Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛИН Азат Хаммат улы

АБДУЛЛИН Азат Хаммат (Мөхәмәт) улы (26.6.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Үргене а.), драматург, прозаик. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2014). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957—58 йй. БДУ-ла уҡыта. А. ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү...

АБДУЛЛИН Ибраһим Әхмәт улы

  АБДУЛЛИН Ибраһим Әхмәт улы [20.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 9.7.2005, Өфө], драматург, прозаик. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1978). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге...

АБДУЛЛИН Мазһар Ғиләжетдин улы

АБДУЛЛИН Мазһар Ғиләжетдин улы (29.12.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны 1‑се Иҙелбай а., — 25.8.1942, Калинин өлк. Воригин а.), яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1933) Башҡ‑н дәүләт нәшриәте мөхәррире...

АБСУРД ДРАМАҺЫ

АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (5.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Туҡтар а. — 29.5.2008, Йошкар-Ола, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. Мари Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (2006). Мари Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Ямде лий” (“Әҙер бул”) гәз., 1984 й....

АВДЕЕВ Михаил Васильевич

АВДЕЕВ Михаил Васильевич [28.9.1821 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.9.1821), Ырымбур — 1.2.1876, С.‑Петербург], урыҫ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. 1830 йй. башында Өфө ир балалар гимназияһында уҡыған. С.‑Петербург тимер юл инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1842). 1852 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендәге нәҫелдән...

АВТОБИОГРАФИЯ

АВТОБИОГРАФИЯ (авто..., био... һәм ...графия) художестволы, авторҙың үҙ тормошон һүрәтләүгә нигеҙләнгән әҙәби прозаик жанр. Художестволы А., мәғлүмәти А. (үҙ тормошоңдоң төп ваҡиғаларының ҡыҫҡаса хроникаль белешмәһе) айырмалы рәүештә, хыялланыу мөмкинлеген бирә, сөнки автор унда үҙе м‑н булған ваҡиғаларҙың...

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы [25.12.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫәнгилде а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) — 21.5.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1932—34) уҡыған. 1925—51 йй. журналист, пед. уч‑щелары...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы (12.12.1928, Ҡырғыҙ АССР‑ының Шәкәр ҡышлағы — 10.6.2008, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА акад. (1974). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). Ҡырғыҙ ССР‑ының халыҡ яҙыусыһы (1968). Уға донъя күләмендә танылыу килтергән “Йәмилә” (“Джамиля”; 1958), “Иртәләгән...

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808...

АКСАКОВ ФОНДЫ

АКСАКОВ ФОНДЫ, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан бүлексәһе, славян халыҡтары мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. майында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков программаһын...

АКСАКОВТАР

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков)....

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын...

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Заһит а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 6.2.2019, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], драматург, прозаик. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын...

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1.2.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Үрнәк а.), яҙыусы, журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы (1995), Журналистар союзы (1999) ағзаһы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1991 й. алып “Башҡортостан”...

АҠМУЛЛА

АҠМУЛЛА [ысын исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14.12.1831, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы Туҡһанбай а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.10.1895, ш. уҡ губ. Троицк өйәҙе Һарыҫтан а. янында, Мейәс Заводы ҡсб (Мейәс ҡ.) ерләнгән], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Мулла ғаиләһендә тыуған. Архив...

АЛЛАЯР СУФЫЙ

АЛЛАЯР СУФЫЙ (1616, Бохар ханлығы Кәттәҡурған ҡ. — 1713), суфый шағир. Ишан. Дини йөкмәткеле “Мәсләҡ әл‑муттакин” (“Алланан ҡурҡҡандар юлы”), “Морат әл‑ғарифин” (“Яҡтылар маҡсаттары”) шиғри-сәсмә әҫ. авторы. Фарсы телендә яҙылған, аҙаҡтан автор тарафынан Урта Азия төрки теленә тәржемә ителгән “Ҫабат...

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы [19.12.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.12.1993, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1960). 1934—35 йй. Учалы МТС‑ының сәйәси бүлеге секретары,...