Список материалов
БАБИЧ Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы
БАБИЧ (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы [2.1.1895, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әсән а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], шағир, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1910 й. һәм 1913 й. Ҡаҙағстанда уҡыта. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен...
БАЖОВ Павел Петрович
БАЖОВ Павел Петрович (15.1.1879, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Сысәрт Заводы ҡсб, хәҙ. Сысәрт ҡ., — 3.12.1950, Мәскәү, Свердловск ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Б. ижадының төп жанры — хикәйәләр, уларҙа төп тема — ижади хеҙмәт, кеше бәхете һәм намыҫы. Әҫәрҙәренең төп геройҙары булып халыҡ оҫталары сығыш яһай [“Таш...
БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы
БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы (2.6.1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яманғол а. — 22.7.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1961). 1962 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире,...
БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы
БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис....
БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы
БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы [30.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сейәлеҡул а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 16.2.2010, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст хәрби инженерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1950—62 йй. “Кызыл таң”...
БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы
БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Үтәгән а. — 30.4.2010, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (2005), БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й....
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары,...
БАННОВ Геннадий Ефимович
БАННОВ Геннадий Ефимович (28.12.1928, Төмән ҡ. — 16.4.2017, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. проф.‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1951 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы өлкә советы (Сахалин өлк.) рәйесе урынбаҫары, 1953 й. алып Башҡ‑н проф.‑техник...
БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы
БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы (25.11.1930, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 28.2.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1952—63 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының (ҡара: “Башҡортостан”) әҙәби хеҙм‑ре, 1964—80 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз.,...
БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ
БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Б.ә., боронғо төрки әҙәбиәте һәм көнсығыш әҙәбиәте традицияларына таянып, башҡ. фольклоры нигеҙендә үҫешә. Башҡ. һүҙ сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡылары болғар осорона (ҡара: Волга буйы Болғары) ҡарай. Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының төрлө этник төркөмдәренең...
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БАПП, Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһының респ. әҙәби ойошмаһы. 1928 й. нояб. Өфөлә 1‑се ҡала пролетар яҙыусылар конф. ойошторола. 1932 й. тиклем эшләй. Ассоциацияның төп бурысы: башҡорт әҙәбиәтендә соц. идеологияны раҫлау. Ойошманың матбуғат органдары...
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Башҡортостандың тарихы һәм бөгөнгөһө, уның мәҙәниәте төрлө халыҡтарҙың нәфис әҙәбиәтендә сағылыш таба. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел, рухи һәм терр. яҡынлығы татар яҙыусыларының Башҡортостан т‑да байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була....
БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Урыҫ әҙәбиәтендә башҡорттар хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәттәр 15—16 бб. йылъяҙмаларына барып тоташа. 19 б. 40—50‑се йй. Башҡортостан хаҡындағы тарихи-геогр. мәҡәләләр, хикәйәләр һәм очерктарҙы В.С.Лосиевский баҫтыра. 19—20 бб. башында урыҫ әҙәбиәтендә башҡ. тематикаһын С.Т.Аксаков,...
БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы
БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы [8.12.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ашман ҡсб (БР‑ҙың Илеш р-ны)], яҙыусы. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1956) “Социалистик Татарстан” гәз. бүлек мөдире, 1962—81 йй. “Казан утлары” (“Ҡазан уттары”)...
БӘШИРОВ Ғүмәр Бәшир улы
БӘШИРОВ Ғүмәр Бәшир улы (7.1.1901, Ҡазан губ. Яңысала а. — 7.5. 1999, Ҡазан), яҙыусы. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1986). ТАССР‑ҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1953—58), РСФСР‑ҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары (1958—62). Хәҙ. замандың әхлаҡ проблемаларын сағылдырған “Намыҫ” (1947) романы,...
БӘШИРОВА Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы
БӘШИРОВА Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы (14.10.1945, Ишембай ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2005). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1971). 1968 й. алып Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны мәктәптәрендә, Бәләбәй машиналар эшләү техникумында уҡыта; 1977 й. башлап Яр Саллы ҡ. эшләй:...
БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич
БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич (19.1.1879, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорецкий Завод ҡсб., хәҙ. Белорет ҡ. — 6.3.1913, Рязань губ. Скопин ҡ.), яҙыусы, врач. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1899). Император хәрби‑мед. акад. (С.‑Петербург) уҡыған. Завод эшселәренең ауыҙ‑тел поэзияһын...
БИБЛИОГРАФИЯ
БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр...
БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы
БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы [2.1.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 24.8.1996, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Тәүге китабы – балалар өсөн “Партизан малай” (1942) хикәйәһе. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Уйҙар,...