Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филология фәндәре докторы (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан...

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус‑манжур телдәрен, ш. уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. А.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза Н.А.Баскаков, З.Гомбоц, М.З.Зәкиев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н.Поппе, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен...

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). 1948 й. тиклем ойрот теле тип йөрөтөлә. Алтайҙарҙың милли теле, Алтай Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Кемерово өлкәһендә һәм Ҡаҙағстанда таралған. А.т. һөйләшеүселәр һаны 70 меңдән ашыу (1989). Фонетик системаһы б‑са айырыуса ҡырғыҙ теленә яҡын....

АЛФАВИТ

АЛФАВИТ (грекса alphάbētos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы.  Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана...

АНТОНИМДАР

АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.    Мәғәнәләре...

АФФИКС

АФФИКС (лат. affixus — ялғанған), морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема (ҡара: Морфемика). Агглютинатив төҙөлөшлө (ҡара: Агглютинатив телдәр) тел булараҡ, башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, А. тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле...