Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАББРО

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы буйынса кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла....

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, берҙәм геол. структураға буйһонған тәбиғи газ ятыштары. Газ, газ һәм конденсат (ҡара: Газ конденсаты), газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына бүленә. БР терр-яһында 27 Г.я. разведкаланған, уларҙың күбеһе Мораҡ депрессияһында һәм Йүрүҙән-Сылва депрессияһында урынлашҡан. Ятҡылыҡтар...

ГАЛЕНИТ

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары...

ГЕОДИНАМИКА

ГЕОДИНАМИКА (гео... һәм гр. dynamis — көс), геологияның ваҡыт һәм арауыҡта массаларҙың тәрәндәге һәм ер өҫтөндәге хәрәкәтен тыуҙырған ер ҡабығындағы, мантияһындағы һәм ядроһындағы процестарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм һәм айырым, экзоген һәм эндоген Г. бүлеп йөрөтөлә. Экзоген Г. — башлыса Ерҙең рельефын...

ГЕОЛОГИЯ

ГЕОЛОГИЯ (гео... һәм ...логия), Ер ҡабығының һәм Ерҙең составы, төҙөлөшө һәм үҫеш тарихы т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. Г. геодинамика, файҙалы ҡаҙылмалар Г., геохронология, тарихи Г., литология, туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме, минералогия, палеонтология, петрология, стратиграфия, тектоника һ.б. инә....

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, геология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Г.б.б.б. юғары белем биреүҙең үҙ аллы тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. тау эше белеме биреү тау, геол. һәм металлургия б‑са белем биреүгә бүленгәндән һуң рәсмиләштерелә. Г.б.б.б. география буйынса...

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ, ер аҫтын геол. яҡтан өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыу, уларҙы баһалау һәм үҙләштереүгә әҙерләү б‑са етештереү һәм ғилми‑тикшеренеү эштәренең йыйылмаһы. Г.‑р.э. составына геол., топогеодезик, геофизик, геохимик, аэрокосмик һ.б. планлы төшөрөү төрҙәре, төрлө эҙләү,...

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство предприятиеһы, АЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы булараҡ асыла, 1972 й. алып Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...

ГЕОМОРФОЛОГИЯ

ГЕОМОРФОЛОГИЯ (гео..., гр. morphe‑... — форма һәм ...логия), Ер өҫтө рельефы т‑дағы фән. Рельефтың морфологияһын, генезисын, йәшен һәм хәҙ. динамикаһын өйрәнә. Дөйөм, төбәк, ғәмәли Г., палеогеоморфологияға; тикшеренеүҙәрҙең йүнәлешенә ҡарап планета, структура, климат, антропоген Г., орографияға һ.б....

ГЕОТЕРМИЯ

ГЕОТЕРМИЯ (гео... һәм грекса thèrmē — йылылыҡ), геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге. Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер ҡабығы, мантия, ядро) тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ерҙең эндоген йылылыҡ ҡыры тикшеренеү объекты булып тора. Г. дөйөм геология,...

ГЕОХРОНОЛОГИЯ

ГЕОХРОНОЛОГИЯ (гео..., гр. chronos – ваҡыт, ...логия), ер ҡабығын барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлелеген һәм йәшен өйрәнеүсе фән. Сағыштырма һәм абс. (изотоп) Г. бүленә. Сағыштырма Г. тау тоҡомдарының ҡатлам-ҡатлам булып ятыу принцибы ҡулланыла, уның б‑са өҫтә ятҡан...

ГЕОЭКОЛОГИЯ

ГЕОЭКОЛОГИЯ (гео... һәм экология), локаль, төбәк һәм глобаль кимәлдәге геоҡабыҡ сиктәрендә тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың тәьҫире арҡаһында экология шарттарының формалашыу, арауыҡ һәм ваҡытҡа бәйле үҙгәрештәренең үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Дөйөм, төбәк һәм махсус (геоэкологик тикшеренеү һәм техноген...

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы менән бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән, палеозойҙың икенсе яртыһындағы геологик процестарҙың йыйылмаһы. Уралда Г.й. өҫкө девонда башлана, пермдә бигерәк көслө була, иртә мезозойҙа...

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ, карбондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Ҡасим ярусында ята, әселе ярусы менән ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Гжель а. (Мәскәү өлкәһе) исеменән аталған. Карбонатлы ултырмаларынан тора; ҡалынлығы 25—700 м. Фораминифер, криноидея, бүздәк, брахиопод хас. Добрятин,...

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары буйынса ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында ҙур геологик структураларҙағы гравитацион ер аҫты һыуҙары ятыуының һәм төп гидрографик селтәргә ҡойған баҫымһыҙ, ярымбаҫымлы һыуҙар...

ГИДРОГЕОЛОГИЯ

ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары һ.б. менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән бүлеге. Г. үҙ аллы фән булараҡ 19 б. 2-се яртыһында геология менән гидрология...

ГИПС

ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә...

ГЛАУКОНИТ

ГЛАУКОНИТ (грекса glaukós — күкһел йәшел), гидрослюдалар төркөмө минералы, тимер алюмосиликаты, (K, Na, Са)(Fe3+, Mg, Fe2+, Al)2—[(Al, Si)Si3O10](OH)2•H2О. Составы буйынса селадонит (магнезиаль), сколит (глинозёмлы) һ.б. айырыла. Агрегаттары нескә бөртөклө, ваҡ тәңкәле, суғырмаҡлы. Төҫө төрлө сағылышлы...

ГЛАУКОФАН

ГЛАУКОФАН (грекса glaukḗs — күкһел йәшел һәм phanḗs — тойолған), һелтеле амфиболдар төркөмө минералы, Na2Mg3Al2 [Si8O22](OH)2. Кристалдары призматик, энәле. Агрегаттары нурлы, сүсле, сферолитлы. Төҫө тоноҡ зәңгәрҙән ҡуйы шәмәхәгә тиклем, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6, тығыҙлығы 3100—3400 кг/м3. БР‑ҙа...

ГНЕЙС

ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы буйынса ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге минералдар составы буйынса амфиболлы, биотитлы, гранатлы, кианитлы һ.б. айырыла. Структураһы гранобластлы, порфиробластлы; текстураһы...