Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР. Сәйәси ойошмалар (СО) – йәмәғәт берекмәләре, бурыстарының береһе – йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу. Сәйәси хәрәкәттәр (СХ) – ғәҙәттә, аныҡ ойоштороу структураһы, теркәлгән шәхси ағзалары булмаған сәйәси маҡсатлы күмәк хәрәкәт; төрлө йәмәғәт берекмәләре эшмәкәрлегенең...

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР, граждандарға йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу һәм дәүләттең сәйәси курсын билдәләү мөмкинлеге биргән йәмәғәт берекмәләре. С.п. үҙ ағзаларының һәм партияның ҡараштарын яҡлаусыларҙың сәйәси ихтыярын сағылдыра, сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, дәүләт власы һәм урындағы...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында урынлашҡан. БР, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Силәбе ҡалаһы. 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһе составынан алынып, БАССР‑ҙың Арғаяш районын һәм Ҡоншаҡ районын (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы) ҡушыу...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ, Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙы мәҙәни- милли йәһәттән туплау, уларҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Силәбе ҡ. урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй, 2007 й. — “Башҡорт Ҡоролтайы” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы....

СКАУТИЗМ

СКАУТИЗМ (ингл. scout — разведчик), 7—21 йәшлек граждандарҙы тәбиғәтте танып белергә, һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм уйындарҙан торған мәктәптән тыш тәрбиә системаһы. Төп маҡсаты — шәхестең физик, рухи һәм аҡыл яғынан үҫешенә булышлыҡ итеү. 1907 й. Бөйөк Британияла нигеҙ һалына. Рәсәйҙә малайҙар__өсөн тәүге...

СОВЕТТАР

СОВЕТТАР, 1918—93 йй. РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа һәм РФ‑та дәүләт власының һайланған органдары. Дәүләт власының сәйәси нигеҙе. Революцион властың һайланма органдары булараҡ С. революция (1905—07) осоронда барлыҡҡа килеп, революция еңелгәндән һуң юҡҡа сығарылған. Революция (1917) ваҡытында бөтә урындарҙа ла берҙәм...

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ, студенттарҙың төрлө иҡтисад тармаҡтарында эшләү өсөн ойошторолған хеҙмәт берләшмәләре. Төҙөлөш, а.х., пед., медицина, экологик, соц., проводниктар, сервис һ.б. С.о. айырып йөрөтөлә. СССР‑ҙа студенттарҙың тәүге төҙөлөш отрядтары 1959 й. МДУ‑ла ойошторола. 70—80‑се йй. Бөтә Союз С.о....

СУВЕРЕНИТЕТ

СУВЕРЕНИТЕТ (нем. souveränität), властың өҫтөнлөклө һәм бойондороҡһоҙ булыуы. С. дәүләт (дәүләттең үҙ терр‑яһында сит ил власын тулыһынса кире ҡаҡҡан закондар сығарыу власы, башҡарма власы һәм суд власы), милли (милләттең тулы власлылығы һәм милли тормошоноң характерын билдәләү мөмкинлеге), халыҡ (халыҡтың...

СУД ВЛАСЫ

СУД ВЛАСЫ, дәүләт власының хөкөм эшен ғәмәлгә ашырыу, контроллек итеү, хоҡуҡ нормаларына аңлатма биреү кеүек хоҡуҡтарға эйә булған үҙ аллы тармағы. С.в. судьялар, присяжныйҙар һәм арбитраж заседателдәр ярҙамында судтар тарафынан башҡарыла. Башҡортостанда С.в. функцияларын БР Конституция Суды, федераль...

СУД ПАЛАТАҺЫ

СУД ПАЛАТАҺЫ, 1864—1917 йй. Рәсәйҙә округ судтары өсөн апелляция инстанцияһы, округ судтары һәм мировой судьялар съездары (ҡара: Мировой суд) өҫтөнән күҙәтеүсе орган, дәүләт енәйәттәре б‑са эштәрҙе ҡараусы тәүге суд инстанцияһы. С.п. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнеп,...

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864)

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 60— 80‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар...

СУД СИСТЕМАҺЫ

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой...

СУДТАР

СУДТАР, енәйәт, граждандар һ.б. эштәрҙе ғәмәлдәге закондар һәм билдәләнгән процессуаль ҡағиҙәләр нигеҙендә ҡараусы дәүләт органдары. С. суд власын ғәмәлгә ашыра. Башҡорттарҙа хөкөм йола хоҡуғы нигеҙендә аҡһаҡалдар йыйыны, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң — бей, тархан һәм кенәздәр, һуңыраҡ...