Список материалов
ӨФӨ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ
ӨФӨ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ. 1932 й. Өфө мотор з‑дын (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) төҙөү өсөн 17‑се Дәүләт төҙөлөш тресы (ҡара: Төҙөлөш тресы №3) ярҙамсы пр‑тиелар контораһының Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ асыла, 1959 й. алып БАССР‑ҙы Төҙөү б‑са баш идаралығының урман ҡырҡыу һәм...
ӨФӨ АҘ КҮЛӘМЛЕ НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ ПРОИЗВОДСТВОЛАРЫНЫҢ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ
ӨФӨ АҘ КҮЛӘМЛЕ НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ ПРОИЗВОДСТВОЛАРЫНЫҢ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ. Пилот ҡулайламаларында технологик процестарҙы үҙләштереү, катализаторҙар һайлап алыу, аҙ күләмле продукция етештереү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1966 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның Өфө тәж. з‑ды булараҡ асыла, 1992 й. алып Өфө аҙ күләмле нефтехимия...
ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ
ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ. Төрлө тәғәйенләнешле скважиналарҙы быраулау, үҙләштереү, йыһазландырыу, йүнәтеү, ер аҫты һәм һыу аҫты үткәүелдәрен төҙөү һәм реконструкциялау һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1938 й. июнендә — Туймазы промыслаһы, авг. алып — “Туймазанефть” тресы, 1951 й. алып “Туймазабурнефть” махсус...
ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2
ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2, ААЙ. Кондитер изделиелары етештерә. Составында – кондитер цехы. 2012 й. 77 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1940 й. пекарня һәм 3‑сө икмәк з‑ды базаһында асыла (1970 й. кондитер изделиелары етештереү ойошторола), 1979—82 йй. “Уфахлеб” ПБ составында, 1982 й. комб‑т составына...
ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ
ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, Өфө халҡын һәм ойошмаларын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн йылылыҡ энергияһын тапшырыу м‑н шөғөлләнә. 1962 й. Квартал ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһы булараҡ асыла, 1965 й. алып Берләшкән ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре пр‑тиеһы, 1982 й. —...
ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ
ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ. 1935 й. “Пролетарка” Ө.м.ф. булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1955 й. алып Ө.м.ф., 1992 й. — ААЙ (2000 йй. башында бета‑каротинлы макарон изделиеларын сығарыу үҙләштерелә), 2005 й. ябыла. 60—80‑се йй. илдәге макарон сәнәғәтенең төп пр‑тиеһы булған. Составына преслау, киптереү, фасовкалау,...
ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ
ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, төрлө маркалы яғыулыҡ алған нефть һәм углеводород газдар эшкәртеү пр‑тиеһы. Составында яғыулыҡ, газ‑каталитик, химия, сервис, тауар производстволары бар. 2013 й. 1356 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла....
ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ
ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ, китап продукцияһы етештереү пр‑тиеһы (йылына яҡынса 1 млн дана китап‑журнал продукцияһы сығара, ш. иҫ. 0,5 млн ҡаты тышлы китап); уҡыу, уҡытыу‑методик, нәфис әҙәбиәт, альбомдар, плакаттар, календарҙар, открыткалар, буклеттар һ.б. нәшер итә. Составында китап баҫыу, китап төпләү...
ӨФӨ ПОЧТАМТЫ
ӨФӨ ПОЧТАМТЫ, “Рәсәй почтаһы” ФДУП‑ы филиалы — БР‑ҙың Федераль почта элемтәһе идаралығының айырым структур бүлексәһе. Почта элемтәһе хеҙмәттәрен күрһәтә. Составында 141 почта элемтәһе бүлеге, шуларҙың 85‑е — Өфөлә, 21‑е — Өфө, 18‑е — Кушнаренко, 16‑һы — Благовещен р‑ндарында урынлашҡан; матбуғат таратыу...
ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ
ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация һәм йыһан техникаһы, үткәргес торба транспортының бикләү‑көйләү арматураһы өсөн привод техникаһы, автоматлаштырыу саралары һ.б. етештерә. Составында йыйыу‑монтажлау, механик әҙерләү, тимерлек‑штамплау, ҡойоу‑термик, пластмасса эшкәртеү, иретеп...
ӨФӨ ПРОМКОМБИНАТЫ
ӨФӨ ПРОМКОМБИНАТЫ. Тире иләү, йәнлек тиреһенән изделиелар, матрастар, мамыҡ юрғандар, түшәк кәрәк‑ярағы, куртка, халат һ.б. тегеү; быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгән. 1943 й. Башҡ‑н ҡулланыусылар союзының промкомбинаты булараҡ асыла, 1962 й. алып Майлы техник хужалыҡ тауарҙары з‑ды м‑н берләштерелгәндән һуң...
ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1
ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1. 1959 й. 21‑се Төҙөлөш‑монтаж тресының (ҡара: Трест №21) ярҙамсы пр‑тиелары контораһы базаһы (1948 й. асылған) һәм төҙөлөш индустрияһы базаһы (1956) нигеҙендә 5‑се тимер‑бетон заводы булараҡ ойошторолған, 1964 й. алып “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһенең...
ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2
ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2, ААЙ. Составына 2 форма эшләү, арматура, бетон ҡатнаштырыу, механика, автотранспорт, энергетика цехтары; контроль һәм сифат лаб. инә. 2012 й. 308 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1956 й. ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела СССР‑ҙа...
ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ
ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ. 1904 й. ойошторола, 1907 й. Өфө силикат кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте йылына 3—3,5 млн дана, 2 ҡыҫҡысы, 2 һүндереү барабаны, 4 тупик автоклавы, быу ҡаҙаны булған), 1931 й. алып “Башкирстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”) составында; 60‑сы...
ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ
ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ, “ЭЛЕКТРОЗАВОД” холдинг компанияһы ААЙ‑ның айырым бүлеге (Мәскәү). Көс биреү, май һәм ҡоро бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанциялары етештерә. Составында көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанцияһы производстволары бар....
ӨФӨ ТЭЦ-тары
ӨФӨ ТЭЦ-тары, “Башҡортостан генерациялау компания” һы ЯСЙ филиалдары. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. 1-се Өфө ТЭЦ-ы. 1935 й. Черниковка эшселәр ҡасабаһында Өфө крекинг-заводы ТЭЦ-ы булараҡ (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) нигеҙ һалына, 1938 й. 1-се сираты сафҡа индерелә; 1940 й. алып Өфө...
ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ
ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, ағас ағыҙыу м‑н шөғөлләнгән. 1948 й. Өфө моторҙар базаһында Өфө транспорт ағас ағыҙыу контораһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Башлес” комб‑тының Өфө ағас ағыҙыу ПБ, 1973 й. — Өфө ағас ағыҙыу контораһы, 1983 й. — Өфө урман комб‑ты, 1997 й. — ДУП, 1948...
ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1960 й. “Башмежколхозстрой” берекмәһенең урман әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1974 й. алып Ө.у.с.х., 90‑сы йй. урман участкалары акциялаштырыла, 1996 й. “Өфө” дәүләт урман сәнәғәте комплексына үҙгәртелә, 2007 й. ябыла. Составына...
ӨФӨ ҺЫҘЫМ ПРИБОРҘАРЫ ЗАВОДЫ
ӨФӨ ҺЫҘЫМ ПРИБОРҘАРЫ ЗАВОДЫ, идара итеү һәм инженерҙар хеҙмәтен механизациялау һәм автоматлаштырыу сараларын етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. “Металлист” (Өфө) һәм “Ударник” (Днепропетровск ҡ. эвакуацияланған) артелдәре базаһында “Завод №11” артеле булараҡ ойошторолған; 1953 й. алып артель, 1956 й. — “Металлоштамп”...
ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ
ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Шырпы (көнкүреш, камин, һунар, махсус тәғәйенләнешле, сувенир шырпылар), мед. шпателдәре, туңдырма өсөн таяҡсалар, шпон, махсус ағас таяҡсалар, ағас һауыттар һ.б. етештерә. Составына шырпы етештереү, һыҙырыу цехтары, ағас эше оҫтаханаһы инә. 2012 й. 210 кеше эшләгән. Продукцияһы...