Список материалов
ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР
ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары (2006). Башҡорт, урыҫ, татар һ.б. этник төркөмдәр тупланып йәшәгән ерҙәрҙә, йәки билдәле шәхестәр м‑н бәйле урындарҙа асыла.
Т.‑м.ү. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдарына ярашлы ойошторола, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора....
ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ
ТӨБӘК ТЕЛДӘРЕ ЙӘКИ МИЛЛИ АҘСЫЛЫҠ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ЕВРОПА ХАРТИЯҺЫ (European Charter for Regional or Minority Languages and Explanatory Report), 1992 й. 5 нояб. Европа Советының Министрҙар комитеты тарафынан ҡабул ителә. 1998 й. 1 мартында үҙ көсөнә инә. Преамбуланан һәм 15 статьянан ғибәрәт. Европа Советында...
ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ
ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын...
ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы
ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7.3.1931, Мәскәү — 9.11. 2016, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Харьков пед. ин‑тын (1953), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Первомайск ҡ. урта мәктәбендә, 1954 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1955 й. башлап...
ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ
ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ, ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы б‑са бәхәстәрҙе хәл иткән дәүләткә ҡарамаған органдар. Даими эшләгән (сауҙа палаталары, биржалар, эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар йәмәғәт берекмәләре тарафынан ойошторолоп, уларҙың ҡарамағында эшләй) һәм айырым бәхәсте хәл иткән (ике яҡтың...
ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ
ТҮБӘНГЕ НОВГОРОД ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Кострома, Киров өлк., Марий Эл, Сыуашстан һәм Мордовия респ., Рязань, Владимир һәм Иваново өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Түб. Новгород ҡ. (1932—90 йй. Горький ҡ.). 1929 й. 14 ғин. Түб. Новгород крайы булараҡ ойошторола,...
ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ
ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ, тыныслыҡты һаҡлар һәм халыҡ‑ара бәйләнештәрҙе нығытыр өсөн төҙөлгән Башҡ. респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1972—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.ф. бүлексәһе булған, Тыныслыҡты һаҡлау комитеты һ.б. йәмәғәт берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Респ. Т.ф. 68 ҡала һәм район бүлексәһе эшләгән (1987)....
ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ
ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ, халыҡтар араһында тыныслыҡты, теләктәшлекте һаҡлауға булышлыҡ итеү, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсаты м‑н респ. йәмәғәтселеге вәкилдәренән ойошторолған Башҡ. респ. һайланма органы. Өфөлә 1970—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.һ.к. бүлексәһе булған, Тыныслыҡ фондының респ....