Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ

УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫ, бер йыллыҡ а.х. үҫемлектәре, уларҙың нормаль үҫеше өсөн 30 — 70 көн дауамында түбән т‑ралар (0 — 10°С) тәьҫире мөһим. У.к. көҙ көнө, тотороҡло һыуыҡтар башланғанға тиклем 50 — 60 көн ҡалғас ултыртыла, уңышы киләһе йылда йыйып алына. 2 вегетация осоро бар: көҙгө осорҙа (40 — 45 көн)...

УМАРТАСЫЛЫҠ

УМАРТАСЫЛЫҠ, бал ҡорттарын бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. продукттар (бал ҡорто ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һ.б.) алыу, ш. уҡ энтомофиль а.х. культураларын һеркәләндереү өсөн үрсетеү; малсылыҡ тармағы. У. үҫешендә бер нисә этап айырыла: ҡырағай У. (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ У. (ҡара: Солоҡсолоҡ),...

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ, а.х. культураларының уңышын формалаштырыу процесы м‑н идара итеү, майҙан берәмегенән юғары сифатлы продукцияның макс. күләмен алыуға йүнәлтелгән. У.п. этаптары: 1) һәр бер баҫыуҙан тәбиғәт ресурстарының торошо һәм уңышты формалаштырыу факторҙары т‑да мәғлүмәт йыйыу; 2) тәбиғәт һәм...

УРАЛТАУ, цитрон сорты.

УРАЛТАУ, цитрон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 3—3,5 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, һарғылт йәшел, яланғас. Япрағы эре, киң овал формаһында, кирткәсле. Сәскәһе бокал рәүешле, яңғыҙар йәки сәскәлектәрҙә...

УРМАН БОНИТЕТЫ

УРМАН БОНИТЕТЫ, урман продуктлылығы күрһәткесе. Ағастарҙың үҫеү шарттарына һәм тоҡомдарына бәйле. Ултыртылған ағастарҙың йәшен иҫәпкә алып уртаса бейеклеге б‑са билдәләнә. Рәсәйҙә 1911 й. алып М.М.Орловтың бонитировка шкалаһы ҡулланыла (кластарға бүлеүҙең нигеҙе итеп 100 йәшлек ағастарҙың бейеклеге...

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ

УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ, ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарын яһалма сәсеү йәки ултыртыу юлы м‑н булдырылған ултыртмалар. Тотош (урмандың тәбиғи яңырыуы булмағанда йәки урман булмаған урында), өлөшләтә (урманды яңыртыу ҡәнәғәтләнерлек булмағанда), алдан ултыртылған (киләһе 1—3 йыл эсендә ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урманда)...

УРМАН ПИТОМНИГЫ

УРМАН ПИТОМНИГЫ, 1) урманда үҫкән ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарының ултыртыу материалын (үҫенте һәм үрсетмәлектәрен) үҫтереү хужалығы. 2) Урман тоҡомдарының ултыртыу материалын үҫтергән ер участкаһы. Биләгән майҙандың ҙурлығы б‑са — ваҡ (5 га тиклем), уртаса (5—15 га) һәм эре (15 га ашыу), эшмәкәрлек ваҡыты...

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ, урманды яһалма юл м‑н яңыртыу, ш. уҡ уның тәбиғи юл м‑н яңыртылыуына һәм тоҡом составын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән саралар. У.т. барышында ҡырҡыу, янғын, дауыл арҡаһында юҡҡа сыҡҡан урман майҙандарында ағастар ултыртыла. Башҡортостанда У.т. 1990 й. — 33 мең га, 1995 й. — 29,1, 2000 й....

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ, халыҡ хужалығы тармағы, урмандарҙы өйрәнеү, иҫәпкә алыу, тергеҙеү һәм һаҡлау, урманды файҙаланыуҙы көйләү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Тармаҡтың төп үҙенсәлеге — урман үҫтереүҙең дауамлы осоро (50—100 йыл һәм унан да күберәк). У.х. иң мөһим функциялары — ағас үрсетеү һәм урман тергеҙеү. У.х....

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ, һыҙат тибындағы һаҡлаусы урман ултыртмалары, терр‑яның гидрологик режимын һәм микроклиматын яҡшыртыу, һыу һәм ел эрозияһы үҫешенә юл ҡуймау, а.х. культураларының уңдырышлылығын арттырыу өсөн булдырыла. У.һ., тәғәйенләнешенә һәм терр‑яла урынлашыуына ҡарап, баҫыу һаҡлаусы, йырын яны,...

УРМАН, лимон сорты.

УРМАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 2,5—2,8 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, көрән төҫтә, яланғас. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—450 г (максималь —...

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, урмандарҙы кешеләрҙең урман ресурстарына һәм урмандың файҙалы үҙенсәлектәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланыу. РФ Урман кодексы тарафынан көйләнә (ҡара: Урман хоҡуғы). У.ф. ағас, сайыр әҙерләү, ағас булмаған урман ресурстары, аҙыҡ‑түлек ресурстары, дарыу үҫемлектәре әҙерләү...

УРМАНСЫЛЫҠ

УРМАНСЫЛЫҠ, 1) үҫемлекселектең ағас, башҡа урман продукттары алыу, ш. уҡ һаҡлау, һыу көйләү, һауыҡтырыу, эстетик һ.б. халыҡ‑хужалыҡ һәм соц. маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн урман үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. У. урман хужалығының нигеҙе булып тора. 2) Тәбиғәт, урманды үҫтереү һәм яҡшыртыу, уның продуктлылығын...

УФИМСКАЯ, ҡабаҡ сорты

УФИМСКАЯ, ҡабаҡ сорты. 1976 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов (БНИИСХ) тарафынан Серая Волжская һәм Стофунтовая сорттарын һеркәләндереп алынған гибрид популяциянан күп тапҡыр шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Емешенең ауырлығы 3,2—7,3 кг, бейеклеге 14—25 см, диам. 28—45 см; йоҡа ҡабыҡлы, яҫы‑йомро, бер аҙ...