Список материалов
КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич
КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез а., хәҙер Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан...
КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна
КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна (8.5.1934, Кривой Рог ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геология идаралығында эшләй. 1965 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ...
КАЙНОЗОЙ
КАЙНОЗОЙ (грек телендәге kainós — яңы, үҙенсәлекле һәм zōḗ — тормош), кайнозой эратемаһы, кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе. 65 млн йыл элек башлана, хәҙерге ваҡытта дауам итә. Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан территорияһында палеоген һәм...
КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна
КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна (28.5.1934, Тула ҡ.), инженер-технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1962), 1959 й. алып шунда уҡ, 1967 й. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй. 1972—92 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: баш инженер, 1982—91 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр....
КАЛЬЦИТ, минерал
КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге...
КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ
КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған ҙур кире тектоник структура. Көнсығыш Европа платформаһының архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙендә һәм ултырма япмаһының рифей ҡатлауында айырыла. БР, Удмуртия, Пермь крайы территорияларында күҙәтелә. Оҙонлоғо 1000 км ашыу, киңлеге яҡынса 300 км. БР сиктәрендә...
КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ
КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ, Волга‑Урал антеклизаһының ултырма ҡатламдарындағы көмбәҙҙәр араһында урынлашҡан морфологик яҡтан күренешле күмелгән депрессияларҙан тора. Оҙонлоғо яҡынса 12 мең км, киңлеге 10—100 км, көньяҡ‑көнсығышҡа табан 200 км тиклем етә. 8 бөгөлдән тора. БР территорияһында Аҡтаныш‑Шишмә...
КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы
КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы (18.7.1928, Томск ҡ. — 1.7.2013, Өфө ҡ.), геолог. БР ФА академигы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1972), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1953) “Башнефть” берекмәһенең Стәрлетамаҡ геологик...
КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ
КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ, Волга‑Урал антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Р.О.Хачатрян тарафынан айырып күрһәтелә (1979). Е.В.Лозин (1994) һ.б. өйрәнә. Өҫкө вендтың структуралы ҡатында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Удмуртияның көньяҡ-көнсығышында, Пермь...
КАРБОН
КАРБОН, ташкүмер системаһы (осоро), палеозойҙың бишенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы 359,2±2,5 млн йыл, тамамланыуы — 299,0±0,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла В.Конибир һәм В.Филлипс тарафынан айырып күрһәтелә (1822). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа 3 бүлеккә...
КАРПИНСКИЙ Александр Петрович
КАРПИНСКИЙ Александр Петрович (26.12.1846, Пермь губернаһы Турьинские рудники ҡсб — 15.7.1936, Мәскәү өлкәһе Удельная ҡсб, Мәскәү ҡ. Ҡыҙыл майҙанда ерләнгән), тау инженеры. Император Санкт‑Петербург ФА академигы (1896, 1916 й. алып вице‑президенты, 1917—36 йй. СССР ФА президенты), профессор (1877)....
КАРСТ ҺЫУҘАРЫ
КАРСТ ҺЫУҘАРЫ, ярыҡлы карст һыуҙары, ярыҡтар һәм бушлыҡтар буйлап карсланған тоҡомдарҙа (тоҙ, гипс, карбонатлы тоҡомдар) хәрәкәт иткән ер аҫты һыуҙары. К.һ. ер өҫтө һыуҙарының һарҡыуы, ер аҫты һыуҙарының сиктәш һыулы горизонттарҙан ағып сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. К.һ. химик составы башлыса һыу...
КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ
КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, карстология, карсты, ш. уҡ уның ер өҫтөндәге сығанаҡтарын өйрәнеүсе инженерлыҡ геологияһы тармағы. К.ө.ғ. киң сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле 20 б. 80‑се йй. үҫеш ала; геохимия, гидрогеология, геотехника һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. К.ө.ғ. дөйөм, төбәк, инженерлыҡ‑төҙөлөш һ.б....
КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы
КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы [5.12.1917, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Аҡтаныш а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш районы) — 28.8.2015, Өфө ҡ.], геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1939) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда...
КВАРТЕР
КВАРТЕР, дүртенсел система (осор), кайнозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 1,8 млн йыл, хәҙерге заманғаса дауам итә (ҡара: Геохронология). Ж.Денуайе тарафынан 1829 й. айырып күрһәтелә. 2 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡыһы — плейстоцен һәм өҫкөһө — голоцен (яҡынса 10 мең йыл элек башланған,...
КВАРЦ, минерал
КВАРЦ (немецса Querklufterz — киҫеүсе юлаҡтар мәғдәне), окиселдар класы минералы; SiO2. Призматик кристалдар, тотош бөртөклө, йәшерен кристаллик, нәҙек сүсле һәм һарҡыу агрегаттар рәүешендә осрай. К. төрҙәре: ғәмәлдәге К., тридимит, кристобалит, коэсит һәм стишовит; йәшерен кристаллик структуралы төрҙәре —...
КВАРЦИТ, тау тоҡомо
КВАРЦИТ, метаморфик тау тоҡомо. Кварцтан (70—100%), төрҙәрен (мусковитлы, биотитлы, гематитлы, графитлы, гранатлы һ.б.) билдәләгән башҡа минералдарҙың ҡушылдыҡтарынан тора. К. структураһы гранобластлы; текстураһы массив, һыҙыҡлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Сағыу ал, ҡыҙыл‑көрән, алһыуыраҡ...
КЕЛЛЕР Борис Максимович
КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин ҡ. — 14.1.1997, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1962). Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкселегендә өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы...
КЕМБРИЙ
КЕМБРИЙ (латинса Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл. 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары...
КЕМБРИЙ АЛДЫ
КЕМБРИЙ АЛДЫ, протозой, криптозой, фанерозойҙан алда булған Ерҙең геологик тарихындағы бик ҙур этап. Ер ҡабығының боронғо ҡатлауҙарын һәм уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын кәүҙәләндерә. Яҡынса 3,5 млрд йыл дауам итә. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Ике акротемаға бүленә: аҫҡы К.а. — архей...