Список материалов
ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ
ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер биләү үҙенсәлектәре м‑н айырылған терр‑яларҙа ыҙан эштәрен ойоштороу һәм үткәреүҙе тормошҡа ашырған хөкүмәт учреждениелары (ҡара: Махсус ыҙанлау). Башҡортостанда Ы.к. 1848 й. 27 дек. Дәүләт советы фекерҙәре баҫылғандан һуң төҙөлә; ул һәр...
ЫҘАНЛАУ
ЫҘАНЛАУ, 18 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер фондын һүрәтләү һәм картаға төшөрөү, ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары комплексы (ҡара: Ер сәйәсәте). Ы. төп маҡсаты ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү була: Ы. ер фондының төрлө хужалары...
ЫЙЫҠ, йылға
ЫЙЫҠ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Балаҡатай р‑ны Һандалаш а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Айҙаҡай а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә (Ҡарлыхан һәм Шығай аа. араһындағы участкала көньяҡ‑көнбайышҡа борола),...
ЫЙЫҠ, Кесе Ыйыҡ, йылға
ЫЙЫҠ, Кесе Ыйыҡ, йылға, Ҡыйғы й. уң ҡушылдығы. Балаҡатай р‑ны Сосновка а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Балаҡатай һәм Ҡыйғы р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Ҡыйғы р‑ны Кесейек а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә, Алағуз а. янында көнбайышҡа борола...
ЫҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ
ЫҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ, Ҡ ы р а з т и ш е к. Туймазы р‑ны Мәҡсүт а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәләре, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйәне үҙ эсенә ала.
Һыулы мәмерйә көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь залдар...
ЫҠ, йылға
ЫҠ, Оло Ыҡ, йылға, Кама й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Ыҡ‑Вершина а. янында башлана. Бәләбәй, Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Бишбүләк р‑ны Иҫәкәй а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм артабан БР‑ҙың көнбайыш сигендә Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран (сиге буйлап),...
ЫЛАСЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы
ЫЛАСЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, Л а с ы н, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Утынғол (Һәләүек й. басс.) сағылының уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш, төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле...
ЫЛАСЫН ҺЫМАҠТАР
ЫЛАСЫН ҺЫМАҠТАР, к ө н д ө ҙ г ө й ы р т ҡ ы с ҡ о ш т а р (Falconiformes), ҡоштар отряды. 4 ғаиләһе, яҡынса 290 төрө билдәле. Башҡортостанда кәлмәргәндәр, ҡарсығалар һәм ыласындар ғаиләһенә ҡараған 30 төрө осрай. Уртаса (мүктәргенең кәүҙә оҙонлоғо 33 см тиклем, ауырлығы 130—240 г) һәм эре (ҡара грифтың...
ЫЛАСЫНОВ Вәлит Яҡшымбәт улы
ЫЛАСЫНОВ Вәлит Яҡшымбәт улы (1790—1858), кантон башлығы, хорунжий (1835). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Ҡолсoра а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй. сит ил походтарында ҡатнашыусы. 1829— 38 йй. 6‑сы башҡорт кантоны башлығы. “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә”,...
ЫЛЫМЫҠТАР
ЫЛЫМЫҠТАР (Algae), күбеһенсә һыу мөхитендә йәшәгән ябай төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр. Бер, күп күҙәнәкле, колониаль организмдар, оҙонлоғо мкм өлөштәренән алып 60 м тиклем. Яҡынса 30 мең төрө билдәле, киң таралған. Диңгеҙҙәрҙә, сөсө һәм тоҙло һыу ятҡылыҡтарында, эҫе сығанаҡтарҙа, тупраҡта һ.б. ерҙәрҙә...
ЫЛЫМЫҠТАР КУЛЬТУРАҺЫ
ЫЛЫМЫҠТАР КУЛЬТУРАҺЫ, ҡаты йәки шыйыҡ туҡлыҡлы мөхиттәрҙә үҫтерелгән ылымыҡтар йыйылмаһы. Ҡатнаш һәм таҙа, тупланма һәм музей Ы.к. айырыла. Ҡатнаш Ы.к. (төрлө системалы төркөмдәрҙең ылымыҡтары) төрлө матдәләрҙең (ауыр металдар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр һ.б.) ағыулылығын баһалау, ылымыҡтарҙың төрҙәрен...
ЫМЛЫҠТАР
ЫМЛЫҠТАР, һөйләүсенең ысынбарлыҡҡа эмоциональ һәм эмоциональ‑ихтыярлы реакцияһын белдереүсе үҙгәрмәй торған һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә Ы. түбәндәге семантик төрҙәре айырыла: 1) эмоциональ мөнәсәбәтте (аптырау, асыуланыу, борсолоу, ғәйепләү, ерәнеү, ҡурҡыу, ҡыуаныу, үкенеү, хупламау, һоҡланыу...
ЫНЙЫ СӘСКӘ
ЫНЙЫ СӘСКӘ (Convallaria), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Ҡайһы берҙә үҙ аллы төрҙәргә айырылыусы бер нисә ярым төрө булған 1 төрө — май Ы.с. билдәле. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Тарбаҡлы тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы уҡ һымаҡ, бейеклеге 15—25 см. Япраҡтары...
ЫРҒЫҘ‑КӘМӘЛЕК БАШҠОРТТАРЫ
ЫРҒЫҘ‑КӘМӘЛЕК БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Һамар өлкәһенең Оло Глушица р‑нында һәм Оло Чернигов районында, Һарытау өлк. Перелюб районында һәм Пугачёв районында йәшәй. 1989 й. Һамар өлк. 7495, 2002 й. — 7885; ошоға ярашлы Һарытау өлкәһендә — 4087 һәм 3988 башҡорт йәшәгән. Ы.‑К.б. һөйләү...
ЫРҒЫҘЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл
ЫРҒЫҘЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 195 км алыҫлыҡта Ырғыҙлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 85 кеше; 1939 — 545; 1959 — 742; 1989 — 366; 2002 — 403;...
ЫРНЫҠШЫ, Архангел р‑нындағы ауыл
ЫРНЫҠШЫ, Иҫке Ырныҡшы, Баҡрыл, Архангел р‑нындағы ауыл, Ырныҡшы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ырныҡшы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2014 кеше; 1920 — 2340 (Ырныҡшы...
ЫРЫМБУР АЙЫРЫМ КОРПУСЫ
ЫРЫМБУР АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, 1816 й. 16 дек. Александр I указы м‑н ойошторола; 1864 й. алып Ырымбур крайы ғәскәре. Ы.а.к составына 29‑сы (1820 й. башлап 26‑сы, 1833 й. — 23‑сө) пехота див., Башҡорт‑мишәр ғәскәре, Ставрополь ҡалмыҡ ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре, 1‑се һәм 2‑се типтәр атлы...
ЫРЫМБУР АЛЫШ‑БИРЕШ ЙОРТО
ЫРЫМБУР АЛЫШ‑БИРЕШ ЙОРТО, Рәсәйҙең Урта Азия дәүләттәре һәм Һиндостан м‑н сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында төҙөлгән баҙар. 1743 й. Ырымбур ҡ. көньяҡҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта нигеҙ һалына. 1749 й. һыу баҫҡандан һуң яңы урынға күсерелә. Сенаттың 1751 й. “Яйыҡ аръяғында таш йорт һәм таможня төҙөү...
ЫРЫМБУР АРМИЯҺЫ
ЫРЫМБУР АРМИЯҺЫ, 1918 й. окт. Өфө Директорияһы Хәрби ведомствоһы приказы м‑н Ырымбур казак ғәскәре частарынан Көньяҡ‑Көнбайыш армия булараҡ ойошторола, дек. алып Рус армияһы составында Ырымбур айырым армияһы, 1919 й. майынан Көньяҡ армия, сент. башлап Ы.а. Составына 1‑се (1919 й. сент. тиклем) һәм 2‑се...
ЫРЫМБУР БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ
ЫРЫМБУР БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1921 й. башҡорт уҡытыусылар курстары нигеҙендә Башҡорт халыҡ мәғарифы ин‑ты булараҡ асыла, 1922 й. башлап пед. техникумы. 1936 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. күсерелә (ҡара: Темәс башҡорт педагогия училищеһы). БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында була. 1‑се баҫҡыс...