Список материалов
ҺАН
ҺАН, предметтарҙың йәки заттарҙың һан яғынан характеристикаһын белдергән грамматик категория. Һ. исемдәргә һәм зат алмаштарына хас, һүҙҙәрҙең башҡа лексик‑грамматик төркөмдәре Һ. синтаксик категорияһына эйә (Һ. формаһы исем һәм зат алмаштары формалары м‑н яраша). Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт...
ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ
ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ, төньяҡ‑көнсығыш төркөмгә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Һары уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһы Минхуа р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 4 меңгә яҡын кеше (1985). Айырыуса хакас теленә һәм шор теленә яҡын. Боронғо уйғырҙар теленә барып тоташа, тип фараз ителә...
ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ
ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ, һүҙҙәрҙең абстрактлаштырылған грамматик мәғәнәһе, морфологик категорияларының составы һәм үҙенсәлектәре, һөйләм составында синтаксик функциялары м‑н айырылған лексик‑грамматик төркөмө. Һ.т. классификациялағанда реаль ысынбарлыҡтың предмет һәм күренештәрен сағылдыра алыу һәләте; грамматик...
ҺҮҘЛЕКТӘР
ҺҮҘЛЕКТӘР, билдәле тәртиптә урынлашҡан, төрлө характерҙағы тасуирлауҙар бирелгән (Һ. тибына ярашлы) һүҙҙәр (йәки һүҙ өлөштәре, һүҙ формалары, һүҙбәйләнештәр һ.б.) йыйылмаһы. Мәғлүмәти, коммуникатив, норматив һ.б. соц. функциялар үтәй; йәмғиәттең бирелгән үҫеш этабындағы белемен сағылдыра.
Һ. тасуирланған...
ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ
ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ, 1) телгә хас булған махсус саралар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһалыу процесы; 2) телдең һүҙ яһалыу системаһын өйрәнгән грамматика бүлеге. Һ. өйрәнеү объекты булып яһалма һүҙҙәр (дериваттар) тора; Һ. сиктәрендә яһалма һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы саралары һәм мәғәнәләре, һүҙ яһау структураһы һәм типтары...