Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ"

“ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ", (“Сәскәләр иле төркисә”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1391 й. шағир С.Сараи ижад итә. Фарсы суфый шағиры Сәғҙиҙең дини-дидактик “Гөлөстан" (“Сәскәләр иле”; 1258) әҫ. харәзм-төрки теленә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) тәржемәһе булып тора. Әҫ. ҡатмарлы...

“ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН"

“ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН", төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 14 б. 2‑се ярт. Хөсәм Кәтиб харәзм‑төрки телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуаттар төрки телдәре) ижад итә. Мәҫнәүи формаһына ҡоролған. Дини‑дидактик характерҙа. Сюжет нигеҙендә — ауыр һынауҙар аша үтеп, ислам динен ҡабул иткән Жөмжөмә солтандың фәһемле...

“ҠОТАҘҒУ БЕЛЕК”, дастан

“ҠОТАҘҒУ БЕЛЕК” (“Бәхет биреүсе белем”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1069—70 йй. шағир Йософ Баласағуни тарафынан ҡараханлы‑уйғыр әҙәби телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Ҡарахандар дәүләте хакимдарының береһенә арналған. Мәҫнәүи формаһында. Авторҙың сәйәсәт,...

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ”, йәмәғәт ойошмаһы

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ” Башҡортостан Республикаһы хәйриә йәмәғәт ойошмаһы, тыуған ил мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында булдырылған. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: М.Ю.Лермонтовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү, уға арналған саралар, камерный әҙәби‑муз. һәм тематик осрашыуҙар,...

“МӘЖИТ ҒАФУРИ — 21 БЫУАТ” мәҙәниәт фонды

“МӘЖИТ ҒАФУРИ — 21 БЫУАТ” Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң м ә ҙ ә н и ә т ф о н д ы, БР‑ҙа мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт һәм фәндең үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2004 й. апр. булдырыла. Ғафури р‑нының Красноусол а. (2005), Салауат ҡ. (2007)...

“НӘҺЖӘЛ-ФӘРАДИС”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы

“НӘҺЖ ӘЛ-ФӘРАДИС” (“Ожмахҡа тура юл”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. Әҫәр 1358 й. шағир Мәхмүт Ғәли тарафынан харәзм-төрки телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Дини-дидактик характерҙағы сәсмә әҫәр. 10‑ар өлөшлө булған 4 бүлектән тора, уларҙың һәр береһе ғәрәп телендәге хәҙистән,...

АБДУЛЛИН Азат Хаммат улы

АБДУЛЛИН Азат Хаммат (Мөхәмәт) улы (26.6.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Үргене а.), драматург, прозаик. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2014). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957—58 йй. БДУ-ла уҡыта. А. ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү...

АБДУЛЛИН Ибраһим Әхмәт улы

  АБДУЛЛИН Ибраһим Әхмәт улы [20.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 9.7.2005, Өфө], драматург, прозаик. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1978). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге...

АБДУЛЛИН Мазһар Ғиләжетдин улы

АБДУЛЛИН Мазһар Ғиләжетдин улы (29.12.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны 1‑се Иҙелбай а., — 25.8.1942, Калинин өлк. Воригин а.), яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1933) Башҡ‑н дәүләт нәшриәте мөхәррире...

АБСУРД ДРАМАҺЫ

АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (5.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Туҡтар а. — 29.5.2008, Йошкар-Ола, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. Мари Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (2006). Мари Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Ямде лий” (“Әҙер бул”) гәз., 1984 й....

АВДЕЕВ Михаил Васильевич

АВДЕЕВ Михаил Васильевич [28.9.1821 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.9.1821), Ырымбур — 1.2.1876, С.‑Петербург], урыҫ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. 1830 йй. башында Өфө ир балалар гимназияһында уҡыған. С.‑Петербург тимер юл инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1842). 1852 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендәге нәҫелдән...

АВТОБИОГРАФИЯ

АВТОБИОГРАФИЯ (авто..., био... һәм ...графия) художестволы, авторҙың үҙ тормошон һүрәтләүгә нигеҙләнгән әҙәби прозаик жанр. Художестволы А., мәғлүмәти А. (үҙ тормошоңдоң төп ваҡиғаларының ҡыҫҡаса хроникаль белешмәһе) айырмалы рәүештә, хыялланыу мөмкинлеген бирә, сөнки автор унда үҙе м‑н булған ваҡиғаларҙың...

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы [25.12.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫәнгилде а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) — 21.5.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1932—34) уҡыған. 1925—51 йй. журналист, пед. уч‑щелары...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы (12.12.1928, Ҡырғыҙ АССР‑ының Шәкәр ҡышлағы — 10.6.2008, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА акад. (1974). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). Ҡырғыҙ ССР‑ының халыҡ яҙыусыһы (1968). Уға донъя күләмендә танылыу килтергән “Йәмилә” (“Джамиля”; 1958), “Иртәләгән...

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808...

АКСАКОВ ФОНДЫ

АКСАКОВ ФОНДЫ, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан бүлексәһе, славян халыҡтары мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. майында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков программаһын...

АКСАКОВТАР

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков)....