Список материалов
“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.
“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сентябрендә Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” һәм “Тормош” гәзите типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы,...
“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.
“АУЫЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Һамар губерна башҡарма комитеты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡ.‑тат. бюроһы, 1923 й. алып РКП(б)‑ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге башҡ.‑тат. бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1922 й. мартынан башлап...
“АШҠАҘАР”, гәзит
“АШҠАҘАР”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1990 й. ғин. “Стерлитамакский рабочий” гәз. ҡушымтаһы булараҡ “Стәрле таңдары” исеме м‑н нәшер ителә башлай, дек. алып хәҙ. исемен йөрөткән үҙ аллы...
“БАБИЧ”, журнал
“БАБИЧ”, рәсемле әҙәби, ижтимағи‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшриәтсе‑мөхәррирҙәре: Д.Юлтый, И.Рәмиев, Н.Ҡадиров. 1922—23 йй. Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға, “Октябрьский натиск” типографияһында (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты) баҫыла. 1922 й. 1 мең дана тираж менән 2 һаны (ноябрҙә һәм декабрҙә) сыға. Журнал...
“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит
“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК” (“Баймаҡ хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. “Ҡыҙыл Баймаҡ” булараҡ башҡ. телендә нәшер ителә башлай. 1955 й. “Баймакский рабочий” гәз. [“Баймаҡ эшсеһе”; урыҫ...
“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ”, гәзит
“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ” (“Баҡалы таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ауыл таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Авыл таңнары” – “Ауыл таңдары”) телдәрендә сыға. 1931 й....
“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ”, гәзит
“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ” (“Балтас таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. 1931 й. сент. башҡ. телендә “Генераль һыҙыҡ өсөн”...
“БАШИНФОРМ”
“БАШИНФОРМ”, мәғлүмәт агентлығы, ААЙ. Сәйәси, иҡт., соц.‑мәҙәни һ.б. характерҙағы мәғлүмәт әҙерләй һәм тәҡдим итә. Өфөлә урынлашҡан. Модем‑компьютер элемтәһе ярҙамында көн һайын урыҫ, башҡ. һәм инглиз телдәрендә базалы мәғлүмәт сығарылышын тарата; матбуғат конф. үткәрә. Өфө полиграфкомбинаты м‑н берлектә...
“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень
“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень. Башҡортостан республикаһы нефть һәм газ сәнәғәте фәнни-техник йәмғиәте органы. Өфө ҡ. урыҫ телендә айына 1 тапҡыр сыға. 1936 й. алып “За башкирскую нефть” исеме аҫтында баҫыла, 1945—59 йй. — “Б.н.”. Бюллетень биттәрендә республика һәм ил сәнәғәте...
“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), гәзит
“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), иҡтисади гәзит. БАССР‑ҙың халыҡ хужалығын, финанстар ХК‑н, ер эшкәртеү ХК‑н, сәнәғәт ХК‑н планлаштырыу буйынса Башҡортостан дәүләт советы органы. Өфө ҡ. 1923 й. 18 февраленән алып 1924 й. 15 майына тиклем урыҫ телендә сыға. 1923 й. барлығы 15 һаны сыға, 1924 й. — 5....
“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), гәзит
“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт өлкә бюроһы органы. Берҙән‑бер һаны 1917 й. 14 июнендә Ырымбур ҡ. иҫке башҡорт телендә сыға. Унда Ә.Ә.Вәлидовтың Башҡ. милли хәрәкәтенең төп идеялары бәйән ителгән “Башҡорттарҙың алдағы торған эштәре”...
“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, гәзит
“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. 1918 й. июль—авгусында “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә (бөтәһе 3 һаны сыға). Гәзит биттәрендә Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге бойороҡтары,...
“БАШҠОРТ”, гәзит
“БАШҠОРТ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт мәркәз шураһы органы. 1917 й. 20 июленән Ырымбур ҡ., 1918 й. 6 июненән Силәбе ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Б.” Башҡорт милли хәрәкәте идеялары пропагандалана. Шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары, съездарға, конференцияларға...
“БАШҠОРТОСТАН АССР‑Ы ЭШСЕ‑КРӘҪТИӘН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ЗАКОН ҺӘМ БОЙОРОҠТАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ”
“БАШҠОРТОСТАН АССР‑Ы ЭШСЕ‑КРӘҪТИӘН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ЗАКОН ҺӘМ БОЙОРОҠТАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ” (“Собрание законов и распоряжений рабоче-крестьянского правительства БАССР”), Халыҡ комиссарҙары советы эштәре идаралығы баҫмаһы. Өфөлә төрлө даимилыҡ м‑н 1923 й., 1928—31 йй. урыҫ телендә “БАССР эшсе һәм крәҫтиән хөкүмәтенең...
“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, журнал
“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, ғилми‑производство журналы. БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы министрлығы органы. Өфө ҡ. 1955—62 йй. айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Журнал биттәрендә ауыл хужалығының көнүҙәк проблемалары, производство алдынғыларының тәжрибәһе яҡтыртыла, ауыл хужалығы фәне ҡаҙаныштары...
“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, гәзит
“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 октябренән алып 1928 й. 1 февраленә тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.”...
“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”, журнал
“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”, ҡатын‑ҡыҙ һәм ғаилә өсөн ижт.-сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы» ДУП‑ы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 12 мең дананан ашыу (2011). 1968 й. ғин. алып...
“БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МАТБУҒАТ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ”
“БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МАТБУҒАТ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ”, дәүләт библиографик иҫәпкә алыу‑теркәү белешмәһе. Китап палатаһы тарафынан квартал һайын башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә нәшер ителә. Белешмә БР‑ҙа башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары исемлеген үҙ эсенә ала: китап продукцияһы...
“БАШҠОРТОСТАН УҠЫТЫУСЫҺЫ”, журнал
“БАШҠОРТОСТАН УҠЫТЫУСЫҺЫ”, респ. ғилми‑пед. һәм методик журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға, материалдарҙың бер өлөшө мари, татар, удмурт һәм сыуаш телдәрендә баҫыла. Тиражы — 27 мең дананан ашыу (2011). 1920...
“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, гәзит
“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының сәйәси бүлеге, 1921 й. алып БашҮБК һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. Стәрлетамаҡ ҡ. көн һайын иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. 14 сентябренән...