Список материалов
САБЫНЛЫҠТАР
САБЫНЛЫҠТАР, системалы рәүештә бесәнгә, сенажға, силосҡа, үлән онона йәки йәшел өҫтәмә аҙыҡҡа сабып алынған үҫемлектәр м‑н ҡапланған ер биләмәләре. Сәселгән һәм тәбиғи С. (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) айырыла. Сәселгән С. баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә йәки сәсеү әйләнешенән тыш, күп йыллыҡ...
САЛАВАТ, лимон сорты
САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше...
САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ
САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Мәләүез р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ергән ауылы. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 3 һөтсөлөк фермаһы, сусҡасылыҡ фермаһы, һөт һәм макарон цехтары, көнбағыш эшкәртеү цехы, тирмән һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто бар. 2006 й. 356 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...
САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы
САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы (7.5.1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Волга ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Волга а., — 30.9.2016, Дәүләкән ҡ., шул уҡ райондың Ташлы-Шәрип а. ерләнгән), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). 1948—97 йй. Дәүләкән районында...
СӘСЕҮ
СӘСЕҮ, орлоҡтар шытып сыҡһын өсөн уларҙы тупраҡтың өҫкө ҡатламдарына күмеү. С. ы с у л д а р ы үҫемлектәр биологияһын, үҫемлектәр тәрбиәләүҙе механизациялау кәрәклеген, уңыштың тәғәйенләнешен иҫәпкә алып һайлана. Башҡортостанда башлыса С. түбәндәге ысулдары ҡулланыла: иген культуралары үҫтергәндә —...
СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ
СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ, ваҡыт һәм баҫыуҙар б‑са а.х. культураларын һәм таҙа парҙы (ҡара: Пар баҫыуы) фәнни яҡтан нигеҙләп сиратлаштырыу. С.ә. нигеҙендә — сәсеү майҙандарының структураһы. С.ә. — игенселек системаһының үҙәк звеноһы, уның бөтә элементтарын берләштерә (ер эшкәртеү һәм уны һыу эрозияһынан һәм дефляциянан...
СӘСКӘСЕЛЕК
СӘСКӘСЕЛЕК, 1) декоратив үлән үҫемлектәрен ҡырҡып алыу, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, скверҙарҙа ултыртыу, биналарҙы биҙәү өсөн үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Асыҡ (урындағы тәбиғәт‑климат шарттарына яраҡлашҡан күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ сәскә культуралары үҫтерәләр: флокс, шалфей, шыҡтым һ.б.) һәм ябыҡ...
СЕЙӘ
СЕЙӘ (Cerasus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡ С., йәки ҡыр С. үҫә. Бейеклеге 1,5—2,0 м булған ҡыуаҡлыҡ. Япрағы оҙонса-эллиптик формала, нигеҙе шына һымаҡ, сите ваҡ киртләсле....
СЕЛЕКЦИЯ
СЕЛЕКЦИЯ (лат. selectio — һайлап алыу), үҫемлек сорттарын һәм гибридтарын, хайуан тоҡомдарын, микроорганизмдарҙың таҙа культураларын (штамдарын) сығарыу; агрономия һәм зоотехния бүлеге. С. ысулдары: һайлап алыу (артабан үрсетеү өсөн яңы формалар һайлау), гибридлаштырыу (төрлө нәҫелле организмдарҙы ҡушыу),...
СЕНАЖ
СЕНАЖ, киптерелгән (50—55% дымлылыҡҡа тиклем) үләндәрҙән әҙерләнгән, анаэроб шарттарҙа консерваланған мал аҙығы. С. әҙерләү өсөн күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр (башлыса ҡуҙаҡлылар һәм уларҙың ҡыяҡлылар м‑н ҡатышмалары), иген фуражы культураларының ҡуҙаҡлы- ҡыяҡлы ҡатышмалары ҡулланыла. С. соҡорҙа...
СЕРЕТМӘ
СЕРЕТМӘ (лат. humus — ер, тупраҡ), с е р е м т ә, тупраҡтың юғары молекуляр органик матдәләр комплексы. Үҫемлек, хайуан һәм бактерия ҡалдыҡтарының тарҡалыу продукттары сереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. составына гумин, гематомелан к‑талары, фульвокислоталар, гумин һәм специфик булмаған берләшмәләр...
СИДЕРАЦИЯ
СИДЕРАЦИЯ, тупраҡты органик матдә һәм азот м‑н байытыу өсөн ергә сидераттарҙың йәшел массаһын һөрөп күмдереү. Йәшел ашламаларҙы ҡулланғанда тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра, тупраҡтың биологик активлығы арта. Йәшел ашламаның һөҙөмтәлелеге тиреҫтекенә оҡшаған...
СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР
СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР, һөрөү һәм а.х. культуралары сәсеү өсөн яраҡлы ерҙәр. С.һ.ҡ.е. һөрөнтө ер һәм а.х. культуралары сәсеүлектәре майҙанын киңәйтеү өсөн төп резерв иҫәпләнә; улар 20 б. 50—60‑сы йй. Ҡаҙағстанда, Волга буйы, Урал, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер райондарында күпләп үҙләштерелгән. Сиҙәм...
СИЛОС
СИЛОС (исп. silos, күплектә silo — ер аҫты бинаһы, иген һаҡлау өсөн соҡор), һутлы мал аҙығы, үҫемлектәрҙең йәшел массаһын анаэроб шарттарҙа консервалау ярҙамында әҙерләнә. Силослау өсөн силос культураларының йәшел массаһы ҡулланыла, уларҙы үҫешенең иң уңайлы фазаларында сабып алалар, ваҡлайҙар (массаның...
СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ
СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ, силос әҙерләү өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. С.к. кукуруз, судан үләне, сорго, көнбағыш, топинамбур, топинсолнечник, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатышмалары, амарант һ.б. инә. Ҡатнаш силос өсөн картуф бүлбеләре, кишерҙең, ҡабаҡтың, ташҡабаҡтың мал аҙығы сорттары,...
СЛИВА
СЛИВА (Prunus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағас йәки ҡыуаҡлыҡ заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури С. һәм ҡытай С. төрҙәренә ҡараған сорттар үҫтерелә. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған ағас йәки ҡыуаҡ. Япрағы йомортҡа йәки кире...
СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы
СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы [31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 26.4.1994, Өфө], зоотехник. А.х. ф. кандидаты (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек...
СОРТТАР ҺЫНАУ
СОРТТАР ҺЫНАУ, а.х. культураларының сорттарын һәм гибридтарын хужалыҡ‑биол. билдәләр комплексы, үҙенсәлектәре б‑са өйрәнеү, бөтә яҡлап баһалау һәм а.х. производствоһы шарттарында үҫтереү өсөн уларҙың яраҡлылығын, хужалыҡта файҙаһын (стандарт м‑н сағыштырғанда) билдәләү. Киңәйтелгән (өйрәнеү ваҡытын...
СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ
СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, а.х. культураларының юғары продуктив сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм уларҙы үҫтереүҙең терр. сиктәрен билдәләү. Сорт һынау һөҙөмтәләре б‑са хужалыҡ‑биол. билдәләр стандартын үткән сорттар һәм гибридтар районлаштырыла. С.р. РСФСР субъекттарының тупраҡ-климат зоналары б‑са...
СОЯ
СОЯ (Glycine), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Африка, Көньяҡ‑Көнсығыш Азия һәм Американың дымлы тропиктарында, субтропиктарында таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ныҡ тармаҡлы, ҡыуаҡ барлыҡҡа килтерә, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япрағы өсәрле....