Список материалов
МАРИ ТЕЛЕ
МАРИ ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (Волга төркөмө). Марий Эл Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түб. Новгород, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Удмуртияла һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 й. БР‑ҙа М.т. (ялан‑көнсығыш)...
МЕТАТЕЗА
МЕТАТЕЗА (гр. metајthesis — күсереп ҡуйыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, һүҙҙә өндәрҙең йәки ижектәрҙең үҙ-ара урындарын алмашыуы. Башҡорт телендә М. айырыуса консонантизм өсөн хас булып тора; 1) башҡорт теленең фонетик системаһының тарихи үҙгәрештәрендә, мәҫ.: боронғо төрки “яғмур”...
МИЛЛИ ТЕЛ
МИЛЛИ ТЕЛ, халыҡтың милләт булып ойошоу процесында барлыҡҡа килгән теле; телдең бер нисә йәшәү формаһының системаһы. Башҡорт М.т. системаһына 15—16 бб. башҡ. ырыуҙарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтың йәнле һөйләү теле, фольклор теле, башҡорт теленең диалекттары; ш. уҡ телдең...
МОДАЛЛЕК
МОДАЛЛЕК (лат. modus — күләм, ысул), һөйләүсенең ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғаларға төрлө мөнәсәбәт төрҙәрен, ш. уҡ субъектив квалификацияның төрлө төрҙәрен белдергән функциональ- семантик категория; төрлө тел кимәлдәрендә бер үк модаль мәғәнә сағыла. Хәҙ. башҡорт телендә М. реаль йәки реаль булмаған семантик...
МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР
МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР, модаллек мәғәнәһен белдергән махсус һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә мәғәнә йөкмәткеләренә ҡарап раҫлауҙы һәм инҡар итеүҙе: “эйе”, “бар”, “юҡ”, “түгел”, “әлбиттә”, “ысынлап”, “дөрөҫ”, “асылда”, “ярай” һ.б.; тейешлекте һәм кәрәклекте: “кәрәк”, “тейеш”; мөмкинлекте: “мөмкин”, “ярамай”;...
МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ
МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. М.т. Афғанстанда, Ҡытайҙа, Монголияла, ш. уҡ Бүрәт, Ҡалмыҡ Респ. һәм РФ‑тың ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 7 млн яҡын кеше. М.т. 14—16 бб. берҙәм монгол теле диалекттарының үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Барлыҡҡа килгән үҙ аллы телдәргә фонетик,...
МОРФЕМИКА
МОРФЕМИКА, һүҙҙең иң бәләкәй мәғәнәүи берәмеге булған морфемалар йыйылмаһы; морфемаларҙың типтарын һәм төҙөлөшөн, уларҙың бер- береһенә һәм һүҙгә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Морфема телмәрҙә бер йәки бер нисә төр морфтар (алломорфтар) — һүҙ формаһының иң бәләкәй мәғәнә берәмеге рәүешендә...