштәре стилистик төрлөлөк м-н айырыла, уларҙа экспрессионизм өҫтөнлөк ала. Төҫ, һыҙыҡ м-н импровизациялап, полотноларының композицияһын, пластикаһын...
ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы
ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы (2.11.1957, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ишмәмәт а. — 7.7.2015, Неаполь ҡ., Италия; тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзыағзаһы (1995). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1982), БДПУ‑ны (2000) тамамлаған. 1997 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында,...
ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы
ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы [11.4.1887, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Күгел а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 19.1.1947, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). А.Л.Штиглицтың Үҙәк техник рәсем уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1914) “Өсмөйөш” резина мануфактураһы эргәһендәге фабрика мәктәбе (икеһе лә —...
ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы
ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5.4.1946, Өфө — 23.1.2006, Мәскәү), рәссам. Мәскәү туҡыу ин‑тын тамамлаған (1971). Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), РФ Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан...
ДВОРНИК Александр Александрович
ДВОРНИК Александр Александрович (22.9.1950, Өфө ҡ. — 4.9.2020, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1979). 1974—99 йй. 3‑сө балалар художество мәктәбе (Өфө ҡ.) директоры. 1998—2000 йй. БР Рәссамдар...
ДЕРГУН Сергей Кириллович
ДЕРГУН Сергей Кириллович (21.10.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Вознесенка а.), рәссам. Рәссамдар союзыағзаһы (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Кубань ун‑тын тамамлаған (Краснодар ҡ., 1974). 1976 й. алып БДПИ‑ла, 1990—2010 йй. Тольятти ун‑тында уҡыта. 1970‑се йй. аҙ. башлап реалистик...
ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы
ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы (13.3.1930, Түбәнге Новгород крайы Новомочалино а. — 1981, Мәскәү), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1971 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Китап графикаһы һәм...