Список материалов
ҮЛӘН ОНО
ҮЛӘН ОНО, витаминлы‑аҡһымлы мал аҙығы, яһалма киптерелгән үлән массаһынан алына. Ү.о. өсөн сәселгән күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр ҡулланыла, улар араһында ҡуҙаҡлылар өҫтөнлөк итә. Йәшел үләндәрҙе яһалма киптергәндә туҡлыҡлы матдәләрҙең 90—95%‑ы һаҡлана. Ү.о. ауыл хужалығы малдарын ашатҡанда ҡиммәтле...
ҮРЕНТЕ ТАМЫРЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ
ҮРЕНТЕ ТАМЫРЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, башлыса вегетатив юл м‑н тамыр үрентеләре (өҫтәмә бөрөләрҙән сыҡҡан үренделәр) ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үләндәр. Ү.т.ҡ.ү. баҫыу билсәне, баҫыу эт эсәге, сыбар сысҡанборсаҡ, сысҡан кәрешкәһе, тал һөтлөгәне, үрмәле әсе үлән, ябай етенүлән, ялан һары билсәне һ.б. инә. Ү.т.ҡ.ү....
ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК
ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК, 1) ауыл хужалығы тармағы, үҫемлекселек продукцияһы (халыҡ өсөн аҙыҡ‑түлек, малсылыҡ өсөн мал аҙыҡтары, сәнәғәт тармаҡтары өсөн сеймал) етештереү өсөн а.х. культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнә. Малс‑ҡ м‑н тығыҙ бәйле. Баҫыусылыҡ, йәшелсәселек, емешселек, виноградсылыҡ, болонсолоҡ, урмансылыҡ,...
ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ
ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы булып тора. А.х. культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, а.х. культуралары етештереүҙең технологияларын эшләүгә һәм индереүгә махсуслаша. 1912...
ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ
ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ, 1) ауыл хужалығында һәм урман хужалығында үҫемлектәргә ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡый үләндәре килтергән зарарға юл ҡуймау һәм уны бөтөрөү б‑са саралар системаһы. Агротехник, биол., химик һ.б. ысулдарҙы...
ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР
ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР, органик берләшмәләр, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм морфогенезын стимуллаштыра (бик түбән концентрацияларҙа) йәки туҡтата. Тәбиғи (фитогормондар — ауксиндар, гиббереллиндар һ.б.; гормональ булмаған тәбиғәт берләшмәләре — ҡайһы бер фенолдар, мочевина сығарылмалары һ.б.; эндофит...