Список материалов
ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР
ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр...
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР буйынса төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡортостан өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡортостан бүлеге, 1996 й. — Башҡортостан республика ойошмаһы,...
ҺАУА ТРАНСПОРТЫ
ҺАУА ТРАНСПОРТЫ, һауа юлдары буйлап пассажирҙар, почта һәм йөк ташыған транспорт төрө. Авиапредприятиелар (һауа суднолары паркы булған), аэропорттарҙан, ш. уҡ кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү, авиация техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән учреждение, ойошма һәм пр‑тиелар селтәренән...
ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ
ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын...
ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1925 й. Һ.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күреү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау....
ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ
ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, тәбиғәтте файҙаланыуҙың һунар итеү хайуандарын һәм улар йәшәгән мөхитте (һунарсылыҡ биләмәләрен) дөйөм хоҡуҡи, иҡт. һәм фәнни‑техник нигеҙҙә тотороҡло файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе тәьмин иткән тармағы. БР урман хужалығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән...
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ
ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй....
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ
ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары,...