Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЗАН ЯРУСЫ

ҠАЗАН ЯРУСЫ (Ҡазан губернаһы исеменән), пермдең өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Уржум һәм өфө ярустары араһында урынлашҡан. А.В.Нечаев айырып күрһәтә (1915). Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ултырмаларына фораминиферҙар, гастроподтар, ҡабырсаҡтар,...

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы [4.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 27.5.2016, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1972). Ҡаҙағстан тау‑металлургия институтын тамамлаған (1958). 1943 й. алып Ҡаҙағстан геофизика...

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ (Баймаҡ районындағы Ҡарамалыташ тауы исеменән), девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1944). Ҡ.с. ултырмалары Баймаҡ, Учалы һәм Әбйәлил райондарында таралған. Йәшмә ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте һәм әсе составлы базальттарҙан,...

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ, Урал алды бөгөлөндә ятҡан һәм уны Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, Ағиҙел депрессияһы уйпатлыҡтарына бүлгән субкиңлек йүнәлешле тектоник структура. Ҡ.ҡ. төҙөлөшөндә Ҡаратау, Турғай тауҙары һәм Ажығарҙаҡ (Минйәр) антиклинорийҙарының төньяҡ ҡанаттарын ҡатмарлаштырған һәм киҫеп үткән субкиңлектәге...

ҠАРАТАУИ

ҠАРАТАУИ, рифейҙың үрге хроностратиграфик бүлексәһе, уның стратотип киҫелешен тамамлай. Йәше 1030±30 млн йыл — 600±10 млн йыл. Юрматыни өҫтөндә ята, йыуылыу аша венд менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар хас. Б.М.Келлер тарафынан айырып күрһәтелә (1952). О.П.Горяинова,...

ҠАСИМ ЯРУСЫ

ҠАСИМ ЯРУСЫ (Рязань өлкәһе Ҡасим ҡ. исеменән), карбондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Мәскәү ярусы һәм гжель ярусы араһында урынлашҡан. Б.М.Даньшин тарафынан айырып күрһәтелә (1947). Диңгеҙ карбонат һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар, бүздәктәр, энәтиреләр, конодонттар...

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ, ер аҫтын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау талаптарына ярашлы, нефть сығарыуҙа иҡт. рентабеллектең сигенә тиклем заманса технологиялар ҡулланып, ятыштарҙы үҙләштереүҙә ҡатламдан нефть запастарын (дөйөм, геол.) сығарыу дәрәжәһе. Һан м‑н баһалау өсөн Ҡ.н.б. коэф. (сығарылған...

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, Ер аҫтынан мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар (ФҠ), металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, яна торған ҡаты ФҠ (күмер, торф) сығарыу б‑са ойоштороу‑техник саралар системаһы. ФҠ есемдәре формаһының ҙурлығы һәм ятышының тәрәнлеге, физик үҙенсәлектәре һәм уларҙы һыйҙырған...

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы [24.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Абдулла а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 17.2.2015, Өфө ҡ.], инженер‑иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970). Мәскәү транспорт‑иҡтисад институтын тамамлаған (1953). 1960 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм...

ҠОМ, тау тоҡомо

ҠОМ, минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының йомро һәм ҡырлы бөртөктәренән торған көпшәк, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Составында балсыҡлы материал, слюдалар, карбонаттар, мәғдән минералдары (ильменит, рутил, магнетит, циркон, алтын, платина, алмас һ.б.) ҡушылмалары бар. Бөртөктәрҙең өҫтөнлөк иткән үлсәмдәренә...

ҠОМЛО БАЛСЫҠ

ҠОМЛО БАЛСЫҠ, континенталь йәки диңгеҙҙәге йомшаҡ ултырма тау тоҡомдары, 0,01 мм ҙурыраҡ киҫәкле материалдан (ауырлығының 60—70%‑ы) һәм 0,01 мм бәләкәйерәк бөртөктәрҙән (30—50%), ш. иҫ. 0,005 мм ҙурлығындағы (10—30%) балсыҡ киҫәктәренән тора. Минераль составы б‑са — ҡомло (кварц миҡдары юғары булған)...

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы [7.3.1927, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Баязит а. (Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы)], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ...

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ҡариҙел һәм Благовещен р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Пермь- Башҡ. көмбәҙенең көньяҡ өлөшөнә тура килә. Изометрик формала (17×18 км). Ятыштары структуралы литология тибында. Урта һәм өҫкө девон ҡомташтары, ш. уҡ турней һәм фамен ярустары эзбизташтары нефтле. Ултырмалар ятышы...

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ

ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ, рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Белорет районында А.И.Иванов айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙы О.С.Богатырёв, Н.Ф.Решетников (1970), П.Н.Швецов (1970, 1975, 1980) тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары белорет метаморфик комплексы сиктәрендә Аҙнағол, Сатра, Ҡыҙылташ һәм Боғанаҡ антиклиналдәренең...

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫРАҠА ТЕКТОНИК КОМПЛЕКСЫ, Бөрйән районы Байназар а. киңлегенән Белорет районы Сермән а. киңлегенә тиклем төньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылып Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны яҡынса 800 км2. 4 ҙур тау тоҡомо массивы айырыла: Төньяҡ, Үҙән, Урта һәм Көньяҡ Ҡыраҡа. Массивтарҙың формаһы изометрик,...

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, тау тоҡомо

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, эре киҫәкле кәүшәк ултырма тау тоҡомо. Аралары ҡомло йәки ҡомло‑ҡырсынлы материал менән тулған ҡырсынташтарҙан тора. Составы буйынса моно‑ (бер төрлө ҡырсынташтан), олиго‑ (2—3 төрлө ҡырсынташтан) һәм полимикт (төрлө составлы ҡырсынташтан); ҡырсынташтарҙың үлсәменә бәйле эре (100—50 мм),...

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Силәбе өлкәһенең Ҡытау‑Ивановка ҡ. эргәһендәге Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында стратотип менән бергә О.П.Горяинова һ.б. айырып күрһәтә (1931). Ултырмаларҙы А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986, 1994) һ.б. тасуирлай....