Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАМАЛ Ринат Әлтәф улы

КАМАЛ (Камалов) Ринат Әлтәф улы (28.6.1954, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Дыуан‑Мәсетле а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Учалы һәм Мәсетле р‑ндары мәктәптәрендә уҡы‑ та, 1985 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт...

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич (2.4.1901, Петербург — 27.6.1977, Мәскәү), яҙыусы. “Сахалин очерктары” (“Сахалинские очерки”; 1932), “Ҙур шанс” (“Большой шанс”; 1934), “Чародин юлы” (“Чародинская дорога”; 1935), “Көс сығанағы” (“Источник силы”; 1958) китаптары һ.б. авторы. 1935 й. һәм 1965 й. Башҡортостанға...

КАРНАЙ Али

КАРНАЙ Али [ысын исеме Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы; 6.1.1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Оло Шаҙы а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 16.6.1943, Чернигов ҡ. янында], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары кооператив курстарын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1927) Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар...

КАРПОВ Михаил Яковлевич

КАРПОВ Михаил Яковлевич [4.11.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тимашевка а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1937, Мәскәү], яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград коммунистик ун‑тында уҡыған (1922—25). 1930 йй. Мәскәүҙә эшләй: “Земля Советская” (“Совет ере”) ж. яуаплы мөхәррире, Бөтә Рәсәй радио...

КАЦЕРИК Георгий Иванович

КАЦЕРИК Георгий Иванович (12.5.1934, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) респ. мед. учреждениеларында эшләй: 1960 й. алып Бөрйән р‑ны дауаханаһында баш табип урынбаҫары, 1969 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. психоневрология диспансерының баш табибы, 1977—78 йй. Бөрө үҙәк...

КАШШАФ Ғәзи

КАШШАФ Ғәзи [ысын исеме Кәшшәфетдинов Мирғәзи Солтан улы; 2.4.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Арыҫланбәк а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.12.1975, Ҡазан], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1960). Көнсығыш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1929) Ҡазанда эшләй: 1939 й. алып Татарстан китап нәшриәтенең,...

КӘРИМ Мостай

КӘРИМ Мостай [ысын исеме Кәримов Мостафа Сафа улы; 20.10.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.9.2005, Өфө], яҙыусы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1963). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939)....

КӘРИМ Хәниф Кәрим улы

КӘРИМ (Кәримов) Хәниф Кәрим улы [7.8.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 26.8.1983, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1938). 1931—32 йй. “Йәш коммунар”...

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Келәш а. — 14.3.2019, Мәскәү, Мытищи ҡ. мосолман зыяратында ерләнгән), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). М.Кәримдең улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Мәскәүҙә: 1977 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) “Литературная Россия” (“Әҙәби Рәсәй”, 1974 й....

КӘРИМОВ Марат Нәби улы

КӘРИМОВ Марат Нәби улы (9.1.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәлих а., хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Күгәрсен а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1958). Н.Ғ.Кәримовтың улы. ВЛКСМ‑дың ҮК эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен (1956),...

КӘШӘФЕТДИН Шаһимәрҙән

КӘШӘФЕТДИН Шаһимәрҙән (1840—1910), яҙыусы‑мәғрифәтсе. Минзәлә башҡорто. Ырымбур губ. Турғай өлк. Троицк өйәҙендә уҡыта. Көнсығыш әҙәбиәте сюжеттарына яҙылған яҡынса 30 китап, ш. иҫ. “Ҡиссаи Жәмшид” (1889), “Ҡиссаи хикмәт”, “Ҡиссаи Хатәм Тай” (икеһе лә — 1897), “Ҡиссаи Нур батыр” (1898) һ.б. авторы....

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы (19.12.1941, Үзбәк ССР‑ы Серов станцияһы ҡсб — 2.5.2021, Өфө ҡ.; БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш а.), драматург. БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990  й. алып). Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған (1980). 1981 й. алып Стәрлебаш районы Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры....

КИНЙӘБУЛАТОВ Ирек Лотфый улы

КИНЙӘБУЛАТОВ Ирек Лотфый улы (15.7.1938, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Абдулла а. – 2.6.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты мөхәррире, 1968 й. алып...

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы [15.9.1920, АСБР‑ҙың Арғаяш кантоны Мәүлит а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 17.6.2012, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1944), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге...

КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович

КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович (6.3.1891, Вятка губ. Хабазы а. — 5.1.1980, Мәскәү), яҙыусы. “Һаумы, юл!” (“Здравствуй, путь!”; 1936), “Океан туғаны” (“Брат океана”; 1939), “Тере һыу” (“Живая вода”; 1950) һ.б. романдар авторы. Урал халыҡтарының рев‑цияға тиклемге тормошона арналған “Алтын ярлылар” [“Золотая...

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович (29.7.1921, Мәскәү губ. Воскресенск ҡ. — 1.6.2001, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Һуҡмаҡ” (“Тропа”; 1964), “Арена” (1972), “Төрлө ырыу имеш-мимештәре” (“Разноплеменная молва”; 1992) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” (1967), “Ҡыҙ урлау” (1969), “Айгөл...

КОМЕДИЯ

КОМЕДИЯ (гр. komos — күңелле процессия һәм ode — йыр), драматургияның коллизиялар, ваҡиғалар һәм характерҙар комик формала характерланған, сатира һәм юмор м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм трагедия м‑н берлектә). “Ғосмания” мәҙрәсәһе шәкерттәре тарафынан яҙылған һәм ҡуйылған “Ғизаләм”...

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна (25.10.1909, Амур өлк. Южный приискыһы — 12.11.1991, Мәскәү), яҙыусы. “Иптәш Анна” (“Товарищ Анна”; 1946), “Урал йылғаһында” (“На Урале-реке”; 1969—1978) романдары, “Иван Иванович” (1949), “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1954), “Дәртле ынтылыш” (“Дерзание”; 1958) трилогияһы һ.б. авторы....

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович (15.7.1853, Житомир ҡ. — 25.12.1921, Полтава ҡ.), яҙыусы, публицист. Петербург ФА‑ның (1900—02) һәм РФА‑ның (1918) почётлы академигы. “Һуҡыр музыкант” (“Слепой музыкант”; 1886), “Телһеҙ” (“Без языка”; 1895) повестары, “Йылға уйнай” (“Река играет”; 1891), “Ғәжәп” (“Чудная”;...