Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАВСОНИТ, минерал

ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының...

ЛАПТЕВ Владимир Викторович

ЛАПТЕВ Владимир Викторович (5.10.1937, Сызрань ҡ. — 7.2.2022, Өфө ҡ.), инженер‑геофизик. Техник фәндәр кандидаты (1967). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте...

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич

ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич (20.11.1917, Екатеринослав губернаһы Бәләкәй Токмачка а. — 15.9.1990, Куйбышев ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1940). 1952 й. алып Башҡортостан территориаль геология идаралығының...

ЛЕННЫХ Иван Васильевич

ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. —...

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич (19.6.1947, Свердловск өлк. Кузино ҡсб), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2004). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...

ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович

ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович (28.1.1891, Санкт‑Петербург — 14.12.1967, шунда уҡ), геолог, палеонтолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Петроград тау институтын тамамлаған (1921). 1941—44 йй. Башҡортостан дәүләт геология идаралығының өлкән геологы. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ЛИМОНИТ

ЛИМОНИТ (грекса léimṓn — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан тороуы мөмкин. Балсыҡлы һәм онтаҡ массалар, жеодтар, конкрециялар, оолиттар, кристалдар барлыҡҡа килтерә; агрегаттары үҙәктән ситкә...

ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо

ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы...

ЛИТОЛОГИЯ

ЛИТОЛОГИЯ (лито... һәм ...логия), тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге. 1910‑сы йй. дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Л. үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә. Л. бүлектәре:...

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ, плейт-тектоника, Ер литосфераһын хәрәкәт итеүсе плиталар системаһы булараҡ ҡараған геол. теория. Континенттарҙың күсеп йөрөүе теорияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә (А.Вегенер, 1912), 1968 й. концепция рәүешендә формалаша (Б.Изакс, К. Ле Пишон, Дж.Морган, Дж.Оливер, Л.Сайкс һ.б.)....

ЛОЗИН Евгений Валентинович

ЛОЗИН Евгений Валентинович (19.9.1937, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1961)...

ЛОХКОВ ЯРУСЫ

ЛОХКОВ ЯРУСЫ, девондың аҫҡы бүлегенең түбәндәге беренсе бүлексәһе. Силурҙың пржидоль ярусында ята, прага ярусы менән ҡапланған. Кручек тарафынан айырып күрһәтелә (1877), Чехиялағы Лохков а. исеме менән аталған. Стратотибы һоро, ҡуйы һоро аргиллиттарҙан, эзбизташ һәм алевролит ҡатыш мергелдәрҙән тора;...

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич

ЛЮБУШКИН Виктор Васильевич (23.10.1913, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡсб, хәҙер Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Айҙарәле ҡсб, — 1.2.1983, Учалы ҡ.), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған (1936)....