Список материалов
ФЕДЕРАЛИЗМ
ФЕДЕРАЛИЗМ (фр. fédéralisme), дәүләтте терр‑я б‑са ойоштороу формаһы (ҡара: Федерация); РФ‑та дәүләт ҡоролошоноң нигеҙе; федератив дәүләт яҡлы булған сәйәси хәрәкәт. Ф. теорияһына нигеҙ һалыусы булып Иоханнес Альтузиус (1562—1638) иҫәпләнә. Рәсәйҙә Ф. идеялары 19 б. декабристарҙың, революцион демократтарҙың...
ФЕДЕРАЦИЯ
ФЕДЕРАЦИЯ (лат. foederatio — берлек), сәйәси‑терр. һәм милли дәүләт ҡоролошо формаһы. Сәйәси яҡтан үҙ аллы субъекттарҙан (штат, ер, округ, край, республика, өлкәләр һ.б.) торған дәүләт; уның нигеҙендә ике кимәлдәге власть, төрлө кимәлдәге власть органдары араһында вәкәләттәр м‑н хакимиәт даирәһен рациональ...
ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ
ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ, РФ Федераль Йыйылышының юғары палатаһы. “Рәсәй Федерацияһында этаплап үткәрелгән конституцион реформа тураһында”ғы указға ярашлы ойошторолған (1993). Ф.С. структураһы — “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында” РФ законына (2000), Ф.С. эшмәкәрлеге...
ФИНЛЯНДИЯ
ФИНЛЯНДИЯ, Ф и н л я н д и я Р е с п у б л и к а һ ы, Европаның төньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 338,1 мең км2. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше. (2012), 94%‑ы — финдар. Рәсми телдәр — фин һәм швед телдәре. Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.
БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре...
ФРАНЦИЯ
ФРАНЦИЯ, Ф р а н ц и я Р е с п у б л и к а һ ы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 551,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 66,4 млн кеше (2014), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел — француз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре...