Список материалов
ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ
ДӘҮЛӘТ ГЕРБЫ, дәүләттең геральдика ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнгән һәм билдәле тәртиптә раҫланған рәсми эмблемаһы. БАССР-ҙа беренсе тапҡыр 1925 й. раҫлана (ҡара: Гербтар). Д.г. ғәмәлдәге һүрәте 1993 й. 12 окт. “БР-ҙың дәүләт гербы тураһында” БР Законы м-н раҫлана, авторы — рәссам Ф.Ф.Ислахов. БР Конституцияһы...
ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ
ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ, дәүләт хоҡуҡ һаҡлау системаһының ҡушма өлөшө. Д.и.о. эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошона ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм уларҙы асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Д.и.о. норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ‑тың...
ДӘҮЛӘТ СИМВОЛИКАҺЫ
ДӘҮЛӘТ СИМВОЛИКАҺЫ, Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлеген һәм тарихи-мәҙәни традицияларын, геогр. урынлашыу, иҡт., интеллектуаль ҡеүәте һәм рухи тормошо үҙсәнлектәрен сағылдырыусы рәсми символдар һәм эмблемалар йыйылмаһы. БР Конституцияһына ярашлы Д.с., 1999 й. 6 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының...
ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ
ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ, билдәле бер дәүләттә сәйәси, соц. һәм мәҙәни өлкәләрҙә интеграция бурысын үтәгән тел. РФ Конституцияһы (68-се статья) һәм 1991 й. 25 окт. “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре тураһында” РФ Законы (2002 й. 11 дек. төҙәтелгән) РФ-тың Д.т. тип урыҫ телен билдәләй, ш. уҡ РФ составындағы...
ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ
ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ, дәүләт гербы һәм дәүләт гимны менән бер рәттән дәүләттең рәсми символы. Башҡортостан Республикаһында БР-ҙың 1992 й. 25 февр. “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында” ғы Законы менән раҫланған. Авторҙары — О.Е.Асабина, У.Т.Мәсәлимов. БР Конституцияһына һәм БР‑ҙың 1999 й. 6...
ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ
ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ, РФ‑тың һәм уның субъекттарының, РФ һәм уның субъекттары дәүләт органдарының, РФ Конституцияһы, РФ субъекттары конституциялары, федераль закондар, РФ субъекттары закондары м‑н федераль дәүләт органдары һәм РФ субъекттары дәүләт органдарының вәкәләттәрен туранан-тура башҡарыу өсөн булдырылған...
ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы
ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13.7.1925, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Хәйбулла а., хәҙер БР-ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр а. — 2017, Мәскәү ҡ.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1955 й. алып СССР ФА Башҡортостан филиалының...
ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ
ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ, тыуымға, үлемгә, ғүмер оҙайлығына, халыҡ миграцияһына тәьҫир итеп, халыҡтың тәбиғи артыу режимын һаҡлап ҡалыу йәки үҙгәртеү һәм оҙайлы перспективала күҙалланған күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсаттарында дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының дәүләттәге демографик процестарҙы көйләүгә...