Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАБА

ВАБА (гр. cholera), кешенең үтә хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡараған киҫкен инфекцион ауырыуы. В. тыуҙырыусы — Vibrio choleraе бактерияһы, киптереүгә, ҡайнатыуға, дезинфекция саралары тәьҫиренә һиҙгер. Ауырыу барышы ауырлығының 4 клиник дәрәжәһе бар, вибрион йөрөтөүсәнлек булыуы ихтимал. В. тыуҙырыусы...

ВАВИЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

ВАВИЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 21 кеше; 1920 — 111; 1939 — 56; 1959 — 310; 1989 — 219; 2002 — 197; 2010 — 231 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә...

ВАВИЛОВТАР

ВАВИЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Вавила Фролов, Ҡасим татарҙарынан. Свияжск ҡ. хеҙмәт итә. Нуғайҙарға әсирлеккә эләгә, азат ителгәндән һуң, 17 б. башында Әстерхан ҡ., артабан Өфөгә килә, бында суҡына. Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне була, 1616 й. стрелецтар рәтенә яҙыла....

ВАГАНОВ Геннадий Викторович

ВАГАНОВ Геннадий Викторович (25.11.1936, БАССР‑ҙың Дыуан р-ны Дыуан а.), спортсы. Саңғы ярышы б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1965), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1960), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған...

ВАГИН Владимир Геннадьевич

ВАГИН Владимир Геннадьевич (27.9.1945, Чита ҡ. — 15.7.2016, Өфө), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2004). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). 1968—70 йй. “Локомотив” ДСО‑һы, 1971—75 йй....

ВАГИН Георгий Дмитриевич

ВАГИН Георгий Дмитриевич (11.2.1908, Өфө — 1982, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Ленинград юғары художество-техник ин‑тын тамамлаған (1929). 1930 й. алып Өфөнөң төҙөлөш һәм проект ойошмаларында эшләй. 1933 й. башлап БАССР‑ҙың Еңел сәнәғәт ХК архитекторы, 1935—60 йй. “Башпроект”...

ВАГОС Павел Васильевич

ВАГОС Павел Васильевич (20.1.1912, Гродно губ., Песчанка а. – 9.10.1986, Өфө), конструктор. РСФСР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1973). Ленинград а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ленинградтың машиналар эшләү з‑дтарында эшләй. 1941 й. алып Өфөлә: 20-се почта йәшниге пр-тиеһында өлкән ғилми...

ВАЙЦЕХОВСКИЙ Евгений Владимирович

ВАЙЦЕХОВСКИЙ Евгений Владимирович (12.5.1986, Кирово-Чепецк ҡ.), спортсы. Ҡаяға менеү спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2009). 11-се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2002 й. алып Юғары спорт...

ВАКУЛЕНКО Иван Логгинович

ВАКУЛЕНКО Иван Логгинович [1878 й. ғин., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Спасский а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) — 3.4.1955, Өфө], биохимик. Мед. ф. д‑ры (1935), проф. (1935). РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. фән эшмәкәре. Коллегия асессоры (1914). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1907) шунда...

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Васильевич

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Васильевич [28.8.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 28.7.1990, Измаил ҡ.], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов осоусылар хәрби-авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1939—40 йй. Өфө моторҙар заводында токарь...

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Дмитриевич

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Дмитриевич (1.1.1949, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), дирижёр. Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1975; Д.Ф.Ерёмин, С.Я.Левин класы). 1969—75 йй. Ленинград филармонияһының симфоник оркестры солист‑кларнетсыһы, бер үк ваҡытта 1974 й. алып камера оркестры дирижёры. 1976 й. башлап...

ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, машиналар эшләүҙә: баҫымы 0,1 Па алып 0,001 Па тиклем булған вакуумды файҙаланып, төрлө технологик процестарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Тәғәйенләнеше б‑са ионлы имплантация, төрлө өрҙөрөп буяу төрҙәре, термик эшкәртеү, электрон нурланышлы иретеп йәбештереү һ.б. өсөн В.ҡ. бүләләр....

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР, төрлө материалдарҙан (металл, быяла, пластмасса һ.б.) яһалған деталдәрҙең өҫкө йөҙөн иондар шәлкемен, төрлө тығыҙлыҡтағы һәм энергиялы плазма ағымдарын файҙаланып вакуум ярҙамында эшкәртеү ысулдары йыйылмаһы. Өҫкө йөҙ ҡатламының химик составын үҙгәртеү (ионлы азотлау,...

ВАҠ КҮСТЕРӘ

ВАҠ КҮСТЕРӘ (Bromopsis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда ҡылсыҡһыҙ, Бенекен, яр күстерәһе төрҙәре үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—150 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге – йәйенке һепертке. Июнь—июль айҙарында сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль аҙ. – авг. башында өлгөрә....

ВАҠ САРЛАҠ

ВАҠ САРЛАҠ (Sterna albifrons), сәпсәү һымаҡтар отрядының сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Көнбайыш һәм Төньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 22—24 см, ауырлығы 40—65 г, ҡанатының ҡоласы 48—55 см. Ҡауырһын ҡапламы асыҡ буҙ, башының күпселек өлөшө ҡара, маңлайы...

ВАҠ СЫСҠАНДАР

ВАҠ СЫСҠАНДАР (Sicista), кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты. 14 төрө билдәле. БР-ҙа урман В.с. һәм дала В.с. тереклек итә. Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә....

ВАҠ ТАУИСКҮҘ

ВАҠ ТАУИСКҮҘ (Eudia pavonia), күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары һорғолт аҡ төҫтә, арҡыры таҫмалы, артҡылары һарғылт ерән (инә күбәләктеке һорғолт аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡһәм...

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН (Lanius excubitor), һайыҫҡан, ваҡ һайыҫҡандар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош, ҡайһы берҙә ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 23—28 см, ауырлығы 60—80 г, ҡанатының ҡоласы 35—39 см. Арҡаһы көлһыу һоро, ҡорһағы аҡ йәки һорғолт төҫтә (инә ҡош ҡарараҡ)....

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАНДАР

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАНДАР (Laniidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 12 заты, яҡынса 70 төрө билдәле; Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө бар. Күсәр ҡоштар, ваҡ һайыҫҡан ҡайһы ваҡыт ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 18—28 см, ауырлығы 25—80 г. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ,...

ВАҠҠОЛАҠ ЯРҒАНАТТАР

ВАҠҠОЛАҠ ЯРҒАНАТТАР (Pipistrellus), ярғанаттар ярым отр. шыма танаулылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле. Евразияның урта бүлкәтенән алып Көньяҡ Африкаға һәм Австралияға тиклем таралған. БР‑ҙа кәрлә в.ҡ.я. һәм Натузиус в.ҡ.я. осрай. В.ҡ.я. кәүҙә оҙонлоғо 3,2—5,1 см, ауырлығы...