Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАБЫШ

ТАБЫШ, продукция (хеҙмәт) һатыуҙан алынған килемдең етештереү һәм һатыу сығымдарынан артыуы; предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хужалыҡ итеү эшмәкәрлегендәге финанс һөҙөмтәләренең төп күрһәткесе. Продукттарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатыуҙан килгән төшөм м‑н етештереү факторҙары сығымдарының суммаһы араһындағы...

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең бүрәнәнән ағас‑таҡта (бурса һ.б.) етештергән тармағы. Таҡта ярыу з‑дтары һәм урман хужалыҡтары, урман сәнәғәте хужалыҡтары составындағы цехтарҙан тора. Таҡта ярыу цехтарында бүрәнәне һәм бурсаны буйға ярыу, ш. уҡ ҡыры киҫелмәгән таҡта бысыу һәм осон...

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1991 й. Асҡын р‑ны Төй ҡасабаһында Талог урман пункты (30‑сы йй. нигеҙләнгән) базаһында “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең Т.у.с.х. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. 2003 й. 119 кеше эшләгән; 12,4 мең...

ТАМОЖНЯ

ТАМОЖНЯ, сик аша йөк (ш. иҫ. багаж һәм почта м‑н ебәрелгән әйберҙәр) үткәреүҙе контролдә тотҡан, таможня пошлиналары һәм йыйымдары түләткән дәүләт учреждениеһы. Т. диңгеҙ һәм йылға порттарында, халыҡ‑ара аэропорттарҙа, сик буйы пункттарында һәм т. юл станцияларында, эре үҙәктәрҙә урынлашҡан. Төп бурыстары:...

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б....

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ, тауарҙың баҙарҙа башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ тауарҙары м‑н конкуренция алып барыу һәләте; конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре, йәғни тәғәйен һатып алыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм уның аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек билдәләре булыуы. Т.к.һ. кимәле тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре...

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең туҡыма, трикотаж туҡыма, күн, тире, конструкция материалдарынан, ш. уҡ төрлө фурнитуранан кейем, көнкүреш һәм техник тәғәйенләнешле төрлө изделиелар етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай, кейем кустарь ысул м‑н етештерелә (ҡара: Күн эше, Һөнәрселек кәсебе),...

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. Составына өҫкө һәм аҫҡы складтар, тара һәм ағас эше цехтары, ремонт‑механика оҫтаханаһы инә. 2009 й. 93 кеше эшләгән; 12 мең м3 ағас сығарылған; 8,5 мең м3 ағас‑таҡта, 3,2 мең м3 утын ағасы етештерелгән....

ТЕХНИК УГЛЕРОД ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТЕХНИК УГЛЕРОД ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Туймазы ҡором з‑ды (ҡара: “Туймазытехуглерод”) асылғандан һуң үҫешә башлай. Техник углерод етештереү (мең т): 1960 й. — 6,9; 1970 — 11,7; 1980 — 55,5; 1990 — 64,0; 1995 — 12,6; 2000 — 9,8; 2005 — 22,3; 2009 —...

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ, тимер юлдар буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыған транспорт төрө. Тәғәйенләнеше б‑са дөйөм ҡулланылыштағы һәм сәнәғәт Т.ю.т. бүленә. Башҡортостанда Т.ю.т. үҫешә башлауы 1888 й. Һамар—Өфө т. юлын асыуға бәйле. Хәрәкәт иткән юл составын 4 тауар‑пассажир һәм 27 тауар паровозы (А серияһы),...

ТИМЕР ЮЛДАР

ТИМЕР ЮЛДАР, хәрәкәт иткән махсус составтар (локомотив һәм вагондар) өсөн тәғәйенләнгән рельслы юлдар; илдең берҙәм транспорт селтәренең ҡушма өлөшө. Техник саралар комплексы — хәрәкәт иткән состав (ҡара: Тимер юл транспорты), яһалма ҡоролмалар (күперҙәр, эстакадалар, туннелдәр), станциялар, автоматика...

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ, физик шәхестәрҙең торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты м‑н ирекле рәүештә ағза булып берләшеүе. Торлаҡ‑ҡуртым һәм торлаҡ-төҙөлөш (ҡала һәм дача) кооперациялары айырыла. Торлаҡ‑ҡуртым кооператив ширҡәттәренең эшмәкәрлеге үҙенең пайсыларына ҡуртымға торлаҡ биналары биреүҙән ғибәрәт....

ТОРЛАҠ ФОНДЫ

ТОРЛАҠ ФОНДЫ, торлаҡ биналар йыйылмаһы. Күп фатирлы һәм шәхси торлаҡ йорттарҙы, махсус йорттар һәм фатирҙарҙы, эштәге һәм йәшәүгә яраҡлы йорттарҙағы башҡа торлаҡ урындарын үҙ эсенә ала. Милек формаһы б‑са дәүләт, муниц., шәхси, йәмәғәт, ш. уҡ ҡатнаш формаларға бүленә. Т.ф. иҫәпкә алыуҙың төп күрһәткесе...

ТӨҘӨЛӨШ

ТӨҘӨЛӨШ, иҡтисад тармағы. Төрлө тәғәйенләнешле бина һәм инженер ҡоролмаларын төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау, инженер ҡорамалдарын монтажлау, проект, тикшеренеү, быраулау һәм билдәле объекттарҙы төҙөүгә бәйле башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Объекттарҙың тәғәйенләнеше б‑са торлаҡ-гражданлыҡ...

ТӨҘӨЛӨШ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТӨҘӨЛӨШ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, төҙөлөш өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, техник белем биреү тармағы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Т.б.б. 1877 й. Ер үлсәү училищеһы асылғандан һуң үҫешә. 20 б. 30‑сы йй. Өфөлә төҙөлөш техникумы, 2 төҙөлөш өйрәнсектәре...

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, ауыл төҙөлөшө, сәнәғәттөҙөлөшө, торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө һәм төҙөлөштөң башҡа төрҙәре өсөн төҙөлөш материалдары етештереү тармаҡтарын үҙ эсенә алған сәнәғәт тармағы. БР‑ҙа йыйылма тимер‑бетон һәм бетон конструкциялар һәм изделиела рсәнәғәте, стена материалдары сәнәғәте,...

ТӨҘӨЛӨШ ПЛИТАҺЫ

ТӨҘӨЛӨШ ПЛИТАҺЫ, төҙөлөш конструкциялары элементы. Т.п. яһау өсөн төрлө төҙөлөш материалдары ҡулланыла. Башҡортостанда тимер‑бетон плиталар (ҡара: Тимер-бетон конструкциялар, Эре панелле конструкциялар), йөҙләү таштарынан плиталар (ҡара: Биҙәкләү материалдары), керамик плиткалар (ҡара: Керамик төҙөлөш...

ТӨҘӨЛӨШ ТРЕСЫ №3

ТӨҘӨЛӨШ ТРЕСЫ №3, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына 1‑се төҙөлөш идаралығы, 5‑се төҙөлөш идаралығы (Бөрө ҡ.), Төҙөлөш‑сәнәғәт комплексы, Соц. учреждениелар идаралығы (бөтәһе лә — бүлендек ЯСЙ‑лар); 3‑сө трест — күсемһеҙ милек, 3‑сө Генподрядлы төҙөлөш тресы (икеһе лә — ЯСЙ); уҡыу комб‑ты инә. 2009 й....

ТӨП ФОНДТАР

ТӨП ФОНДТАР, тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеү өсөн оҙайлы ваҡыт эсендә ҡат-ҡат йәки даими файҙаланыла торған етештерелгән активтар. Т.ф. бер йыл хеҙмәт иткәндән кәм һәм хаҡы норматив тәртиптә билдәләнгәндән кәм булмаған объекттар инә. Матди (биналар, ҡоролмалар, машиналар, ҡорамалдар, приборҙар,...

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ, билдәле бер осор эсендә (йылдарҙа иҫәпләнә) физик һәм мораль яҡтан иҫкереү арҡаһында төп фондтарҙың, тәүге хаҡын үҙҙәре ҡатнашлығында етештерелгән продукттың үҙҡиммәтенә өлөшләп күсереү процесы. Амортизация бүлемдәре ай һайын билдәләнгән нормативтар б‑са ғәмәлгә ашырыла....