Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФАДЕЕВ Александр Александрович

ФАДЕЕВ Александр Александрович (11.12.1901, Тверь губ. Кимры а. — 13.5.1956, Мәскәү), яҙыусы. 1939—44 йй. һәм 1954—56 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1946—54 йй. рәйесе. “Ҡыйралыш” (“Разгром”; 1927), “Һуңғы удэге” (“Последний из удэге”; 1—4‑се бүлектәр; 1929—1940), “Йәш гвардия” (“Молодая...

ФАЗЛЫЙ Камил

ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы; 15.2.1949, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы (1997), Журналистар союзы (2005) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә эшләй (1983—94 йй....

ФАНТАСТИКА

ФАНТАСТИКА (гр. phantastiké — хыял итеү сәнғәте) х у д о ж е с т в о л ы ә ҙ ә б и ә т т ә: тормошто сағылдырыу формаһы, ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғалар нигеҙендә логик яҡтан уларға тап килмәгән (“ғәҙәттән тыш”, “мөғжизәле”) Донъя картинаһын тыуҙырыу. Ф. өсөн юғары дәрәжәлә шартлылыҡ, реаль логик бәйләнештәрҙе...

ФӘЙЗИ Әхмәт Әхмәтсафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу...

ФӘЙЗИ Мирхәйҙәр Мостафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Мирхәйҙәр Мостафа улы (19.10.1891, Орск ҡ. эргәһендәге Күкшел утары — 9.7. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.), драматург. Орск ҡалаһындағы мәсет эргәһендәге (1902—05), “Хөсәйениә” (1907) мәҙрәсәләрендә уҡый. 1919 й. алып мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә,...

ФЕДИН Константин Александрович

ФЕДИН Константин Александрович (12.2.1892, Һарытау ҡ. — 15.7.1977, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). СССР ФА акад. (1958). 1959 й. алып СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1971—77 йй. рәйесе. “Ағалы‑ҡустылы” (“Братья”; 1927—1928), “Тәүге шатлыҡтар” (“Первые радости”; 1945), “Ғәҙәти булмаған...

ФЁДОРОВ Александр Александрович

ФЁДОРОВ Александр Александрович (11.8.1945, Ставрополь ҡ. — 9.7.2022, Өфө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) СДПИ‑ла уҡыта....

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович (6.7.1868, Һарытау ҡ. — 1949, София), яҙыусы. “Мираҫ” (“Наследство”; 1899), “Тәбиғәт” (“Природа”; 1906) романдары, “Көнсығышҡа” (“На Восток”; 1904), “Океан аръяғына” (“За океан”; 1909) юл очерктары китаптары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1911) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы....

ФЁДОРОВ Евгений Александрович

ФЁДОРОВ Евгений Александрович (15.1.1897, Ковен губ. Видзы а. — 2.4.1961, Ленинград), яҙыусы. Бала сағы Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитная станицаһында үтә. Граждандар һуғышы осоронда В.И.Чапаев командалығындағы бригада составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, ағалы‑ҡустылы Кашириндар һәм...

ФЕЛЬЕТОН

ФЕЛЬЕТОН (фр. feuilleton), йәмғиәттең кәмселектәрен һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлауға йүнәлтелгән үткер художестволы публицистик әҙәби жанр. Йәмәғәтселек фекере формалашыуында ҙур роль уйнай. Ф. тәнҡитле, йыш комик, ш. иҫ. сатирик, башланғыс хас. Төп үҙенсәлектәре: хәбәр иткән йәки фекер йөрөткән...

ФИЛИППОВ Александр Павлович

ФИЛИППОВ Александр Павлович [7.11.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 15.10.2011, Өфө], яҙыусы, журналист. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1965) ағзаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...